Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 725 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҒЫУ
52. Күпмелер күләмдән нимәлер алыныу, хасил булыу. □ Хватать чего на что. Өс кило йөндән дүрт пар ойоҡбаш сыға. Ярты метр тауарҙан бер итәк сыға. Биш сутый ерҙән ун тоҡ картуф сыға.
53. Ниндәйҙер юл менән эшкәртеп алыныу, айыртылыу □ Выходить, получаться с чего. Гектарынан егерме дүрт центнер иген сыҡты. Өс литр һөттән бер стакан ҡаймаҡ сыҡты.
54. Тейешле математик һөҙөмтә биреү, мәсьәлә һ. б. сиселеү. □ Разрешаться. // Разрешение. Мәсьәлә тиҙ сыҡты. Тигеҙләмә сыҡмай.
55. Эшләнәсәк эштән, мәсьәләнән һ. б. ситкә китеү, ситләшеү. □ Уклониться, отклониться от чего. // Уклонение, отклонение. Төп теманан сығыу. Юлдан ситкә сығыу. Мәсьәләнән ситкә сығыу.
56. Булған ерҙән таралып, юҡҡа әйләнеү.
□ Выходить, вылетать (из памяти, головы и т. п.). Баштан сығыу. Иҫтән сығыу. Уйҙан сығыу.
57. Хәрәкәт мәғәнәһендәге -п хәл ҡылымынан һуң килеп, ниәт һәм ваҡыттың ныҡлап тәғәйенләнмәгәнен белдерә. □ В значении вспомогательного глагола переводится с приставками вы-, на- и обозначает неожиданное действие. Барып сығыу.
■ Йөрөй торғас, был егет ҙур бер йылғаға килеп сыға. Әкиәттән.
58. Төп мәғәнәне йөкмәгән -п хәл ҡылымына теркәлеп, эш-хәрәкәттең баштан-аҙаҡ тулы башҡарылышын белдерә.
□ В сочетании с деепричастием на -п показывает законченность действия. Һөйләп сығыу. Йөҙөп сығыу. Уҡып сығыу. ■ Ҡаҙылған ерҙе ҡул тырмаһы менән тырматып сыҡтылар, ти. Әкиәттән.
59. Төп мәғәнәне йөкмәгән -п хәл ҡылымына теркәлеп, эш-хәрәкәттең һөҙөмтәле аҙағын белдерә. □ В сочетании с деепричастием на -п показывает законченность действия. Бешеп сығыу. Өҙөлөп сығыу.
■ Тағанға аҫылған баҡырса ҡайнап сыҡты. Я. Хамматов. Ит бешеп сыҡҡас, картуф әрсергә, ярма йыуып һалырға тура килде. Б. Рафиҡов.
60. Төп мәғәнәне йөкмәгән -п хәл ҡылымына теркәлеп, эш-хәрәкәттең ниндәйҙер ваҡыт араһында дауам иткәнен белдерә.
□ В сочетании с деепричастием на -п обозначает продолжительность действия. ■ Ундағы [йорттағы] әйберҙәр боҙолмаһын өсөн, ҡыш буйы тиккә яғып сығалар. М. Ғафури.
61. Оҡшатыу һүҙенән яһалған -лығы формаһындағы ҡылымдарға теркәлеп, шул һүҙ менән бирелгән эш-хәрәкәттең дауамлы, интенсив булыуын белдерә. □ В сочетании с глагольными формами на -лығы обозначает интенсивный характер действия. Дағырлығы сығыу. Лабырлығы сығыу.
♦ Алдан сығыу эштә, ярышта һ. б. еңеү, өҫтөнлөк яулау. □ Взять верх. ■ [Сәпкә уҡ атыу ярышында] Һайылмыш буйынан — Айбулат, Юшатырҙан Ҡәҙерғол исемле ике егет алдан сыҡҡан. Ғ. Сөләймәнов. Баш сыҡмау ниндәйҙер хәлдән ҡотола алмау.
□ Никак не вырваться (из какого-л. положения). ■ Бер ваҡыт ғүмер буйы малайлыҡтан башы сыҡмаған Шәрифулла Әхмәҙиев һикереп килеп торҙо ла төкөрөгөн сәсә-сәсә һөйләй башланы. Ф. Биишев. Булып сығыу эш-хәлдең нисек йәки ни булыуы асыҡланыу. □ Оказываться. ■ Полковник урта йәштәрҙәге ир булып сыҡты. Н. Мусин. Ете ҡат тире сыҡҡансы арығансы, хәлдән тайғансы. □ соотв. До седьмого пота. ■ Ай-Һай, байҙар батракты эшләтә белделәр. Ете ҡат тирец сыҡҡансы, һуцғы ҡаныңды һыҡҡансы, эштән туҡтау юҡ ине. М. Тажи. [Ҡунаҡтар] .. ете ҡат тир сыҡҡансы сәй эстеләр ҙә таралыштылар, ти. Әкиәттән. Исем сығыу насар эш, ҡылыҡ тураһында хәбәр таралыу. □ Приобрести дурную славу, ославиться. Йөрәк сығыу 1) көслө тойғонан ярһыу. □ Сильно волноваться.
■ Әллә ҡаушап, әллә оялып, башым ауырта, йөрәгем сығып килә. Н. Ҡәрип; 2) алдан бәлә һиҙеп түҙемһеҙләнеү. □ Предчувствовать.
■ [Сәйҙеямал:] Түҙмәнем. Аҙна буйы йөрәгем сығып барғанға ҡайтҡайным. Я. Хамматов; 3) бик ныҡ ҡурҡыу. □ Сильно испугаться, перепугаться. Шомло тауыштарҙан йөрәгем сығып килә. Кешелектән сығыу
1) эшкә яраҡһыҙланыу. □ Потерять трудо
725