ҠОМРОҠ
ҠОМОҒОУ (ҡомоҡ-) (Р.: засахариваться; И.: become sugared; T.: şekerlenmek) ҡ.
1. Оҙаҡ ултырып ярмаланыу (балға, ҡайнатмаға ҡарата). □ Засахариваться (о мёде, варенье). Бал ҡомоғоп бөткән. Ер еләге ҡайнатмаһы ҡомоға башлаған. Ҡайнатманың шәкәре куп булһа, ул muş ҡомоға.
2. Ҡом баҫып һайығыу (йылға, кулгә ҡарата). □ Обмелеть, становиться мелководным. Йылға ҡомоға башлаған. Кулдәр ҡомоғоп бөткән. Я [Нәркәс — Һәубәнгә:] Ҡомоғор кул төптәре, ылымыҡ баҫыр ул саҡта. «Аҡбуҙат».
3. диал. ҡар. ҡомаҡланыу I. Самауыр ҡомоҡҡан.
ҠОМОЙ I (Р.: глиняная посуда; И.: clay ware; T: çanak çömlek) и.
Балсыҡтан яһалған сеүәтә; йәйпәк көр-шәк. □ Глиняная посуда. Ҡомойға һөт һалыу.
ҠОМОЙ II и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Ҡомой ҡаптырыу. Я Тимер Ҡойо буйында купме йыуа йыйҙы, Аҡселәндә ҡомой, сабаҡ ҡаптырҙы. Б. Бикбай. Иҫке Нөгөш тигән ҡултығы бар, Мәстулеге булды балыҡлы, шукә, ҡомой, алабуғалары туйҙырғандыр эшсән халыҡты. Картотека фондынан.
ҠОМОЙ III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле.
ҠОМОҠ (ҡомоғо) и. зоол. диал. ҡар. ялман. Ҡомоҡ өңө. Ҡомоҡ аулау. Ҡомоҡ тотоу.
ҠОМОҠА I и. зоол. диал. ҡар. ҡомай II. Я Шаян, йылғыр бәрҙеләр тотторманылар .. малайҙар аптырап ҡомоҡа, селбәрә ҡаптыртырға булдылар. Я. Хамматов.
ҠОМОҠА II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, түңгәүер ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Назва
ние родовых подразделений башкир племён кыпчак, тангаур.
ҠОМОҠТОРОУ (ҡомоҡтор-) (Р: давать засахариться; И.: let become sugared; T.: şekerlendirmek) ҡ.
Оҙаҡ ултыртып ярмаландырыу (балды). □ Двать засахариться (мёду). Балды ҡомоҡтороу.
ҠОМОРЛОҠ (ҡоморлоғо) (Р: боярышник; И.: hawthorn; Т.: аһҫ) и. бот. диал.
1. Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡлы ағас; энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). Декоратив ҡоморлоҡ. Сәнскәкле ҡоморлоҡ.
2. Шул ағастың емеше. □ Боярышник (плоды). Ҡоморлоҡ һөйәге. Ҡоморлоҡ йыйыу.
ҠОМОРО с. диал. ҡар. ҡомарлы. Эшкә ҡоморо кеше.
ҠОМОРОҠ I (ҡомороғо) и. бот. диал. ҡар. айыу баланы. Ҡоморок йыйыу. Я Беҙҙең яҡтарҙа ҡомороҡтар куп уҫә. Экспедиция материалдарынан.
ҠОМОРОҠ II (ҡомороғо) и. диал. ҡар. ҡумшырыҡ. Я Балыҡтар ҡомороҡҡа ҡасҡан. Экспедиция материалдарынан.
ҠОМОРТҠО и. диал. ҡар. бабасыр. Ҡомортко йомортҡаһы.
ҠОМОС (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Танып ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени танып.
ҠОМ ӨЙӨМӨ (Р: песчаная дюна; И.: sand dune; T: kumul) и.
Сүлдәрҙә ел тарафынан күсерелә торған ҡом убаһы; бархан. □ Песчаная дюна; барханы. Ҡом өйөмдәре йөҙ метрға етә.
ҠОМРОҠ (ҡомроғо) (Р: бересклет; И.: elder berry; T: mürver) и. бот. диал.
Ваҡ аҡлы-аллы сәскәле, ҡыҙыллы-һа-рылы емеш биргән, ҡыуаҡлы үҫемлек; осҡат.
451