Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 251 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА ҠАЛМАҠ
2. иҫк. Батша Рәсәйе иҙеүенә ҡаршы баш күтәргән халыҡ көрәшсеһенә кәмһетеп әйтелә. □ Вор, разбойник, злодей. Ҡараҡ, халыҡты ҡоторта.
ҠАРАҠ II (ҡарағы) (Р: зрачок; И.: pupil; T.: gözbebeği) и. диал.
1. Күҙ, күҙ ҡараһы. □ Зрачок. Ҡуҙ ҡарағы. Куҡ ҡарағы төҙөлөшө. Ҡарағы киңәйеу.
2. эйл. ф. ҡарағым. Иркәләгәндә яратып әйтелә; күҙ нуры. □ Свет очей моих, светик мой. Ҡарағым, кил әле яныма. Ҡарағым быйыл мәктәпкә бара. Ҡарағым бейеу ту-ңәрәгенә йөрөй.
ҠАРА ҠАҒЫҘ (Р: похоронная, извещение о смерти; И.: death certificate; T.: ölüm belgesi) и. map.
Һуғышта вафат булғанды белдергән яҙыу (ғәҙәттә, ҡара һыҙыҡлы булған). □ Похоронная, извещение о смерти. Ҡара ҡағыҙ алыу. Ҡара ҡағыҙ килеу. Я Атайҙар фронтта улемесле ут араһында йөрөй, көн һайын тип әйтерлек ҡара ҡағыҙҙар килеп тора. Ә. Сөләймәнов.
ҠАРА ҠАҘ (Р: казарка; И.: wild goose species; T.: branta) и. зоол.
Ҡараһыу буҙ төҫтәге ваҡ ҡыр ҡаҙы. □ Казарка (лат. Branta bemicla). Ҡара ҡаҙҙар осоп бара. Ҡара ҡаҙ ҡаңҡылдай. Я [Ҡара ҡаҙ] тундрала йәшәй, улән, һыу уҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАРА ҠАҘАН (Р: большой котёл; И.: large cauldron; T.: büyük kazan) и.
1. Ҙур ырыу ҡаҙаны. □ Большой котёл. Ҡара ҡаҙанда аш ҡайнай. Ҡара ҡаҙанда ит бешә. Я Йөрәккәйем минең уттай яна, ҡара ҡаҙан тугел ҡайнарға. Халыҡ йырынан.
2. миф. Ямғыр саҡырыуҙа ҡулланылған ҡаҙан. □ Чёрный котёл (мифологизированный предмет, используемый при вызывании дождя). Я Ямғыр оҙаҡ яумаһа, ҡара ҡаҙан туңкәрәләр һыуға. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРАҠАЙ I (Р: смуглый; И.: swarthy; Т.: esmer) с. диал.
Ҡара һөрөңкө; ҡуңғырт. □ Смуглый. Ҡараҡай бала. Я [Ҡәримә:] Тейеп ҡара
һындар минең ҡараҡайыма! Р. Мифтахов. Ҡаршыға төркөм булып ҡараҡай ҡыҙҙар һәм шундай уҡ малайҙар йугерешеп сыҡты. «Йәшлек», 2 июль 2011.
ҠАРАҠАЙ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Каракай (название родового подразделения башкир). Ҡараҡай аймағы башҡорто. Ҡараҡай аймағынан булыу. Ҡараҡай аймағынан сығыу.
ҠАРА ҠАЙЫН (Р: чёрная берёза; И.: black birch; T: kara kayın) и. бот.
1. Көньяҡта үҫә торған ҡабығы ҡара ваҡ ҡайын. □ Чёрная берёза (лат. Betula nigra). Бында ҡара ҡайындар бик куп уҫә. Ҡара ҡайындар куп таралған. Я Сермән ауылы ҙур ҙа, куркәм дә, боронғо ла. .. Ауыл уртаһындағы куркәм ҡайынлыҡта тағы бер мөғжизәуи куренеш — ҡара ҡайын уҫеп ултыра. «Йәшлек», 12 ноябрь 2010.
2. диал. Тәлгәш ҡайын. □ Плакучая берёза. Һыу буйында ҡара ҡайындар теҙелеп ултыра. Ҡара ҡайындар уҫкән урын. Ҡара ҡайын япрағы.
3. диал. Сәнскеле, ҡара ҡабыҡлы, ағыулы ҡара емешле туғай ағасы; эт муйылы. □ Жостер, крушина слабительная (лат. Rhamnus cathartica). Был туғайҙа ҡара ҡайын куп. Ҡара ҡайын еләге. Ҡара ҡайын еләге ашап ағыуланыу.
4. диал. Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас; энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). Ҡара ҡайын ҡыуағы. Ҡара ҡайын емеше төнәтмәһе. Ҡара ҡайын емеше ашау.
ҠАРА ҠАЛМАҠ (ҡалмағы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара-калмак (название родового подразделения башкир). Ҡара ҡалмаҡ аймағынан булыу. Ҡара ҡалмаҡ
251