Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 698 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙПЫЛЫШЫУ
2. Бер ситкә ҡыялау. □ Спадать. Ҡыйпылып тороу. Ҡыйпылып китеу. Ҡыйпылып төшөу. Сәсе маңлайына ҡыйпылып төшкән. Ҡыйпылып төшкән сәс. ■ Елгә йығылған суғырмаҡлы ҡарт ҡайын аҫтынан сыҡҡан ҡуян артҡы аяҡтарына баҫты .. ҡыйпылған өҫкө иренен һулҡылдатты, тырпайған бер нисә бөртөк мыйығын ҡыймылдатып, һауаны еҫкәне. Я. Хамматов.
3. Ҡапыл бер яҡҡа янтайыу; ҡыйғалау. □ Уклоняться. Ҡыйпылып китеу. М Буре, ҡаршылағы кешеләрҙе кургәс, бер яҡҡа ҡыйпылып саба башланы, ти. Әкиәттән. Үлем сәсеусе ауыр йөктәрен бушатҡандан һуң да китергә теләмәгән дошман само-лёттары, тәпәшәктән генә ҡыйпылып осоп, ергә боҫҡан һыбайлыларҙы ҡурғаш ямғыры менән ҡойондорҙо. Я. Хамматов. Йылға өҫтө, көҙгө һымаҡ, ҡояшта ялтлап ята, унда мең төрлө нурҙар уйнай, саҡ ҡына юғарыраҡ аҡсарлаҡтар ҡыйпыла. Д. Бүләков. Башындағы йәрәхәте зырҡырап һыҙлай. Ярай әле, бәхетенә, улемесле уҡ сикәһенә ҡыйпылып ҡына тейеп уткәйне. Ә. Хәкимов. Баш осомда ғына ҡарлуғастар ҡыйпылып утә. М. Кәрим.
ҠЫЙПЫЛЫШЫУ (ҡыйпылыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыйпылыу, взаимн. от ҡыйпылыу. Ҡоштар ҡыйпылышып оса.
ҠЫЙПЫС I с. ҡар. ҡыйпысыҡ. Ҡыйпыс ҡыҙ.
ҠЫЙПЫС II (Р.: отрез; И.: length; T.: kupon) и.
Ҡыйып ҡырҡып алынған киҫәк; ҡырҡынды, ҡыйпылсыҡ. □ Отрез, лоскуток. Ситса ҡыйпысы.
ҠЫЙПЫСЛАНЫУ (ҡыйпыслан-) ҡ. ҡар. ҡыйпысыҡланыу. Ҡыйпысланып йөрөу. Ҡыйпысланып тороу.
ҠЫЙПЫСЫҠ (Р.: кривляющийся; И.: coquettish; T.: şaklabanlıklar eden) с.
Төрлөсә борғоланған булып ҡыланыусан; ҡылансыҡ, ҡыйпанлаҡ, ҡыйпыс. □ Крив
ляющийся, кокетливый. Ҡыйпысыҡ бала. Ҡыйпысыҡ ҡыҙ. Ҡыйпысыҡ булыу.
ҠЫЙПЫСЫҠЛАНЫУ (ҡыйпысыҡлан-) (Р: кривляться; И.: behave in an affected manner; T.: kırıtmak) ҡ.
Төрлөсә борғоланған булып ҡыланыу; ҡыйпысыҡ булыу. □ Кривляться, кокетничать. Ҡыҙ ҡыйпысыҡлана. Ҡыйпысыҡланып ултырыу. Ҡыйпысыҡланып тороу.
ҠЫЙПЫТЫУ (ҡыйпыт ) (Р: резать наискосок; И.: cut slantwise; T: verevliğine kesmek) ҡ.
1. Бер ситтән ҡыя тартып сабыу йәки ҡырҡыу. □ Резать наискосок, рубить косо. Икмәкте ҡыйпытыу. Ит киҫәген ҡыйпытыу. ■ Айбулаттың асығыуы сигенә етте, ҡулындағы тоҡсайҙы сисеп, Мәғфурә еңгәһе һалған сөсө икмәктең бер ситен ҡыйпытып бу леп алып ҡапты ла ипләп кенә сәйнәй башланы. Һ. Дәүләтшина.
2. Бер ситкә ҡыялатыу. □ Косить. Яулыҡты ҡыйпытып ябыныу.
3. Бер яҡҡа янтайыу, ҡыялау. □ Уклоняться. Ҡыйпытып йугереп китеу. Ҡыйпытып сығып китеу. Н Етмәһә, ни ҡыҫлам, ни сиҙәм тугел, ер уҙе килеп, тас аҡтамыр була, төрәнгә тығыла, һабан тағы ситкә ҡыйпытып сығып китә, сей ҡала. Ж. Кейекбаев.
4. кусм. Күңелгә тәьҫир итеү. □ Задевать, беспокоиться. Йөрәкте ҡыйпытыу.
ҠЫЙПЫУ (ҡыйпы-) (Р: срезать верхушку; И.: cut the top off; T: tepesini kesmek) ҡ.
1. Ҡыя тартып, ситтән йәки остан ҡырҡыу; уя ҡырҡыу, өҙә ҡырҡыу; ҡыйыу. □ Срезать верхушку (травы). Үлән башын ҡыйпыу. Ш [Гаңдысаның] малдары юл ситендәге улән баштарын ҡыйпып ашап бара. «Ҡуңыр буға». Был хәбәр Алдарҙың ҡайғыһын ҡыйпып осорҙо, куҙен ҙур асып, атаһына ышанмағандай ҡараны. Н. Мусин. Фәтихов, тәҙрә ҡапҡасы ярығынан төшкән яҡтылыҡта газета ситен ҡыйпып алып, тәмәке төрөп көйрәтте. И. Абдуллин.
698