ТУҒАН-ТЫУМАСА
ТУҒАН-ТЫУМАСА (Р.: родственники; И.: relations; T.: akrabalar) и. йыйн.
Ағай-эне; бөтә булған яҡын туған; туған-ырыу. □ Родственники, родня. Барлыҡ туған -тыумаса йыйылды. Туған-тыумасаны йыйып, Ҡөрьән уҡытып алыу. ■ Билдәле инде, Рамазан ағайымды оҙатырға бөтә туған-тыумаса йыйылды. В. Исхаҡов. [Ғилман — Зөфәргә:] Яңғыҙ, туған-тыумасаһыҙ ғумер итеуҙәре бик ауыр, мырҙам, һин быларҙы аңламаҫһың. Д. Бүләков. Һуҙ, нигеҙҙә, кусенеу ваҡыты, мал-тыуарҙы ҡайҙа ҡуйыу тирәһендә барҙы, хәл-әхуәлде аңлатып, республика буйынса ғына тугел, бөтә Рәсәй буйынса һибелгән ул-ҡыҙҙарға, башҡа туған-тыумасаларға хаттар яҙып кәңәш-төңәш һорау, ризалыҡ алыу юҫығында йөрөнө. Ә. Әминев. Фатима Ташкентта йәшәгән туған-тыумасаһына ҡунаҡҡа барып ҡайтҡайны. Ә. Хәкимов.
ТУҒАН-ТЫУМАСАЛЫҠ (туған-тыу-масалығы) (Р: родственные отношения; И.: affinity; T.: akrabalık) и. һөйл.
1. Ағай-энелек; ҡәрҙәшлек. □ Родственные отношения. Туған-тыумасалыҡ тойғоларын курһәтеу. Туған-тыумасалыҡ бәйләнештәре.
2. кусм. Эштә, хеҙмәттә үҙеңдең ғаилә ағзаларын яҡын күреү, уларға өҫтөнлөк күрһәтеү; ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ. □ Семейственность; кумовство. Бында туған-тыумасалыҡ хөкөм һөрә икән. Туған-тыумасалыҡҡа юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
ТУҒАН-ЫРЫУ (Р: родственники; И.: kith and kin; T.: akrabalar) и. йыйн.
Барлыҡ туған;> ҡәрҙәш-ырыу; нәҫел-нәсәп. □ Родственники, родичи. Туған-ырыу менән татыу йәшәу. ■ Ошо ауыл малайы булһам да, минең бында туған-ырыу юҡ. Н. Мусин. Ҡатыным да, дуҫ-иштәрем дә: «Ҡурерһең, туған-ырыу араһында эшләу ауыр, һәр аҙымың куҙ алдында», — тип минең мәктәп директоры итеп тәғәйенлә-неуемде хупламанылар. С. Шәрипов. Хам-маттар китер алдынан Бибештпәргә курше-тирә, туған-ырыуҙар йыйылды. 3. Биишева.
ТУҒАРЛАНЫУ (туғарлан-) (Р: свернуться; И.: fold; T.: bükülmek) ҡ. диал.
Бөгәрләнеү, йомарланыу. □ Свернуться. Бесәй туғарланып ята. Йылан туғарланған. ■ Ап-аҡ йомарлаҡ булып туғарланып ятҡан Һарбай, өйҙән кеше сыҡҡанын һиҙеп, башын ҡалҡытты. Ш. Янбаев. Ҡара йылан, туғарланып, кәртә эсенә инеп ятҡан. Ғ. Дәүләтов. Шул саҡ ҡына иғтибар иттеләр [егеттәр], туғарланып ағып ятҡан бысраҡ йылға өҫтөнән балыҡтар ырғыша ине. Р. Солтангәрәев.
ТУҒАРТЫУ (туғарт-) ҡ. йөкм. ҡар. туғарыу. понуд. от туғарыу. Атты туғартыу. ■ [Йәмилә — Туғаҙаҡҡа:] Бөтә донъяңды көткәнем етмәй, атыңды ла минән туғартырға ултыраһыңмы әллә, төш! Т. Килмөхәмәтов. [Закирйән — Байрамға:] Атты икәу еккәнбеҙ, икебеҙҙән туғартасаҡтар. Р. Низамов. Ул [Нурғәли] тирмәндән ҡайтҡан икән, юлда уның атын туғартып алып киткәндәр. А. Таһиров.
ТУҒАРЫЛЫУ (туғарыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. туғарыу, страд, от туғарыу. Туғарылған аттар. Туғарылмаған ат. ■ Ишек алдында Хәмиттең арбаһы, туғарылып, лапаҫҡа бәйләнгән аты тора. С. Агиш. [Старшина:] Абайлап, нығытып егегеҙ, юлда туғарылып, ҡамасау һалып тормаһын. Т. Хәйбуллин.
2. кусм. Эш, тәртип талабына ҡарата иғтибар һәм ихтыярҙы йомшартыу. □ Расслабляться; ослабляться; распускаться. // Расслабление; ослабление. ■ Әгәр ауырыу эстән рухи туғарыла, һауығырға тырышыу ихтыярын юғалта икән, ул саҡта инде ниндәй шәп врачтың да тырышлығы ярҙам итә алмаясаҡ. Б. Бикбай. «Шаярма, ҡыҙыҡай, мөхәббәтең туғарыла», — тип уйланы Бибекәй. Д. Исламов. Ә мин, эстән уға ғашиҡ булып йөрөгән егет, был иғтибарҙан бөтөнләй туғарылып китәм. 3. Биишева.
3. кусм. Эште, бурысты үҙеңдән кемгәлер тапшырыу; ауҙарыу. □ Перекладывать, взваливать на кого-л. (обязанности, поручение, дело и т. д.). ■ Ышаныслы егеттәр юҡ тугел, бөгөндән туғарылып, уларға йөктө ҡалдырырға мөмкин. Д. Бүләков.
ТУҒАРЫУ (туғар-) (Р: распрягать; И.: unharness; T: koşum takımını çıkarmak) ҡ.
514