ҠОЛАС КИРЕҮ
кәмәлә аяғүрә баҫып килә. 3. Биишева. Ғәләү салҡан әйләнеп, ҡолас йәйеп кирелде. Б. Бикбай.
2. күсм. Ихласлыҡ, бөтә күңелде биреп асыҡ йөҙ күрһәтеү. □ Встречать с распростёртыми объятиями. Ҡолас йәйеп ҡаршы алыу. ■ Ғилман ағаһының район күләмендә абруйы иҫ киткес ҙур. Ҡайҙа ғына бармаһындар, уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Д. Бүләков. «Ил һаҡсыһы, әйҙә, түрҙән уҙ!» — тип ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Н. Иҙелбай.
3. күсм. Киң күләм, үҫеш алыу. □ Развиваться широко, принять широкий размах. Игенселек илдә ҡолас йәйҙе. ■ Бында ябай фетнә йәки бандитизм түгел, ә бик етди милли хәрәкәт ҡолас йәйә. Й. Солтанов. Колхоз баҫыуҙарында яҙғы ҡыр эштәре көндән-көн киңерәк ҡолас йәйә. «Ейәнсура таңдары», 10 апрель 2011.
ҠОЛАС КИРЕҮ (ҡолас кир-) ҡ. ҡар. ҡолас йәйеү. Ҡолас киреп бесән сабыу. Ҡолас киреп эшләү. ■ Айҡай ҙа ғына сайҡай ҡолас киреп, таштар ҙа ғына вата, ай, һарайға. Халыҡ йырынан. Фәхри, ҡоласын киреп, кәр-тә ҡапҡаһына арҡыры баҫты. Б. Бикбай. [Ирназар:] Их, илгә ҡайтып, ҡолас киреп бесән сапҡым килә. Ә. Хәкимов.
ҠОЛАСЛАУ (ҡоласла-) (Р.: обхватывать; И.: girdle; T.: kucaklamak) ҡ.
1. Ҡолас эсенә алыу. □ Обхватывать, брать в обхват. Атҡа ҡоласлап бесән һалыу. Һаламды ҡоласлап малға ташлау.
2. Ҡулдарҙы киң йәйеп нимәлер эшләү.
□ Раскидывать руки. ■ Кинйәғол һыу өҫтөнө ҡалҡҡас та туҡтаманы, ҡулдарын ҡоласлап йөҙөп, Иҙелдең уртаһына табан китте. А. Таһиров. Гөлзада, күк көйәнтәһен ҡоласлап, шишмәгә китте. Й. Гәрәй.
ҠОЛАС ТАШЛАУ (ҡолас ташла-) (Р: раскинуть руки; И.: spread (out) one’s arms; T.: kolları geniş geniş açmak) ҡ.
1. Ике ҡулды ике яҡҡа йәйеп ебәреү.
□ Раскинуть руки. Ҡолас ташлап йоҡлау. ■ [Кеше] табышына уҡталған ҡарсыға
кеүек, ике ҡулын алға һондо ла ҡапыл һыуға ырғыны һәм ҡолас ташлап түбән ҡарай йөҙөп китте. Н. Мусин. Рифҡәт һике өҫтөндәге бесәндә ҡолас ташлап йоҡлай ине. Ф. Иҫәнғолов. Ун-ун бер йәштәрҙәге бер малай ҡолас ташлап йоҡлап ята. 3. Биишева.
2. күсм. Нимәнелер ҙур ихласлыҡ менән эшләү. □ Делать что-л. с удовольствием, охотно. Ҡолас ташлап өй йыйыштырыу. ■ Мәһиә эште ярты-йорто ғына түгел, ә еренә еткереп ҡолас ташлап эшләргә ярата. Картотека фондынан.
ҠОЛАС ҺАЛЫУ (ҡолас һал-) ҡ. диал. ҡар. ҡоласлау 2. Ҡолас һалып эшләү.
ҠОЛАТҠА [рус. колодка] (Р: путы; И.: block; T: at kösteği) и. иҫк.
Уҫал аттың аяғына кейҙерә торған ағас ҡоршау. □ Путы. Ҡолатҡа кейҙереү.
ҠОЛАТЫЛЫУ (ҡолатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡолатыу 2. страд, от ҡолатыу 2. М Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылды, һ. Дәүләтшина.
ҠОЛАТЫУ (ҡолат-) (Р: валить; И.: fell; T.: devirmek) ҡ.
1. Торған ерҙән йәки үрҙән ауҙарыу; йығыу. □ Валить, сваливать, сбрасывать. // Сваливание, сбрасывание. ■ Йәштәр һунарға йөрөү, солоҡ сабып ябыу, хатта умарта тотоу тураһында уйлап та бирмәй, бар белгәндәре — мотобысҡы менән дөбөр-шатыр ағас ҡолатыу. Н. Мусин. Ҡая ташҡа ҡарап уҡ аттым, ыласын ғына ҡошто ҡолаттым. Халыҡ йырынан. Минең йөҙәр йыллыҡ ҡарт имәндәрҙе ҡолатып үтә торған дауылдар эсендә ҡалғаным бар. С. Ҡудаш. Ҡапыл шартлау йәш егетте аттан ҡолатты. Р. Бикбаев.
2. күсм. Хакимлығын бөтөрөү, урынынан алып ташлау, төшөрөү. □ Сваливать, свергать, низвергать, сбрасывать. // Свержение, низвержение. Батшалыҡты ҡолатыу. М Шаҡман түрә лә шул саҡ хатта Ҡазан ханын тәхетенән ҡолатып, урынына үҙе менеп ултырған кеше кеүек хис итә ине. К. Мәргән. Батшаны ҡолатып, уның бөтә
434