Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 61 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАБАРЫНҠЫ
1. Әсе ҡамырҙан йоҡа итеп йәйеп, табала, майҙа бешерелгән йәймә. □ Лепёшка из кислого теста, испечённая в масле (в виде плоского кружка); пышка. Ҡабартма бешереү. Ҡабартма менән һыйлау. ■ Ямғыр ҡоя ла ҡоя, Миңзифа инде иртәнге сәй әҙерләй. Ҡөпәйгән ҡорһаҡлы еҙ самауыр, хозур кешнәп, тур башында уҡ тора, йәйпәк тәрилкәгә ҡат-ҡат өйөлгән майлы ҡабартма шаҡмаҡлы ашъяулыҡ уртаһынан килбәтле урын биләй. Й. Солтанов.
2. миф. Йола буйынса мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу мәжлесенә, аятҡа бешерелгән йәймә. □ Лепёшка (ритуальная еда, приготавливаемая для поминального обряда, поминальной трапезы). ■ Аятҡа ҡоймаҡ ҡойҙоҡ, ҡабартма бешерҙек. Мәрхүмдең етеһенә ете ҡабартма, ҡырҡына ҡырҡ ҡабартма бешереү йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАБАРТМА II (Р.: волдырь; И.: blister; T.: su kabarcığı) и. диал.
Ҡабарып сыҡҡан эсе һыулы ҡыуыҡса; ҡабарсыҡ. □ Волдырь. Усҡа ҡабартма сыҡҡан. Ҡабартма һытылыу.
ҠАБАРТЫЛЫУ (ҡабартыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡабартыу, страд, от ҡабартыу. ■ Хәбәр ҡалаға йәшен тиҙлеге менән таралды. Телдән телгә күсеп ҡабартылды. И. Насыри.
ҠАБАРТЫУ I (ҡабарт-) (Р.: взбивать; И.: shake, fluff up; T.: kabartmak) ҡ.
1. Ҡаҡҡылап-Һуҡҡылап тырпайтыу, ҡалҡытыу. □ Взбивать, взбить, пушить что. // Взбивание. Шәлде ҡабартыу. Яҫтыҡ-юрғандарҙы ҡағып, ҡабартып алдым. Сәсте ҡабартыу. ■ Бүрәнә өйҙөң түр яғына буйҙан-буй түшәлгән урындыҡҡа йөндән һуғылған балаҫ йәйелгән, стена буйлатып аҡ кейеҙ түшәлгән, төпкө мөйөшкә эре биҙәкле, сатин тышлы мендәрҙәр ҡабартып ҡуйылған. 3. Ураҡсин.
2. Үрә торғоҙоу, тырпайтыу. □ Топорщить, топырить (перья, шерсть). ■ Ниғмәтулла һүрелеп барған утлы торонбашты алып ырғытты. Бүре, һыртындағы йөндәрен ҡабартып, уңға һикерҙе. Я. Хамматов.
• Эт этлеген итә: арығын белдермәҫ, бүрегә һыртын ҡабарта. Әйтем.
3. Өрөлдөрөү, ҙурайтыу; һауа тултырыу. □ Надувать, надуть (о мяче, пузыре и т. п.). Тупты ҡабартыу.
4. Ниндәйҙер шыйыҡ нәмәне туғып күпертеү. □ Взбивать, вспенивать (сливки, яичный белок). // Взбивка. Йомортҡа ағын ҡабартыу. Ҡаймаҡты ҡабартыу.
5. Утта тотоп, ҡайнатып алыу. □ Кипятить, вскипятить (молоко и т. п.). Сәйҙе ҡабартыу, һөттө ҡабартыу. Туҡмас ҡабартыу.
6. күсм. Хәл-ваҡиғаны саманан аштырыу, арттырыу. □ Раздувать, преувеличивать что. Ҡабартып һөйләү. Хәл-ваҡиғаларҙы ҡабартыу. Ғәйбәтте тағы ҡабартыу. ■ Новиков был мәсьәләне үҫтереп, ҡабартып алып китте. Д. Юлтый.
♦ Асыуҙы ҡабартыу ныҡ тәьҫир итеп күңелде ярһытыу, йәнгә тейеү. □ Злить, разозлить. ■ Байталды бүре йыҡҡан тигән хәбәр һунарсының асыуын ҡабартты. И. Кинйәбулатов. Хәкимдең уйламай әйткән һуңғы һүҙе Гөльямалдың асыуын ҡабартты. Я. Хамматов.
ҠАБАРТЫУ II (ҡабарт-) (Р: натирать до волдырей; И.: rub till blisters appear; T.: ovmak) ҡ.
Ышҡып, өйкәтеп күберсетеү. □ Натирать до волдырей, пузырей. Усты ҡабартыу. Ҡулды ҡабартыу. Кискә тиклем оҙон һәнәк менән кәбән һалып, ҡулымды ҡабарттым.
ҠАБАРЫНДЫРЫУ (ҡабарындыр) (Р: позволять держаться высокомерно; И.: allow to put on airs; T.: kabarmaya izin vermek) ҡ.
Маҡтанырға юл ҡуйыу, ҡабарынырға сәбәп биреү. □ Позволять держаться высокомерно. Маҡтап ҡабарындырыу. Бала тәрбиәләгәндә күп маҡтап ҡабарындырып ебәрмәгеҙ.
ҠАБАРЫНҠЫ (Р: пухлый; И.: puffy; Т.: tombul) с.
1. Ҡабарып, тупайып торған. □ Пухлый. Ҡабарынҡы ирендәр. Ҡабарынҡы итәк. ■ Күпертмә сәсле, ҡабарынҡы ирен
61