Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 693 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СҮЛМӘК
СҮЛ БУРАНЫ (Р.: песчаная (пыльная) буря; И.: sandstorm; T.: kum fırtınası) и.
Сүлдәрҙә көслө ел өйрөлткән ҡом, туҙан өйкөмөнән торған атмосфера күренеше. □ Песчаная (пыльная) буря. Сул бураны ҡубыу. ■ Йөрәгендә уның [ҡыҙҙың] бушлыҡ, сул бурандары ҡотора куңелендә, йәнендә бер кемгә лә, бер тамсы ла мөхәббәт юҡ. Р. Камалов.
СҮЛ БҮРЕҺЕ (Р: шакал; И.: jackal; Т: çakal) и. зоол.
Эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс хайуан. □ Шакал (лат. Canis aureus). Сул буреһенең олоуы. ■ Элмәнләп йөрөгән ас сул буреләре килеп сығалар. Б. Бикбай. Бер сул буреһе ауылға барып ингән. Т. Ғарипова. Бер ҡом ҡурғаны артында сул буреләренең сыйылдап олоуын ишеткәс, йөрәге ҡыҫылды Алдарбайҙың. Н. Мусин. Емтек эҙләп донъя ҡыҙырыусы сул буреләренең сыулауы төнгө тауыштарға өҫтәлде. Б. Рафиҡов.
СҮЛ КҮРӘНЕ (Р: осока песчаная; И.: sand sedge; T.: ayak otu) и. бот.
Дымлы урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока песчаная (лат. Carex arenana). Йәш сул курәне.
СҮЛЛЕК I (сүллеге) (Р: пустынная местность; И.: desert ground; T.: çöllük) и.
Сүл булған ер. □ Пустынная местность. Суллектә йәшәу. ■ Әйуп әлеге хәлендә уҙен йотом һыуһыҙ, суллектә, селлә ҡояшы аҫтында тороп ҡалғандай хис итә. Т. Ғарипова. Ҡом ғәрәбе уҙенең һәләкәтсел эҫе, ҡоролоҡло, шөкәтһеҙ бушлыҡлы икһеҙ-сикһеҙ суллектәренән башҡа йәшәй алмаған кеуек. Д. Исламов. Бөлөп барған, суллектә сарсап улергә ятҡан кешегә оҡшағайны һалдаттың ҡиәфәте. Ғ. Хисамов. Ер буш көршәк шикелле ҡорғаҡһып ҡалһа, икһеҙ-сикһеҙ суллеккә әуерелмәҫ тимә ожмахтай планета. «Ағиҙел», № 7, 2010.
СҮЛЛЕК II (сүллеге) и. диал. ҡар. сикүшкә. Суллек һатып алыу. ■ [Ғибаҙулла:] Аш алдынан ғына төшөрөрмөн, тип бер суллекте лә алып ҡайтып ҡуйҙым. Д. Исламов.
СҮЛЛЕК III (сүллеге) (Р: болото моховое; И.: fen; T.: yosunlu bataklık) и. диал.
Мүктән башҡа бер нәмә лә үҫмәгән еүеш, һаҙлыҡ ер. □ Болото моховое. Суллеккә барып сығыу. Суллектән мук йыйыу.
СҮЛМӘК I (сүлмәге) (Р: горшок; И.: pot; T.: çömlek) и.
һөт, ҡатыҡ һ. б. һалыр өсөн суйын йәки балсыҡтан яндырып яһалған, төпкә табан тарая барған йомро сөм һауыт. □ Горшок. / Горшечный. Ҡатыҡ сулмәге.
■ Әсәйем бер сулмәкте асып, туҫтағына ҡатыҡ тултырҙы. С. Агиш. Ғәрәфи ҡурҡышынан ҡулындағы бер сулмәген төшөрөп ебәрҙе Ш. Бикҡол. Өҫтәл өҫтөндә ҙур суйын сулмәктә боҫрап торған сәкмәнле бәрәңге, тәрилкәлә өймәләмә ҡара икмәк. Й. Солтанов. Суйын сулмәк, тар котелок, бешә һалдат аштары. Халыҡ йырынан. Ярма бурткән дә бурткән, ти, ярма бурткәс, сулмәк тулып киткән, ти. Әкиәттән. • Май сулмәге майҙа аунай, көл сулмәге кәлдә аунай. Әйтем. Сулмәк сулмәккә, йөҙөң ҡара, тигән. Әйтем. Майлы сулмәк тышынан билгеле. Әйтем.
♦ Йоҡо сүлмәге йоҡларға ныҡ яратҡан кешегә ҡарата әйтелә. □ Соня, засоня.
■ Бында [ат ҡуна барыуҙа] шаярыуҙың, шуҡлыҡтың сиге булмай, шуға саманы утеп тә киткеләйҙәр: ҡаты йоҡлаған малайҙы — йоҡо сулмәген, яй ғына урынынан кутәреп, ситкә, ҡыуаҡ аҫтына, илтеп ташлайҙар. И. Абдуллин. Төшкә саҡлы йоҡлап тик ята. Йоҡо сулмәге ул Миңлеғата. С. Муллабаев.
СҮЛМӘК II (сүлмәге) (Р.: название детской игры; И.: name of a children’s game; T.: bir çocuk oyununun ismi) и.
Балалар уйыны (бер-бер артлы теҙелеп ултыралар: алда бабай, шунан әбей һәм балалары; сулмәк һораусы килеп, бабай, сулмәк бир әле, ти, иң арттағы балаһын тарта башлай; ул ысҡынмаҫҡа тырыша; уйын сулмәктәрҙе алып китеп бөткәнсе дауам итә). □ Название детской игры. Сулмәк уйнау.
СҮЛМӘК III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
693