Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 727 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҒЫШҺЫҘ
В. Исхаҡов. Генерал-лейтенант Эллерс-Усов — сығышы яғынан яртылаш немец, яртылаш рус, яртылаш дворян, яртылаш крәҫтиән кешеһе. Р. Солтангәрәев.
2. Нимәнеңдер барлыҡҡа килеү, тыуыу сығанағы. □ Происхождение, возникновение. ■ Данлыҡлы йылҡының сығышын да улар, ҡытайҙар, урындағы халыҡҡа таянып, «куктә осоп йөрой торған ҡанатлы аттар» нәҫеленән тип аңлата. Й. Солтанов.
СЫҒЫШ II (Р.: выступление; И.: performance; T.: konuşma) и.
1. Кеше алдына сығып һөйләгән һүҙ; телмәр. □ Выступление, речь. Сығыш әҙер-ләу. Уҡытыусы сығышы. ■ Бер-ике ата-әсә сығыш яһағандан һуң, һуҙҙе мәктәптең уҡытыу булеге модире алды. Р. Байбулатов. [Сабир] эсенән Емештең ҡыйыу сығышын хуплаһа ла, тыштан быға көлкө төҫ бирергә тырышты. 3. Биишева. Сабир һәм Әхмәдуллин ҡарт яңы председателдең кандидатураһын яҡлап сығыш яһанылар. Д. Исламов. Хәҙисә Барласовна уҙенең ҡыҫҡа ғына сығышында китапхана эшенең сифатын юғарыраҡ кимәлгә кутәреу сараларына туҡталды. Ә. Хәкимов. Уның [Ишембәтовтың] сығыштары менән әлеге исемһеҙ хаттағы ҡайһы бер фекерҙәр араһындағы оҡшашлыҡ төҫмөрләнә ине, әлбиттә. 3. Ураҡсин.
2. Гәзит-журналда баҫылған хәбәр. □ Выступление (в прессе). ■ [Рәшит:] Гәзиттә сығыш яһарға, активты йыйып һөйләшергә иҫәп. Б. Рафиҡов.
3. Сәхнәлә башҡарылған төрлө уйын, тамаша. □ Выступление (на сцене). ■ [Фә-ниләне I байрам концерттарында, радио йә телевидение аша сығыш яһарға ла са-ҡырғылайҙар. Н. Мусин. Хор сығышы тамамланғандан һуң, кейемдәрҙе алыштырып кейенәһең дә ҡайтып та китәһең. М. Садиҡова.
4. Нимәлер даулап сыҡҡан күмәк хәрәкәт. □ Выступление, борьба против чего, за что. Ҡораллы сығыш. ■ Бойороҡта батша хеку мәте эшсе-крәҫтиәндәрҙең һәр бер революцион сығышын аяуһыҙ баҫтырырға бойора. X. Мохтар.
5. Орлоҡтоң шытыу һәләте. □ Всхожесть. ■ Бойҙайҙарҙың сығышы тубәнерәк булыуын курһәтте һынау. Б. Бикбай. Бойҙай һәм люцернаның сығышы ҡәнәғәтләнерлек ине. Ә. Вәли. [Әптеләхәттең] яҙ етеугә бөтәһе лә әҙер булыр: көршәктәрен да яһар, орлоҡтарҙың сығышын да тикшерер. Т. Ғарипова. Сәсәһен сәсеп бөткәс, шуларҙың сығышын ҡарап ҡайтырға булды Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
СЫҒЫШ III (Р: выход; И.: outlet; Т.: çıkış) и.
Сыға торған ер. □ Выход. Урамға сығыш. Трамвай сығышы.
СЫҒЫШЛАЙ (Р.: при выходе; И.: going out; T.: çıkarken) p.
Сығып барғанда. □ При выходе, на выходе. Ҡапҡанан сығышлай. Өйҙән сығышлай. ■ Бер ата айыу, өңөнән сығышлай, тәпәйе менән услап, тегенең [егеттең] танауын ҡыйшайтҡан. М. Кәрим.
СЫҒЫШЛЫ (Р: всхожий; И.: capable of germinating; T.: iyi süren (tohum)) c.
1. Шытыу кимәле яҡшы (орлоҡҡа ҡарата). □ Всхожий; дающий хорошую всхожесть. Сығышлы ашлыҡ.
2. Төҫө яҡшы сыҡҡан (сәйгә ҡарата). □ Хорошо заваривающийся (чай). Сығышлы сәй. ■ Иң сығышлыһы, иң ҡыйбатлыһы — йөҙ ҙә бишенсе фамильнай сәй! Я. Хамматов.
3. Тыумышы буйынса билдәле бер урын-ергә, ниндәйҙер милләткә, синфи ҡатлауға һ. б. ҡарата булған. □ Произошедший, вышедший. ■ Хәҙер Ермолаевкаға немец сығышлы помещик Шотт хужа. Р. Байымов. Урта Азияға тәуге сәйәхәте ваҡытында танышҡан башҡорт сығышлы ғалим Ә.Ди-ваев менән бәйләнеште Ә. Вәлиди ташламай. «Ағиҙел», 23 июнь 2011. [Зәки:] Әбделҡадир! Берлинда мин әсир төшкән төрки сығышлы совет һалдаттары менән һөйләштем. Н. Асанбаев.
СЫҒЫШҺЫҘ I (Р: дающий плохую всхожесть; И.: having poor germination; T: iyi sürmeyen (tohum)) с.
1. Шытыу кимәле насар (орлоҡҡа ҡарата). □ Дающий плохую всхожесть. Сығышһыҙ орлоҡ.
727