ҠОЯШ ВАННАҺЫ
3. Иретеп бөтөрөү (ҡарға, боҙға ҡарата).
□ Таять под солнцем, таять на солнце (о снеге, льде). Ҡарҙы ҡояш ашай.
ҠОЯШ БАЙЫУ (ҡояш байы-) (Р.: закатываться, заходить (о солнце); И.: sunset; T: güneşin batması) ҡ.
1. Ҡояштың көнбайыш горизонтта юға-лыуы. □ Закатываться, заходить (о солнце). // Закат, заход солнца. Ҡояш байыуға эште бөтөу. Ҡояш байыу менән һыуыта. М Бөгөн кис, ҡояш байыр алдынан, иртәнән алып томан ҡапланы ла, быҫҡаҡлап ваҡ ҡына куҙле ямғыр яуа башланы. Т. Хәйбуллин. Нисек итһәк тә иттек, ҡояш байыуға бер кәбән ҡойолдо. Н. Мусин. Хаммат, Таиба әбей, Байрас — өсәуләп, һәр бер ҡыштырлауға ҡолаҡ һала-һала, тып-тын ултырып ҡояш байыуын көттөләр. 3. Биишева.
2. миф. Ҡояштың көн дә горизонтта юғал ыу ы (төрлө ышаныуҙарға бәйле куре-неш). □ Заходить, закатываться (о солнце). Ш Ҡояш байығас, бысраҡ һыу тугергә ярамай. Тугергә тура килһә: «Еркәйем, ғәфу ит», — тип, «Бисмилла» әйтеп тугәбеҙ. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОЯШ БАЙЫШЫ (Р. запад; И : the West; T: batı) и.
Ҡояш байыған тарафҡа ҡарап билдәләнелгән урын; көнбайыш. □ Запад, доел. Место захода солнца. Ҡояш байышында саҡ һыҙатланып куренеусе шәуләләр. ■ Ҡөн сығышы һәм ҡояш байышы, шаршылар сыл-тырауы, япраҡтар шыбырлашыуы, ҡоштар һайрауы, ел ҡағышы — быларҙың бөтәһе лә тыуған яҡ тип аталған төшөнсәнең биҙәктәрен, моң-ғәмдәрен барлыҡҡа килтергән. М. Ҡотлоғәлләмов. Тәрәбстан шимал яғынан Суриә, шәреҡ яғынан Басра курфәзе, джәнуб яғынан Амман диңгеҙе, ҡояш байышы тарафынан Шаб диңгеҙе менән сикләнмештер. М. Ғафури. Ҡояш байышы яҡтағы офоҡто .. алһыу көңгөрт яҡтылыҡ ҡаплағайны. Н. Мусин. Ҡояш байышы яғында эңер Сулпаны йымылдап тора. 3. Биишева. Ниндәйҙер бер юғалтыу ҙа кеуек тау артында ҡояш байы
шы, ғумер буйы таңғы моңдар менән монар йәшәр йәндә һыйышып. Л. Абдуллина.
ҠОЯШ БАТЫУ (ҡояш бат-) ҡ. ҡар. ҡояш байыу. Ҡыҙарып ҡояш батыуы. Ҡояш батыуын куҙәтеу. ■ Ҡояш батһа, туңәрәк ай ҡалҡһа, сыуаҡлы төн көнгә ялғана. Я. Ҡол мой. Томйороп барып ҡояш батҡан. Тағы таң атҡан. Ә. Вахитов. Баҡыр куҙле йылан куҙе ҡояш батҡас асыла. Халыҡ ижадынан.
ҠОЯШ БАТШАҺЫ (Р.: божество солнца; И.: Sun king; T.: Güneş Tanrısı) и. миф.
(баш хәреф менән) Күктәге ҡояштың батшаһы, тәңреһе. □ Божество солнца. Ҡояш батшаһына ышаныу. ■ Һомай — Ҡояш менән ҡоштар батшаһы иҫәпләнгән кук тәңреһе Самрау ҡыҙы. Ә. Сөләймәнов.
ҠОЯШ БИТЕ (Р: солнцепёк; И.: heat of the sun; T: güneşin alnında) и.
Ҡояш төшкән урын. □ Солнцепёк. Ҡояш битенә ҡуйыу. Ҡояш битендә кипте-реу. ■ Ағай, атының сбруйҙарын һалдырып, яр башына, ҡояш битенә киптерергә теҙҙе. Ф. Иҫәнғолов, һурән ҡояш битендә һөңгө остары, эйәр-әпсендәрҙең еҙ айылдары йымылдай. Ә. Хәкимов. Ана, бала-сағаларҙың ҡояш битенә — сыуаҡҡа сығып, әуеҫ-лек тубәһенә менеп, ҡурсаҡ уйнауҙары. Т. Йәнәби. [Буранбай менән] тышҡа ҡояш битенә сығабыҙ. Ниңәлер бында иркен, рәхәт кеуек тойола. Д. Юлтый.
ҠОЯШ БОРОЛОШО и. диал. ҡар. ҡояш торошо. Ҡояш боролошо осоронда. Ҡояш боролошона ҡарап. Йәйге ҡояш боролошо. Ҡышҡы ҡояш боролошо.
ҠОЯШ ВАННАҺЫ (Р.: солнечная ванна; И.: sun bath; T: güneş banyosu) и.
Тәнде ҡояш нурҙары тәьҫире менән дауалау, сыныҡтырыу процедураһы. □ Солнечная ванна. Ҡояш ваннаһы алыу. ■ Ҡояш ваннаһы балаларҙың тәненә матур төҫ биреп кенә ҡалмай, тиренең витаминдар менән туҡланыуына ла булышлыҡ итә. «Башҡортостан», 19 август 2011.
525