Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 301 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРТ-ҠАРЫЙ
торорға ынтылған ҡарттың салғыйынан тартып урынына ултыртты: «Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк!» — Үҙе ҡысҡырып көлдө. Картотека фондынан. Тыумаҫ борон ҡартайған дәртһеҙ йәштәргә ҡарата әйтелә. □ доел. Состариться, не родившись. ■ «Тыумаҫ борон ҡартайған» балаларыбыҙҙы Мәсүә апай һәм уның замандаштары кеүек сәмләнеп йәшәргә нисек өйрәтергә һуң? «Башҡортостан», 16 ноябрь 2010.
ҠАРТАЙЫШЫУ (ҡартайыш ) ҡ. урт. ҡар. ҡартайыу, взаимн. от ҡартайыу. К Ауыл тормошон өр-яңы юлға юҫыҡлаусы күпме ваҡиға сиратлашып үтте, тыумағандар тыуып, урта йәштәгеләр ҡартайышып бөттө. Ә. Хәкимов.
ҠАРТАҢҠЫ (Р.: пожилой человек; И.: senior; T.: ihtiyar) и. диал.
Оло кеше. □ Пожилой человек. Ҡар-таңҡыларға ярҙам итер кәрәк. Ҡартаң-ҡылар һүҙен тыңлау зарур.
ҠАРТАС (Р.: похожий на дедушку; И.: looking like one’s grandfather; T.: dedesine benzeyen) с. диал.
Ҡартатаһына оҡшаған. □ Похожий на дедушку. Ҡартас бала. Ҡартас ейән. М Шул тиклем дә ҡартас булыр икән! Экспедиция материалдарынан.
ҠАРТАТАЙ (Р: дедушка; И.: grandfather; T.: büyükbaba, dede) и. диал.
Әсәйҙең йәки атайҙың атаһы; олатай. □ Дедушка. ■ Ҡартатаһы Таймаҫ батыр етмеш йәшендә илбаҫарҙар менән орош-та һәләк булды. Ф. Янышев. Һай, Зөлхизә, Зөлхизә. Өнһөҙ-һүҙһеҙ генә аңлай алһаң ине һин ҡартатайыңдың күңелен. 3. Биишева. Ҡурҡыу белмәҫ ҡартатайым 1943 йылдың мартында ҡаты яралана. «Йәшлек», 11 май 2012.
ҠАРТА ТУЛЫУ (ҡарта тул-) (Р: нагулять жир; И.: fatten, put on weight; T.: şişmanlamak) ҡ.
һимереү (йылҡы малына ҡарата). □ Нагулять, набрать жир (о лошадях). ■ Бе
йәләрҙең ҡарталары тулып киткән. Экспедиция материалдарынан.
ҠАР ТЕЙӘГЕС (Р.: снегопогрузчик; И.: snow loader; T.: kar yükleyici) и. тех.
Өйөлгән ҡарҙы арбаға тейәү өсөн тәғәйенләнгән махсус машина. □ Снегопогрузчик. Фрезерлы ҡар тейәгес. Көрәкле ҡар тейәгес. Ҡар тейәгес эшләү. Ҡар тейәгес йөрөтөү. Ҡар тейәгестә эшләү.
ҠАРТИНӘЙ (Р: бабушка; И.: grandmother; T.: büyükanne; nine) и. диал.
Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе; өләсәй. □ Бабушка. Ҡәртинәйгә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Әсәйем һәләк ҡартинәйгә оҡшаған. Я Йәш ҡартинәйемдең өс балаһы була: тәүгеһе Хөрмәтулла, Сибәркәй исемле ҡыҙ һәм Вәлиулла. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ҠАРТ ҠАЙНАҒА (Р: старший брат жены; И.: wife’s seniour brother; T.: kayınbirader) и. диал.
Ҡатындың иң оло ағаһы (иренә ҡарата). □ Старший брат жены (по отношению к мужу). Ҡарт ҡайнағалы булыу. Ҡарт ҡайнағаны саҡырыу. Гармунсы ҡарт ҡайнаға.
ҠАРТ-ҠАМҠЫ и. йыйн. диал. ҡар. ҡарт-ҡоро. Карт-ҡамҡы йыйылған. М Ҡарт-ҡамҡылар һыйлашыу, һыйланыу, туй, ҡалым мәсьәләһе менән баш ваталар. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАРТ-ҠАНҠЫ и. йыйн. диал. ҡар. ҡарт-ҡоро. Карт-ҡанҡылар йыйылған. Ҡарт-ҡанҡылар ғына ҡалған ауылда.
ҠАРТ ҠАРТАЙ и. диал. ҡар. ҡарт олатай.
ҠАРТ ҠАРТАТАЙ и. диал. ҡар. ҡарт олатай.
ҠАРТ ҠАРТИНӘЙ и. диал. ҡар. ҡарт өләсәй. Ҡарт ҡартинәйҙән ҡалған аманат. Ҡарт ҡартинәй васыяты. Ҡарт ҡартинәй йорто.
ҠАРТ ҠАРТӘТӘЙ и. диал. ҡар. ҡарт олатай.
ҠАРТ-ҠАРЫЙ и. йыйн. диал. ҡар. ҡарт-ҡоро. Ҡарт-ҡарый йыйыны. Ҡарт-ҡарыйҙар ғына торған урам.
301