САҒАНАҒАС
газированное дерево, выполняющее обереж-ную функцию). Ғәйнә ырыуы ағасы — саған.
САҒАНАҒАС и. бот. диал. ҡар. саған 1. Сағанағас япрағы. Сағанағастар уҫкән урын. Сағанағас ҡайыры.
САҒАННАР (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуы аймағы. □ Саганнар (название родового подразделения башкир -юрматинцев). Сағаннар аймағы вәкиле. Сағаннар аймағынан сыҡҡан күренекле кешеләр. Сағаннар аймағының шәжәрәһен төҙөу.
САҒАНТӘГӘС (Р: расписная деревянная чашка; И.: wooden cup decorated with designs; T: resimli ahşap fincan) и. диал.
Баҙыян сеүәтә. □ Расписная деревянная чашка. Сағантәгәсем ярылған. Сағантәгәс эшләу. Сағантәгәскә аш һалыу.
САҒАН ЯПРАҒЫ (Р: кленовый лист; И.: maple leaf; T.: çınar yaprağı) и. миф.
Магик дауалауҙа ҡулланылған япраҡ. □ Кленовый лист, используемый в магическом лечении. ■ Куҙ сағылғанда саған япрағын өшкөртөп ябалар ине. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
САҒАРАҠ (сағарағы) (Р: верхний ободок юрты для укрепления её боковых жердей; И.: upper detail of a yourt; T.: çadırın üstündeki sırıkların ucunu sokmak için yapılan çerçeve) u.
1. Тирмә башындағы уҡтарҙың осон кейҙерә торған иң өҫкө дүңгәләк. □ Верхний ободок юрты для укрепления её боковых жердей. ■ Өстаған тирәһендәге төтөн, быу туп-тура сағараҡтағы аҙ ғына асып ҡуйылған төнлөккә урмәләй. И. Көҫәпҡол. Үрҙә, баш өҫтөндә, сағараҡ утә йондоҙҙар куренә. Р. Ниғмәти. Тирмәнец кирәгә, сағараҡтары, кейеҙҙәре нығытып тейәлгән пар аттар егелгән биш-алты йөк, уның артынан һауыт-һаба, урын-ер, эшсе ҡатындар бала-сағалары менән теҙелешеп ултырған тағы бер нисә йөк килде. Һ. Дәүләтшина.
2. миф. Өҫкө донъя менән бәйләнеш булдырыусы предмет; йорт, ғаилә символы.
САҒАУЫН (Р.: жалящие насекомые; И.: stinging insect; T.: ısırıcı böcek) и. диал.
1. Саға торған бөжәк (бал ҡорто, иңкеш, һағыҙаҡ һ. б.). □ Жалящие насекомые (пчела, шмель, оса и т. д.). Сағауындарҙан һаҡ булығыҙ. Сағауын сағып ҡуймаһын. Сағауын саҡһа, әҫпе ҡалҡыуы мөмкин.
2. зоол. Сәскә һутынан бал йыя торған ҡорт; бал ҡорто. □ Пчела (лат. Anthophila). Сағауын балы. Сағауын саҡты. Сағауын сәскәгә ҡунған.
3. зоол. Бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған йомро йөнтәҫ эре бөжәк; иңкеш. □ Шмель (лат. Bombus). Һары сағауын. Сағауын бызылдай. Сағауын тешләй.
САҒАУЫН ҺАРЫ (Р: осоед; И.: European honey buzzard; T: şahin cinsinden bir kuş) и. зоол. диал. ҡар. һағыҙаҡ һары.
Ҡарсығалар ғаиләһенән булған көндөҙ һунар итеүсе йыртҡыс ҡош. □ Осоед (лат. Pemis apivorus).
САҒРА (Р: труднопроходимый горнолесной участок; И.: terrain in woods and rocks to pass; T: dağın ve ormanın zor geçilir yeri) u.
Үтергә ҡыйын булған тау-ташлы, ағаслы урын. □ Труднопроходимый горно-лесной участок. Сағранан барыу. ■ Кубеһе башҡорттарҙан торған бер тотҡары дошмандарының ҡыуыр юлдарын киҫте, уҡтарҙан атып уларҙы туҡталырға, һи-белешеп юлһыҙ тау-таштар, сағралар араһынан һарҡылып ҡына утергә мәжбур итте. Ғ. Хөсәйенов.
САҒЫҘI (Р: древесная смола; И.: thus; T: akındırık) и. диал. ҡар. сайыр I, 1.
Ылыҫлы ағастарҙың йәбешкәк ҡуйы һуты. □ Древесная смола. Ҡарағай сағыҙы. Шыршы сағыҙы.
САҒЫҘ II (Р: прополис; И.: bee-glue; Т: ап tutkalı) и. диал. ҡар. ҡорт елеме.
Бал йыйыусы ҡорттар эшләп сығарған, умарта эсендәге ектәрҙе һәм бал менән тулған күҙәнәктәрҙе һылап ҡуя торған ыҫмала һымаҡ йәбешкәк матдә. □ Прополис. Йуткереуҙән һөткә сағыҙ һалып ҡайнатып эсергә кәрәк. Сағыҙ йыйыу. Сағыҙ кеуек матдәләр.
336