Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 599 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЫҒЫУ
вет власын нығытыу өсөн көрәштең алғы һыҙығында була. Р. Шәкүр.
7. Ирешелгән нәмәнең көсөн арттырыу, тотороҡло хәлгә килтереү, ныҡлы итеү. □ Упрочивать, укреплять. Тәртипте нығытыу. Тәжрибәне нығытыу. Теманы нығытыу. ■ Был көндө уларҙың [Сарыбай менән Ҡарабайҙың] һунары уңышлы була, ә көтмәгән бер хәл ике батырҙың дуҫлығын тағы ла нығыта. «Ҡуҙыйкүрпәс». Директор беҙгә тағы ла дуҫлыҡты нығытыу, өйҙә әсәйҙәребеҙгә быға тиклемгенән дә нығыраҡ ярҙам итеу кәрәклеген әйтте. Н. Мусин. Иреңдән дә бигерәк, ҡәйнәңә ярай белеу — ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуҙың төп юлы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
8. кусм. Нимә менәндер нигеҙләү, дөрөҫлөгөн раҫлау. □ Упрочивать, укреплять. Хәбәрҙе нығытыу. Әйткән һуҙҙе нығытыу. ■ [Иҙеукәй — һыуһылыуға:] Исемеңде әйтмәйсе, осоп китмәм, тимәйсе, шул һуҙеңде нығытып, миңә анттар итмәйсе, туның биргән мин булмам. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». һуҙҙе нығытып, хан кешеләре уҙ юлдарында булалар. «Буҙйегет». Ҡапҡанан сыҡҡансы Моратша, ҡоҙаһының вәғәҙәһен нығытырға теләп, уҙ ниәтен белдереуҙе кәрәк тапты. М. Кәрим. Мәғфурә лә Исмәғил хәбәрен нығытты, һ. Дәүләтшина.
9. кусм. Ниндәйҙер бер фекергә килеү, шул фекерҙә туҡтап ҡалыу. □ Упрочивать, укреплять. Уйҙы нығытып ҡуйыу. Фекерен нығытты. ■ Юлыш һаман уҙ уйын нығыта, уҙ хыялын һутә. Ә. Хәкимов. [Әлғәҙе] башындағы уйын нығытыр өсөн, йөҙөнә етдилек индереп, Өмөтбайға бер ҡараны. Ғ. Дәүләтшин. Улар [мәҡәлдәр, әйтемдәр] өгөт-нәсихәткә ҡоролған һөйләшеугә һығымта яһаған ваҡытта фекерҙе нығытыу, ҡеуәтләу өсөн ҡулланыла. «Ағиҙел», № 3, 2010.
♦ Билғау аҫтын {йәки ҡорһаҡты) нығытыу ашап-эсеп туйыныу. □ Плотно поесть. ■ [Сәхиулла:] Йәмәғә-ә-әт, туҡтағыҙ! Штыктарығыҙҙы ергә ҡаҙағыҙ, билбау аҫтарын нығытып алыр ваҡыт! Й. Солтанов. Бил нығытыу 1) буйға етеп көскә ултырыу. □ Окрепнуть (физически). ■ Кемдәрҙер
тирмәләрен яңырта, көрәшселәр ялан эшенән бушатылып, йәш тәкә ашап көс арттырып, бил нығыта. 3. Ураҡсин. Тыуып уҫкән, бил нығытҡан ерҙәр! Моң тиргәнмен һеҙҙә мин тәу башлап. X. Назар; 2) хәлде яҡшыртыу. □ Улучшить, укрепить положение. ■ Аңлай Боғара: тынысыраҡ йәшәйем тиһәң, иң тәуҙә билеңде нығыт, йәғни ҡорал көсөнә таян. Ә. Хәкимов.
НЫҒЫТЫШЫУ (нығытыш-) ҡ. урт. ҡар. нығытыу 1,2. взаимн. от нығытыу 1,2. Соланды нығытышыу. Хужалыҡты нығытышыу. ■ [Анатолий] ялға ҡайтҡан арала ғына ла ҡайныларына бесәнен-утынын әҙерләшеп, аҙбар-ҡураларын нығытышып китә. М. Садыҡова. Ил-халыҡтарҙы яҡынайтыу, ил ҡеуәтен нығытышыу — ҙур миссия — быны Алдар яҡшы аңлай. Ғ. Хөсәйенов.
НЫҒЫУ (нығы-) (Р.: крепнуть; И.: strengthen; fasten; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
1. Яҡшы, ныҡ, бөтөн хәлгә килеү. □ Крепнуть, окрепнуть, укрепляться, упрочиваться. Нығый килеу. Нығый төшөу.
■ Төнөн һәйбәт туңдыра. Ҡар өҫтө арыу уҡ нығып бара инде. Яр. Вәлиев.
2. Үҫеп көслө, баҙыҡ, ныҡлы хәлгә килеү; ныҡ булыу. □ Крепнуть, окрепнуть, укрепляться, упрочиваться. Нығып алыу. Нығып китеу. Ағастарҙың тамыры нығыны.
■ [Оло инәйем:] Ҡанаттарың нығып етмәгән, иҫ итмәҫтән имгәтеп ташламағайҙары. М. Кәрим. Әле нығып етмәгән шыйыҡ, йомшаҡ беләктәре менән һабан ҡулы тотоуы уны [Әнуәрҙе] арыта. Ғ. Лоҡманов. [Харис — Рәйсәгә:] Ҡанаттары нығыған ҡош балалары һымаҡ, осоп сығып китергә генә торалар [улдарым]. Н. Асанбаев. • Бирһәң, билең нығымаҫ. Мәҡәл.
3. Көс йыйыу, сәләмәтләнеү. □ Окрепнуть (после болезни); выздороветь. Ҡаты ауырығандан һуң нығый төшөу. ■ һуғыш ваҡытында ауыр эштәрҙә сырхауланған ҡарсыҡ тәрбиәле аш-һыу өҫтөндә йәшәй башлағас, аҡрынлап һауыҡты, хатта нығып, матурланып китте. М. Садыҡова. Шаһиҙә баланан һуң өс көн бик ҡаты ауырып ятты. Дуртенсе көндө инде ул уҙен яҡшы уҡ нығыған һымаҡ һиҙҙе. Ғ. Хәйри.
599