Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 794 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫСМА-КҮС
Ҡысҡырышып алыу. Ҡысҡырышып йөрөу. Ҡысҡырышып тороу. М Баяғы купергә һыймай торған кешеләр кеуек, ҡайһы бер тыҡрыҡтарҙа, урамдарҙа гөрләшеп, ҡысҡырышҡан кумәк тауыштар яңғырай. Һ. Дәүләтшина. Таҙ уҙе йоҡламай ғына ята ине, яҡында ғына ҡысҡырышҡан тауыштар ишетте, ти. Әкиәттән. [Малайҙар] сисенеп һыуға төшөп йыуына ғына башлағайнылар, ур яҡта ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштар ишетелде. И. Ғиззәтуллин. Мицлеғәле шау-шыу ҡубарып ҡысҡырышҡан малайҙар яғына йугерҙе. Я. Хамматов.
2. Үҙ-ара һүҙгә килешеү, ҡысҡырып әрләшеү. □ Кричать, покрикивать друг на друга. М Өҫ бөтәйеп, тамаҡ туймаҫ, ер һатһаҡ та, куп алырға ҡысҡырышып талашһаҡ та. Бәйеттән. Курше ишек алдында Сәрби тутай менән Әхмәтша ҡараҡ, ғәҙәттәренсә, ниҙер булешә алмай ҡысҡырыша. 3. Биишева. Ҡаҙанкап тәуҙә уҙенең ике бисәһе уҙ-ара ҡысҡырышып ирешәләр икән тип уйлағайны. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫСМА-КҮС и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II. Ике төрткөлө ҡысма-кус. Ҡысма-кус осороу.
ҠЫСМАУ (Р.: подвязка; И.: garter; Т.: bağ) и.
1. Ҡунысты үрҙән ҡыҫып бәйләп ҡуя торған суҡлы бау; ҡунысбау. □ Подвязка, завязка (с кистями для подвязывания паголенка). Сарыҡ ҡысмауы. ■ [Айбулат] ни эшләргә белмәгән кеше һымаҡ, аяғындағы аҡ сарығының ҡысмауын тартты. Һ. Дәүләтшина.
2. миф. Күҙ тейеүҙән һаҡлаусы миф-лаштырылған предмет (килен тарафынан малайҙарға таратылған буләк). □ Подвязка, завязка (мифологизированный предмет, входящий в число подарков невесты, которые она раздаёт мальчишкам рода; символ силы, охраняет от сглаза). > Килен малайҙарға ҡысмау, ҡыҙҙарға йөҙөк тарата. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫСМӘТ [ғәр. и. ҡар. ҡисмәт.
ҠЫСУР [ғәр. (Р.: недостаток; И.: deficiency; T.: kusur) и. иҫк. кит.
Кәмселек, етешһеҙлек. □ Недостаток, дефект. М Һәр кемдең был донъяла һурәте бер, бер-береһенә ҡарағанда юҡ ҡысуры. М. Ғафури.
ҠЫСЫЛДАУ (ҡысылда-) (Р.: покрываться струпьями; И.: get covered with scabs; T.: yara kabuğu ile kapanmak) ҡ.
Ҡутыр менән ҡапланыу. □ Покрываться струпьями, болячками. Баш ҡысылдау. Ҡул ҡысылданы.
ҠЫСЫЛЫҠ (ҡы сыл ығы) (Р: водяная крапива; И.: kind of nettle; T.: bir ısırgan türü) и. бот. диал.
Дымлы урындарҙа үҫкән аҡ сәскәле, япрағы ҡыр кесерткәненә оҡшаш, саҡмай торған үлән; күл кесерткәне. □ Водяная крапива, кушир (лат. Ceratophyllum demersum). Ҡысылык япрағы. Ҡысылык төнәтмәһе.
ҠЫСЫНДЫРЫУ (ҡысындыр-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. ҡысыныу 1. безл. от ҡысыныу. ■ Кесерткән биҙгәге — тәнде сабырттыра, ныҡ ҡысындыра торған ауырыу. Интернет селтәренән.
ҠЫСЫНМА (Р: чесотка; И.: scabies; Т.: uyuz (hastalığı) и. мед.
Тәнде ҡысыттырып, сабыртып сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы. □ Чесотка. / Чесоточный. Ҡысынма сығыу. Ҡысынма сыҡҡанда, аҡһырғаҡ төнәтмәһе менән йыуынырға кәрәк. М Ҡысынма — йоғошло тире ауырыуы. Ул ҡысынма менән сирләгән кешенән йоға. В. Ғүмәров. Фәтҡуллаға йәше тулыр-тулмаҫ, ҡысынма сире йәбешә, аҙаҡ был алама сир аҙғандан-аҙып, башына менә. Ә. Хәкимов.
ҠЫСЫНЫУ (ҡысын-) (Р: чесаться; И.: itch; T.: kaşınmak) ҡ.
1. Төрлө ерҙән тән ҡысып, тырнаныу. □ Чесаться; чувствовать зуд, зудеть. Ҡысынып алыу. Ҡысынып йөрөу. Ҡысынып
794