САБАУЫЛ
САБАУЫЛ и. диал. ҡар. сапҡын II, III.
■ Каҙаҡ далаһы сиген утеп китергә ярамай, сөнки унда һаҡ юҡ, төньяҡҡараҡ тартһаң — гарнизон сабауылдарына юлығып ҡуйыуың көн кеуек асыҡ. 3. Ураҡсин. Башҡорт һыбайлылары әле бер ерҙән, әле икенсе урындан экспедицияға сабауыл яһаны, ярҙамға килер полктарҙың юлын булде. Ғ. Хөсәйенов. Тарлауыҡтан иркен тигеҙлеккә килеп сыҡҡан һыбайлылар, сабауылға әҙерләнгәндәй теҙелеп, туҡтап ҡалдылар. Б. Рафиҡов.
САБАУЫЛЛАУ (сабауылла-) (Р.: бегать туда-сюда; И.: run hither and thither; T: koşuşmaya başlamak) ҡ.
1. Бер тегеләй, бер былай сабып, сәбәләнеп йөрөү. □ Бегать туда-сюда, суетиться.
■ Атайым ат туғарған арала, мин оло юл сатында сабауыллап йөрөгән ҙур бер ҡыҙғылт этте куреп ҡалдым. С. Кулибай. Жиһаншах ярһыуын баҫа алмай булмә буйлап сабауыллап йөрөй бирә. Р. Байымов. Барс кеше еҫен һиҙһә, унда һикереп, бында һикереп сабауыллап йөрөй башлай. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. диал. Сабыштырғылап йөрөү. □ Скакать (верхом). Атта сабауыллау. Сабауыллап барыу. Сабауыллап йөрөу.
САБАХ [ғәр. (Р- рассвет; И.: dawn; T.: sabah) и. иҫк. кит. ҡар. таң.
Иртәнге мәл. □ Рассвет, утренняя заря. Сабах нуры. Сабах намаҙы. ■ Әҫәрләнеп сабах нуры илә, һайрай башлар һәр ҡош. С. Яҡшығолов. «Хәйерле сабах, Усман әфәнде!» — тигән һуҙҙәремә ул сырайын ғына һытып ҡуйҙы. Ғ. Ғүмәр.
САБАШ I (Р: промежуток рабочего времени от одной передышки до другой; И.: spell between two intervals; T.: iki paydos arasındaki çalışma zamanı) и. диал. ҡар. һыуһын.
Бесән, иген һ. б. эштәрҙә бер арығансы эшләп алған ваҡыт араһы. □ Промежуток рабочего времени от одной передышки до другой. Бер сабаш эшләп алыу. Бер-ике са-баш бесән сабып ҡайтырға кәрәк. Тағы бер сабаш эшләп алайыҡ та төшкө ашҡа туҡталырбыҙ.
САБАШ II (Р: ба!; И.: bah!; T.: vay!) ымл. диал.
Ғәжәпләнеүҙе белдерә. □ Ба! (выражает удивление). Сабаш, ҡайһы арала өлгөрҙөң? Сабаш, ҡасан ҡайттың? Сабаш, төн уртаһында ҡайҙа бараһың?
САБА ЯУЫУ (саба яу-) (Р: хлестать; И.: beat down; T.: bardaktan boşanırcasına yağmak) ҡ.
Ел ыңғайына бәреп яуыу. □ Хлестать, лить (о косохлёсте — косом дожде, снеге). Саба яуған ҡар. ■ Саба яуған ямғырҙың куҙҙәре тәҙрәгә һыпырта бәрелгәнгә, тәҙрәнең өлгөләре аҡрын ғына дыңғырлайҙар. Ж. Кейекбаев.
САБЗА [фарс. >н] (Р: сабза; И.: stoneless raisins; T.: çekirdeksiz kuru üzüm) u.
Йөҙөмдөң төшһөҙ төрө. □ Сабза (изюм из винограда без косточек). Сабза ашау. Сабза һатыу. Кипкән сабза.
САБИАЛАР (Р: младенцы; И.: infants; Т.: bebekler) и. иҫк. ҡар. сабый 1.
Бәләкәй балалар. □ Младенцы. Сабиа-лары менән кусеп килделәр. Ике сабиалары бар. Сабиалар куп тыуа.
САБИҠ [ғәр. (Р: прежний; И.: former; T.: sabık) с. иҫк. кит. ҡар. элекке.
Элегерәк, алдараҡ булған. □ Прежний; предшествующий. Сабиҡ заман. ■ Екатеринбург куптән ук беҙҙең .. хәҙерге Тамъян-Ҡатай кантонын, сабиҡ Ку-ҙәй кантонын, хәҙерге Мәсәғут, Арғаяш кантондарының Силәбегә ингән олостарын һорай. Ш. Хоҙайбирҙин.
САБИТ [ғәр. (Р: твёрдый; И.: definite; firm; T.: sabit) и. иҫк. кит. ҡар. ныҡлы.
1. Ҡаҡшамаҫ, даими. □ Твёрдый, крепкий. Сабит һуҙ. Сабит ҡарар. Сабит фекер.
2. Шикһеҙ, ышаныслы; асыҡ. □ Очевидный. М Бәни Исраилдарҙың самири яһаған быҙауға табыныу зары.. тарих менән сабиттыр. М. Ғафури.
САБО [фр. sabot] (Р: сабо; И.: sabot; Т.: sabo, tahta pabuç) и.
1. Үксәһе асыҡ аяҡ кейеме. □ Сабо. Сабо кейеу. Сабо һатып алыу. Сабо уксәһе.
324