Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 658 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘ ИНСЕҺЕ
1. Яңы тыуған ҡыҙ балаға ҡырҡ көн тулғас үткәрелә торған йола (оҙон ғүмер символы итеп аҡ еп таратыла). □ Нитки девочки (обряд первого представления новорождённого обществу, во время которого раздавались мотки белых ниток как символ долголетия, светлого жизненного пути ребёнка ). Ҡыҙ ебе сәйенә саҡырыу.
2. Шул йолала бүләк итеп таратылған еп. □ Нитки дочки, девочки, дочери (подарок старушкам-повитухам при рождении ребёнка ). Ҡыҙ ебе таратыу.
ҠЫҘ ИНСЕҺЕ (Р.: скот-приданое невесты; И.: cattle dowry; T.: çeyizlik mal) и. этн.
Килен булып төшкән ҡыҙҙың ата-әсәһе биргән һәм ғүмер буйы милке булып иҫәпләнгән мал; кейәү йортона алып бара торған инсе малы. □ Скот-приданое невесты; скот, завещанный невесте родителями и считающийся её собственностью. Ҡыҙ инсеһе алып ҡайтыу.
ҠЫҘ ЙӘРӘШЕҮ (ҡыҙ йәрәш ) (Р.: сватать девушку; И.: propose smb to smb as a wife; T.: kız istemek) ҡ. этн.
Ҡыҙҙың атаһы йортонда ҡыҙҙы бирергә булып, үҙ-ара һөйләшеп килешеү; ҡыҙ килешеү. □ Сватать девушку (обычай сговора в свадебном обряде). Ҡыҙ йәрәшеүгә әҙерләнеү. • Ҡыҙ йәрәштем — хан булдым, ҡатын алдым — хур булдым. Мәҡәл.
ҠЫҘ ЙӘШЕРЕҮ (ҡыҙ йәшер ) (Р: обряд ритуального прятания невесты; И.: ancient wedding rite; T.: kızı saklamak) ҡ. этн.
Егеткә ҡушыр алдынан ҡыҙҙы йәшергән булып эҙләтеү, бүләк биреп, еңгәләренән таптырыу. □ Обряд ритуального прятания невесты (прятать невесту, чтобы жених выкупил её). Ҡыҙ йәшереүҙе ҡыҙҙың әхирәттәре башҡара. ■ .. Кейәү йортона оҙатылмаҫ борон, Фариза еңгәм ҡыҙ йәшереү йолаһын килтереп сығарҙы бит әле. Г. Яҡупова.
ҠЫҘ КИЛЕШЕҮ (ҡыҙ килеш ) (Р: сговор; И.: asking in marriage; T.: kız istemek) ҡ. этн.
Ата йортонда ҡыҙҙы бирергә (йәки алырға) булып, үҙенең ризалығын алып, буласаҡ ҡоҙалар менән үҙ-ара һөйләшеү. □ Сговор, обряд сватовства. Ҡыҙ килешеү йолаһы.
ҠЫҘ КҮҘЛӘҮ (ҡыҙ күҙлә-) (Р: выбор невесты; И.: choosing a bride; T: kız aramak) ҡ. этн.
Һайлап алыу өсөн ҡыҙ ҡарау, ҡыҙ эҙләү.
□ Выбор невесты. Кәләшлеккә ҡыҙ күҙләү. Ауыл клубында егеттәр ҡыҙ күҙләй. • Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр, болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр. Мәҡәл. Ҡыҙ күҙләһәң, күҙеңдән бигерәк ҡолағыңа ышан. Әйтем.
ҠЫҘ КҮСЕРЕҮ (ҡыҙ күсер-) (Р: перевозить невесту в дом жениха; И.: bride’s arrival; T.: gelini güvey yurduna güçürmek) ҡ. этн.
Туйҙан һуң кейәүгә бирелгән ҡыҙҙы егет йортона килтереү, килен төшөрөү йолаһы.
□ Перевозить невесту в дом жениха. // Проводы невесты. ■ Ҡыҙ күсерергә кейәү кейәү үңгәре менән килә. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘ-ҠАТЫН и. йыйн. ҡар. ҡатын-ҡыҙ. ■ Ҡыҙ-ҡатындар араһында сыр-сыу, ҡысҡырыш, ер һелкетеп саң ҡуптарып, тас та тос һуғыш сыҡты ла китте. Т. Хәйбуллин. Йыл-ғырыраҡ егеттәр ҡыҙ-ҡатындарға үҙҙәренең «уҡымышлылыҡтарын», хеҙмәт итергә әҙер торғанлыҡтарын күрһәтә башланылар. А. Таһиров.
ҠЫҘ ҠОЛАҒЫН ТЕШЛӘТЕҮ (ҡыҙ ҡолағын тешләт-) (Р: обряд наречения невесты; И.: ancient wedding rite; T: bir tür gelenek) ҡ.
Ҡыҙ баланың ҡолағын малайҙан тешләттереп йәрәштереү. □ Обряд наречения невесты (при данном обряде мальчик слегка кусает ушко девочки). Я Ике йәштең йөрәге, икәу-ара теләге ата-әсәгә сиселгән. Ҡыҙ атаһы Мәүлетбай, бик хуп
658