Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 277 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РИДИКЮЛЬ
РЕЦИДИВИСТ [рус.] (Р.: рецидивист; И.: recidivist; T.: sabıkalı) и.
Яңынан енәйәт ҡылған кеше. □ Рецидивист. / Рецидивистский. Рецидивист ойошторған енәйәт. ■ [Богданов:] Черновой тигән .. бер тип менән һойләштем әле. Атаҡлы рецидивист. Д. Исламов. Һәр хәлдә, уныц рецидивистар шайкаһы башында тороуы кире ҡаға алмаҫлыҡ дәлилдәр менән раҫланды. В. Исхаҡов. Рецидивист ҡараҡтар, ғәҙәттә, үҙҙәрен ҡыйыу, ғорур, буйһонмаусан, киц натуралы итеп күрһәтергә тырышалар, ысынында улар бик түбән йәнле, ҡурҡаҡ бәндәләр. Ғ. Әмири.
РЕЧИТАТИВ [рус. < ит. recitare ‘декла-мациялау’] (Р: речитатив; И.: recitative; Т: resitatif) и. муз.
Телмәр интонацияһы менән ритмикаһын йырҙа ҡушып биргән вокаль форма (күберәк операла була). □ Речитатив. / Речитативный. Вокал сәнғәтендәге речитатив. Речитативтың сығанаҡтары.
РЕЭВАКУАЦИЯ (Р: реэвакуация; И.: reevacuation; T.: tekrar tahliye) и.
Эвакуацияға тиклем йәшәгән, торған урынға кешеләрҙе, техниканы һ. б. кире ҡайтарыу. □ Реэвакуация. / Реэвакуационный. Реэвакуация саралары. Реэвакуация төрө.
РЕЭМИГРАЦИЯ [рус.] (Р: реэмиграция; И.: reemigration; T.: mültecilerin vatanlarına dönmesi) u.
Эмигранттарҙы илдәренә кире ҡайтарыу. □ Реэмиграция. Реэмиграция осоро. Реэмиграция үткәреү.
РИАЛ (Р.: риал; И.: rial; T.: riyal) и.
Иранда аҡса берәмеге. □ Риал. Йөҙ динар бер риалға тиц. Риалдыц тарихы. Алтын риал.
РИГА [рус.] (Р: рига; И.: threshing barn; T.: çiftlik ambarı) и. ҡар. ырҙын.
1. Башы ҡыйыҡлап ябылған, кәлтә киптерә һәм һуға торған урын; ҡыйыҡлы ырҙын. □ Рига. Ригалағы иген. Ригала эшләү. ■ Ауыл осонда ырҙын, ерҙән үк һалам менән ябылған ҙур ғына рига булған. 3. Ураҡсин.
2. диал. Кәлтә ташый торған арба.
□ Сноповозка. Ригаға тейәү. Рига тәгәрмәсе.
РИҒӘЙӘ [ғәр. y*j] (Р.: внимание; И.: care; T.: ilgi) и. иҫк. ҡар. иғтибарлылыҡ.
1. Нимәлер әҙерләүгә, нимәлер тураһында ҡайғыртыуға бәйле эш, хәстәрлек.
□ Внимание. Риғәйә күрһәтеү. Риғәйә менән тәрбиә итеү. ■ [Эшселәр] мине яҡын күрә, уцған шәкерт, тип риғәйә күрһәткән булалар ине. М. Ғафури.
2. Кемгәлер күрһәтелгән ҡәҙер, ихтирам; ололоҡ, дан; хөрмәт. □ Почитание, уважение. Балаларҙың риғәйә ҡылыуы. ■ Падишаһыбыҙ хәҙрәттәренә риғәйәләренең хәлдәре дөрөҫ еткерелеп торһа, .. мәрхәмәт ямғырын риғәйәләре өҫтөнә яуҙырһа, золомлоҡ уттары һүнмәҫ инеме лә риғәйәләре ҡәнәғәтлек тапмаҫ инеме ни? «Батыршаның хаты».
РИҒӘЙӘ ИТЕҮ (риғәйә ит-) (Р. : уважать; И.: respect; T.: dikkat ve ihtiram göstermek, ilgi göstermek; dikkat etmek) ҡ.
1. Хөрмәт итеү, хөрмәтләү; ололау.
□ Уважать. Башҡаларҙан айырым риғәйә итеү. Риғәйә итергә тырышыу. ■ Әсәйем Нурислам ағайҙы бик риғәйә итә, ярата, уны Мәһәҙи ағайҙан алдын күрә ине. М. Ғафури.
2. Иғтибарға алыу. □ Обратить внимание. ■ Байҙарҙан мазлум хаҡын риғәйә ҡылған юҡ тип иғтиҡад ҡылып йөрөһәм дә, был байҙан шундай шәфҡәтле һүҙҙәр ишеткәнем өсөн бай әфәндегә меңдәрсә тәшәккер әйттем. 3. Өммәти.
РИҒӘЙӘ ҠЫЛЫУ (риғәйә ҡыл-) ҡ. ҡар. риғәйә итеү 1. ■ Атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә хаҡы беренсе сиратта. Ошо яҙылмаған ҡанунды иҫтәренән сығармай риғәйә ҡылды балалар. «Йәшлек», 10 ноябрь 2007.
РИҒӘЙӘТ [ғәр. и. ҡар. риғәйә.
Риғәйәт ҡылыу. Риғәйәт биреү.
РИДИКЮЛЬ [рус. < фр. reticule < лат. reticulum ‘сетка’] (Р.: ридикюль; И.: reticule; T.: kadın çantası) и.
Ҡатын-ҡыҙҙың ваҡ-төйәк һалып йөрөтә торған бәләкәй ҡул сумкаһы. □ Ридикюль. Ридикюлдән сығарыу. ■ Быны белгәндең икенсе көнөндә үк мин ридикюлемдә балауыҙ
277