Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 326 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САБЫЙ БҮҪЕР
тындағы дейеүҙәргә илтеп һата торған булған. Әкиәттән.
САБЫЙ БҮҪЕР (Р.: грыжа у ребёнка до трёх месяцев; И.: hernia in three months old babies; T.: bir ile üç ay arası çocuklarda görülen fıtık) и. миф.
Балала өс айға тиклем булған бүҫер. □ Грыжа у ребёнка до трёх месяцев. ■ Сабый буҫерҙе хәҙрәттән өшкөртөп алған таш менән төрткөләп бөтөрәләр. «Башҡорттарҙың им-том китабы »нан.
САБЫЙҘАРСА (Р.: по-детски; И.: in a childish way; T.: çocukça) р.
Сабый балаға хас булғанса. □ По-детски, как дитя. Сабыйҙарса ҡыуаныу. Сабыйҙарса саф куңелле булыу. Сабыйҙарса иҙрәп йөҡлап китте. ■ [Фәрзәнә] тәҙрә аша төшкән тоноҡ ай яҡтыһында Ғәлимйәндең йоҡоһонда сабыйҙарса йылмайыуына ҡарап, һоҡланып ята. Ф. Әсәнов. Тик [Фәриҙәнең] наҙлы куҙ ҡарашындағы сабыйҙарса ғәмһеҙлек кенә юйылған. А. Мағазов.
САБЫЙЛАНЫУ (сабый л ан-) (Р: ребячиться; И.: behave childishly; T.: çocukça hareket etmek) ҡ.
Сабый бала кеүек ҡыланыу. □ Ребячиться, вести себя по-детски. Сабыйланып китеу. Иркәләнеп сабыйланыу. Сабыйланып мыжыу.
САБЫЙЛЫҠ (сабыйлығы) (Р: младен чество; И.: infancy; babyhood; T: çocukluk) и.
1. Сабый саҡ; балалыҡ. □ Младенчество, детство. ■ Сабыйлыҡ утте. Емеш балиғ булды. 3. Биишева, һандыҡ төбөндәге һарғылт хаттар, эленеп торған һарғылт һурәттәр... Сабыйлыҡта куҙҙәремә ҡарап, сабырлыҡҡа улар өйрәткән. Р. Бикбаев. Уның [Камилдың] был ҡабилиәте бәләкәйҙән, ғумеренең бер ниндәй ҙә тарихы, утмеше юҡ, сабыйлыҡ миҙгеленән ук килә. Ә. Хәкимов.
2. Сабыйҙарға хас сифат. □ Незрелость, ребячество. М Тимашев бик йәш, .. тауышы нәҙек, биттәре саф, куҙҙәре сабыйлыҡтан да сығып бөтмәгән. Д. Юлтый. Уның [Әухәҙиҙең] тауышында шул тиклем сабыйлыҡ, ихлас упкәләу бар ине — Ярлыҡаев туҙмәне, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Б. Рафиҡов. Өң янында сабыйлыҡтан сығып
бөтмәгән биш буре балаһы һикергеләп уйнай. М. Кәрим.
САБЫЙ САҠ (сағы) (Р: младенчество; И.: infancy; babyhood; T.: çocukluk) и.
Бала саҡ. □ Младенчество. ■ Этажерка өҫтөндә кескәй генә рамда — Хәйҙәрҙең сабый саҡта ҡулына туп тотоп төшкән фотоһы. Ф. Әсәнов. Бәхет, наҙ ҡосағында уҙған сабый саҡтары, ата-әсәһе, Зәйтунә апаһы, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелгән яҡты сырайлы, эскерһеҙ куршеләре бер-бер артлы [Мәҙинәнең] куҙ алдынан утә. Ә. Хәкимов. [Илмырҙа — Боранғолға:] Берҙән-бер яратҡан ҡыҙыңды сабый сағынан уҡ тәмле-татлы ашатып, өҫ-башын ҡарап, һәйбәт итеп буйға уҫтереуең өсөн ҙур рәхмәт, ҡоҙа. Я. Хамматов. • Был донъяның рәхәте сабый саҡта. Әйтем.
САБЫЙТАШ (Р: щебень; И.: large gravel; T.: kırma taş) и. диал. ҡар. ҡырсынташ.
Йышылып, шымарып бөткән ваҡ ҡаты таш. □ Щебень, щебёнка. Юлға сабый-таш тушәу. Сабыйташлы юлдан барыу. Сабыйташ тейәгән машина.
САБЫЙТЕШ (Р: молочные зубы; И.: baby’s teeth; first teeth; T.: sütdişi) и. диал. ҡар. һөт теше.
Баланың һуңынан төшә торған теше. □ Молочные зубы. Сабыйтештәр сығыу. Сабыйтеш төшөу. Сабыйтеште һурҙырыу.
САБЫЛЫУ (сабыл-) ҡ. төш. ҡар. сабыу III, IV. страд, от сабыу III, IV. Балта менән сабылған ағас. Сабылған бесән. ■ Сабылмай ҡалған яландар төрлө-төрлө төҫтәге сәскәләр менән сыбарланған. Я. Хамматов. Август баштары етеугә юлдың тирә-яғындағы улән сабылып бөтә. И. Ғиззәтуллин. Йомшаҡ, талғын ел, ауыл өҫтөнә яңы сабылған бесән еҫен, йу-кә сәскәләре еҫен таратып, тел менән әйтеп булмаҫлыҡ рәхәтләндереп, танауҙы ҡытыҡлай. Ф. Әсәнов.
САБЫМ (Р: запас сена на зиму; И.: һау stock for winter; T.: kışlık yedek ot) u.
Сабылған бесән. □ Запас сена на зиму. Йыллыҡ сабым. Яҡшы сабым өсөн тырышыу. Быйылғы сабым яҡшы булды.
326