ТӘГӘРӘҮ
Бәләкәй генә тәгәрмәс. □ Колёсико. ■ Бурильщик һул кулы менән станоктың тиҙлек тәгәрсәген тотҡан да машиналар гөрөлдәуен уҙ тауышы менән баҫырға тырышып ҡысҡыра. А. Карнай. Ағайҙың ялпаҡ мандолина һымағыраҡ ике генә ҡыллы бер нәмәкәйе бар. Шуның өҫтөндәге тотҡаһынан эләктереп тәгәрсәген борҙо иһә, теге әкәмәт теллим-теллим тигән ябай ғына ритмик ике тауыш сығара. Б. Бикбай.
ТӘГӘРӘК (тәгәрәге) и. диал. ҡар. тәгәрлек. Тәгәрәк ҡанаты. Тәгәрәк ҡауырһыны. Тәгәрәктәр оса.
ТӘГӘРӘТЕҮ (тәгәрәт-) (Р.: катать; И.: roll; T.: döndürmek) ҡ.
1. Түңәрәк, йомро нәмәне әйләндереп хәрәкәт иттереү. □ Катать, крутить. Тәгәрәтеп тороу. Тәгәрәтеп ебәреу. Туп тәгәрәтеп уйнау. Тәгәрмәсте тәгәрәтеу. ■ Мирхәйҙәр бабай менән Хәлиулла, тубалдарынан бешкән кукәй алып, ер өҫтөнә тәгәрәтеп ебәрҙеләр ҙә уның артынса бойҙай һибә башланылар. И. Ғиззәтуллин. Таң алдынан ғына кукрәп-йәшнәп ҡойоп уткән ямғырҙан һуң, уңған ҡамыр шикелле, купереп киткән юл тәгәрмәстәрҙе алға тәгәрәтергә теләмәгән-лектән, урелеп-урелеп тотоп алғандай итә ине. Р. Ғабдрахманов. Ул арала майор, ҡыҙыл һәм зәңгәр башлы ҡәләмен алып, усында тәгәрәтте лә урынына ҡуйҙы — был уның ғәҙәтенә кереп киткәндер инде. И. Абдуллин.
2. Тәгәрмәс ярҙамында хәрәкәт иттереү. □ Катать. Арбаны тәгәрәтеп алып барыу.
3. Аяҡтан йығыу, ҡолатыу. □ Свалить кого (например, подставив подножку). ■ Ике ҡуянды тәгәрәтә һуҡты бер атыуҙа председатель. Яр. Вәлиев. Ул арала Гнат Костя артынан ташланған ике полицайҙы автомат сираты менән ергә тәгәрәтте. Ә. Байрамов.
4. Кәлгә, духовкаға һалып бешереү. □ Печь в золе (например, картошку). Тәгәрәтеп алыу. Тәгәрәтеп ебәреу. Картуф тәгәрә -теу. ■ [Ғәләу — Мәҙинәгә:] Сыуалға картуф тәгәрәткәйнем. Т. Ғарипова. Бәлки, кис менән генә һауған һөт, кәлгә тәгәрәтеп бешерелгән картуф менән дә һыйлай торған булғандарҙыр унда [өйҙә]? Ә. Бикчәнтәев.
ТӘГӘРӘҮ (тәгәрә-) (Р: катиться; И.: roll; T: dönmek) ҡ.
1. Үҙ күсәре тирәһендә әйләнә-әйләнә, билдәле бер йүнәлештә хәрәкәт итеү, тәгәрләү (туңәрәк, йомро нәмәләргә ҡарата). □ Катиться. Туп тәгәрәп бара. Тәгәрмәс тәгәрәй. ■ Бер генә бөртөк ярма, ҡыҙҙың аяғы аҫтына тәгәрәп кереп, һаҡланып ҡалған, ти. Әкиәттән. Капыл сығып ҡына килгән яғымлы февраль ҡояшы, кире тәгәрәп, томан аҫтына кереп юғалды. И. Абдуллин. Вагон тәгәрмәстәре, тыҡылдап, ниндәйҙер бер көй көйләгәндәй, алға тәгәрәй. Ғ. Аллаяров.
2. Һарҡыуҙан түбәнгә табан әйләнә-әйләнә китеү. □ Покатиться, катиться, падать, упасть. Таш тау аҫтына тәгәрәне. ■ Әлтәф бөгәрләнеп аҫҡа осто, тәгәрәгән терпе шикелле. Т. Арслан. Көрмәкләшеп йөрөгән ике кеше, уҙҙәре лә һиҙмәй, текә ярҙан ысҡынып китеп, йылғаға табан тәгәрәй башланылар. Ә. Бикчәнтәев.
3. Тәгәрмәс ярҙамында хәрәкәт итеү, барыу (транспорт сараларына ҡарата). □ Двигаться, передвигаться, й Йөк кутәргән арба тығыр-тығыр алға тәгәрәй. Т. Хәйбуллин. Соҡор-саҡырлы юлдан сайҡала-сайҡала тәгәрәгән машинала һелкенеп, шым ғына барҙылар [Алпаров менән Фатима]. Яр. Вәлиев. Турайғыр, орсоҡташ һымаҡ тәгәрәп, станға килеп етте. А. Абдуллин.
4. кусм. Башҡарылышы, үтәлеше тотҡарлыҡһыҙ булыу. □ Идти своим ходом, чередом, вперёд, очень хорошо (о делах, жизни). Донья тәгәрәп бара. Эштәр алға тәгәрәй. ■ [Ярцев:] Өсөнсө вахтаға тағы берәй теремегерәк егет табып ҡуйһағыҙ, эшегеҙ тәгәрәп кенә барыр. К. Мәргән. Нәҡ ошо мәлде Вәлиәхмәт Ниғмәт Хәкимов атлы кеше менән осрашты, һәм уның тормошо көтмәгәндә яңы юлдан тәгәрәне. Р. Байымов.
5. Тамсы-тамсы булып ағып төшөү, тәгәрләү (тир, куҙ йәшенә ҡарата). □ Капать, катиться. Маңлайҙан борсаҡ-борсаҡ тир тәгәрәй. ■ Әбейҙең куҙенән эре-эре ике бөртөк йәш тамсыһы бите буйлап тәгәрәне. Һ. Дәүләтшина. Иншар бит остарына тә
727