ҠОЛАҠТАШ
Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ башҡорттары аймағының исеме.
□ Название одного из родовых подразделений башкир. Ҡолаҡтар араһы шәжәрәһе.
ҠОЛАҠТАШ (Р.: наперсник; И.: confidant; T.: sırdaş) и. диал.
Сер уртаҡлашыр яҡын кеше; серҙәш.
□ Наперсник, наперсница. Ҡолаҡташ менән һөйләшеү. Ҡолаҡташ булыу. Ҡолаҡташ менән күрешеү. Ҡолаҡташты юғалтыу.
ҠОЛАҠ ТЕШЛӘТЕҮ (ҡолаҡ тешләт-) (Р.: обычай ранней помолвки малолетних детей; И.: custom of early betrothal; T.: büyüyünce çocukları evlendirmek amacıyla kulak memelerini ısırttırmak âdeti) ҡ. этн.
Малай менән ҡыҙҙы ҙурайғас өйләндереү өсөн бәләкәстән бер-береһенә тәғәйенләү йолаһы (малайҙан ҡыҙҙың ҡолағын тешләтәләр). □ Обычай ранней помолвки малолетних детей (давать мальчику укусить ухо девочки как будущей невесты). В Зифа буйым үҫтергәнһең, һатыр өсөнмө, атаҡайым? Ҡолағымды тешләткәнһең, илатыр өсөнмө, атаҡайым? Сеңләүҙән. Шунда уҡ бәләкәс Алтандан сәңгелдәктәге Барһындың ҡолағын тешләтеп үк ҡуйҙылар, ти. Әкиәттән. Миңнеғол да һылыуҙы бер күреүҙә оҡшатты, ҡыҙ атаһы Мәүлетбай, бик хуп күреп был эште, ҡыҙ ҡолағын тешләтте. М. Буранғолов.
ҠОЛАҠ ТИШЕҮ (ҡолаҡ тиш-) (Р: проколоть мочку уха для серёжек; И.: pierce ап ear-lobe; T.: kulak deldirmek) ҡ.
1. Алҡа тағыу өсөн ҡолаҡ йомшағын үтә сәнсеү. □ Проколоть мочку уха для серёжек. Ҡолаҡ тишеп алтын һырғалар кейеү.
2. миф. Башҡорт мифологияһында ен-шайтандарҙан һаҡланыу өсөн ҡолаҡ йомшағын тишеп алҡа тағыу. □ Проколоть мочку уха для серёжек (в башкирской мифологии символизирует наложение метки, отметины, направленной на охрану, указывающей на принадлежность кому-то, чтобы не пристала нечистая сила). ■ Ҡолаҡты
ҡоштар килгәндә һәм киткәндә тишмәйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛАҠ ТИШТЕРЕҮ (ҡолаҡ тиштер ) (Р: прокалывание ушей; И.: piercing of one’s ear-lobes; T.: kulak delme) ҡ. миф.
Балаһы үлеп торған ҡатындың балаһын һаҡлап ҡалыу өсөн, сабыйҙың ҡолағын тишеп, һырға тағыу (йола). □ Прокалывать уши. // Прокалывание ушей (в башкирской мифологии символизирует наложение метки, отметины, направленной на охрану, указывающей на принадлежность кому-то, чтобы не пристала нечистая сила). М Бала йыш ауырыһа, (ҡыҙмы, малаймы булыуына ҡарамаҫтан) ҡолаған тиштереп, уға һырға таҡҡандар. Ышаныуҙар байынса, ул баланы яман көстәрҙән, ауырыу эйәләренән һаҡлаған, һырға үҙе төшөп ҡалғансы йөрөргә тейеш булған. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЛАҠ ТОНДОРҒОС (Р: гриб-дождевик; И.: puffball; T.: kurtmantarı) и. бот. диал.
Туп һымаҡ ап-аҡ йомро бәшмәк; һаңғырау бәшмәк. □ Гриб-дождевик (лат. Lycoper-don). Ағас төптәрендә ҡолаҡ тондорғостар күренә. Ҡолаҡ тондорғос йыйыу. И Беҙҙең яҡта ҡолаҡ тондорғосто борҡолдаҡ бәшмәк, тип тә әйтәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠОЛАҠ ТОНДОРОУ (ҡолаҡ тондор-) (Р: закладывать уши; И.: have one’s ears blocked; T: kulaklar tıkanmak) ҡ.
1. Бик көслө тауыш, шау-шыуҙан ҡолаҡ ишетмәй тороу. □ Закладывать уши. ■ Ер тетрәтеп, ҡолаҡ тондороп тәгәрәгән ташты, килеп етер-етмәҫтән, Алпамыша йүгереп барып, кире тибеп ебәргән, ти. «Алпамыша». Ферма яғынан, ҡолаҡ тондороп шатырлап, мотоцикл килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Ҡолаҡ тондороп, арбалар даңғырлай, ҡорал шылтырай, йөрәктәргә дәһшәт һалып, ат тояҡтары тупырлай. Я. Хамматов.
2. күсм. Ҡысҡырып оҙаҡ һөйләп ялҡытыу. □ Прожужжать все уши. Хәбәр һөйләп ҡолаҡты тондороу.
430