Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 298 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МИНИАТЮРСЫ
МИНИАТЮРСЫ (Р.: миниатюрист; И.: miniature painter, miniaturist; T.: minyatürcü) и. сәнғ.
Миниатюралар яһаған рәссам. □ Художник-миниатюрист. Талантлы миниатюрсы. Миниатюрсылар өсөн ҡулланма. Йәш миниатюрсылар өсөн дәреслек. Миниатюрсы ижады. Миниатюрсы күргәҙмәһе. Миниатюрсы асыҡ буяуҙар менән оҫта эш иткән.
МИНИМАЛИСТ [рус.] (Р: минималист; И.: minimalist; Т.: minimalist) и.
Бөтә эштәрҙе, башланғыстарҙы минималь күләмдә сикләп, һаҡ эш итеүсе кеше. □ Минималист (человек, стремящийся ограничить всякое общественное начинание минимальными задачами, минимальными размерами по причине чрезмерной осторожности, боязни риска, отсутствия смелости), һәр йәһәттә минималист булып ҡалыу. Минималист ҡарашы буйынса эш итеу. Мини-малисҡа эйәреү.
МИНИМАЛЬ [рус.I (Р: минимальный; И.: minimum; minimal; T.: en az) c.
Сағыштырмаса иң бәләкәй, иң әҙ; киреһе — максималь. □ Минимальный. Минималь талап. Минималь алыҫлыҡ. ■ Бала тыуғанға тиклем һәм тыуғандан һуң бирелә торған аҡсаны .. минималь эш хаҡынан сығып түләйҙәр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
МИНИМУМ [рус. < лат. minimum] (Р: минимум; И.: minimum; T.: minimum) и.
1. Талап ителгән иң бәләкәй күләм; киреһе — максимум. □ Минимум. Көнкүреш минимумы. Минимумға ҡыҫҡартыу. ■ 1 апрелдән шулай уҡ пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы үҫеше кимәленә социаль пенсияларҙы ла 11 процент самаһына ин-дексациялау планлаштырыла. «Киске Өфө», № 17, 2012^
2. Ниндәйҙер бер әлкәлә эшләү өсөн кәрәк һаналған белем һәм сараларҙың йыйылмаһы. □ Минимум. Агротехник минимум. Кандидатлыҡ минимумы. Технологик минимум.
МИНИСТР [рус. < фр. ministere] (Р: министр; И.: minister; secretary; T.: bakan) и.
Министрлыҡтың (1) башында торған хөкүмәт ағзаһы. □ Министр. Ауыл хужалығы министры. Юстиция министры. ■ Үҙәктән тиҫтәләгән эйәрсәндәре менән эске эштәр министры килергә тейеш. Р. Вәлиев.
МИНИСТРЛЫҠ (министрлығы) (Р: министерство; И.: ministry; department; T.: bakanlık) и.
1. Дәүләт идараһының хужалыҡтың йәки идаралыҡтың айырым бер тармағы менән етәкселек иткән үҙәк органы. □ Министерство. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы. Эске эштәр министрлығы. Рәсәйҙең Оборона министрлығы. ■ 3. Ш. Шакиров Казанда-ғы Уҡытыусылар институтына инергә ынтылып ҡарай, тик уның өсөн Халыҡ мәғарифы министрлығынан рөхсәт ала алмай. «Ағиҙел», № 11, 2011. Республика буйынса Эшке эштәр министрлығының территориаль органына законһыҙ һаҡланған ҡоралды тапшырғандарҙы бүләк көтә. «Башҡортостан», 6 апрель 2012.
2. Хөкүмәт, парламентаризм системаһында хөкүмәттең министрҙар составы. □ Министерство (министры данного правительства ). Министрлыҡтағы исемлек. Министрлыҡ вәкиле. Министрлыҡтың алмашыныуы.
3. һөйл. Министр вазифаһы; министр хеҙмәте. □ Должность министра. Министр-лыҡҡа һайлау. Министрлыҡҡа дәғүә итеү.
МИНЛЕК I (минлеге) (Р: самолюбие; И.: self-respect, self-esteem, pride; T.: benlik) и.
Кешемен тигән ғорурлыҡ. □ Самолюбие, якание. ■ [Йәнтимер] төрлө яҡлап иҙергә, минең минлегемде аяҡ аҫтына һалып тапарға тырыша. С. Агиш.
♦ Минлеккә тейеү кешене кәмһетеү, уның баһаһын төшөргән һүҙ йә ҡылыҡ. □ Задеть самолюбие. Кешенең минлегенә тейеп рәнйетеү.
МИНЛЕК II (минлеге) и. диал. ҡар. миндек. Кайын минлек. Йүкәнән минлек бәйләү. ■ Кайындан минлек алғанда: «Шифа өсөн алабыҙ, Хоҙай, һиңә һыйынып
298