Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 728 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘГӘРӘШЕҮ
гәрәп төшкән куҙ йәштәрен ең осо менән һөрттө лә автобустар туҡталышына йу-нәлде. Р. Байбулатов. Хәлифә апайҙың куҙ-ҙәренән шатлыҡ йәштәре тәгәрәп төштө. Р. Ғабдрахманов.
6. Аяҡтан ауыу; ҡолау, йығылыу, аунау.
□ Падать, упасть, грохнуться. // Падение. Тәгәрәп китеу. Ҡарға тәгәрәу. Тәгәрәп ҡалыу. Тәгәрәп төшөу. М Хәмдиә, сумәксеп барып, ҡарға тәгәрәне. Һ. Дәүләтшина. Йомшаҡ тупраҡта ат томоролоп-томоролоп берике талпына ла һөрлөгөп тәгәрәй. Т. Килмөхәмәтов.
7. кусм. Насарланыу. □ Ухудшаться. Я Өҫтәуенә, һуңғы аҙнала задание утәлеше лә тубән тәгәрәне. Ә. Байрамов.
8. кусм. Хәл ҡылымдың -п формаһында ҡылымдар алдынан килеп «бик ныҡ, күп» тигән мәғәнәне белдерә. □ Очень, сильно. Тәгәрәп илау. Тәгәрәп көлөу. ■ Был ерҙә .. ҡарбуз уҫкән тәгәрәп. Ғ. Ғүмәр.
ТӘГӘРӘШЕҮ (тәгәрәш-) ҡ. урт. ҡар. тәгәрәү 2-4. взаимн. от тәгәрәү 2-4. Тәгәрәшеп ятыу. К Бәпкәләр табанан һыу эсеп туйғандар, улән өҫтөндә тәгәрәшеп йөрөйҙәр. Ф. Чанышева. Бәләкәй ағас өйҙәр тирәһендә йәшел сиҙәмдә балалар тәгәрәшеп, йугерешеп уйнайҙар. А. Таһиров. Тау ҡултыҡтары, уйһыулыҡтарҙан тәгәрәшеп төшкән ҡар һыуҙары, юл буйлап йугерешеп аҡҡан шарлауыҡтар ҙа Ташлыйылғаға барып ҡушылдылар. М. Тажи.
ТӘГӘС (Р: чашка средней величины; И.: medium sized cup; T: kâse) и.
1. Алдырҙан бәләкәй аш һауыты; туҫтаҡ.
□ Чашка средней величины. Ҙур тәгәс. Ағас тәгәс. Тимер тәгәс. ■ Аяҡсыларҙың береһе, тәгәскә ҡымыҙ ҡойоп, иң тәуҙә тирмә хужаһы Аллаяр алдына ҡуйҙы. Ш. Шәһәр. Фатима батмандан бер тәгәс ҡымыҙ ҡойоп, Сөнәғәткә һондо. Ж. Кейекбаев. Бөрөгә то-марланып, кугәреп ултырған яңғыҙ ҡайын янында атынан төшөп, ҡуржындан бәләкә-серәк муртай сығарҙы, уның ауыҙын асып, тәгәскә айран ҡойҙо [Һабрау]. Ә. Хәкимов.
2. диал. Сынаяҡ. □ Чайная пара. Тәгәстәрҙе йыуып, туңкәреп ҡуйыу. Матур тәгәстәр.
3. диал. Сынаяҡ аҫты. □ Блюдце. Тәгәс менән сәйҙе һыуытып эсеу.
4. диал. Талдан үрелгән йәки туҙҙан, ҡабыҡтан яһалған бәләкәс алап. □ Маленький короб (из бересты, коры). Ҡабыҡ тәгәс. Туҙ тәгәс. Тәгәс менән малға һалам ташыйҙар.
5. диал. Иген һауыты. □ Ларь для зерна. Тәгәскә иген һалыу. Ағас тәгәстәр. Тәгәстәрҙе келәткә алып инеу.
6. диал. Тәпән. □ Деревянная посуда для мёда. Бер тәгәс бал. Тәгәс төбө. Ағас тәгәс.
7. Бәләкәй кәрзин. □ Маленькая корзина. Балалар тәгәстәрен тотоп еләккә китте. Тәгәс уреу. Бер тәгәс сейә.
8. диал. ҡар. тәсәй 2. Ҡыҙҙар тәгәс уйнай.
ТӘГӘС АҪТЫ и. диал. ҡар. тәгәс 3. Тәгәс аҫтына ҡойоп эсеу. Тәгәс аҫтын ватыу. Тәгәс аҫтын йыуыу.
ТӘГӘС БҮРЕК (бүрке) (Р: кубанка;
И.: flat, round fur hat; T: papak) и. диал.
Түңәрәк бүрек. □ Кубанка, папаха. Тәгәс бурек һатып алыу. Тәгәс бурек кейеу. Тәгәс буркең бик матур.
ТӘГӘС ТҮҢКӘРЕҮ (тәгәс түңкәр-) (Р: магический способ лечения болезней головы; И.: magical way of healing; T: baş ağrılarını büyü ile tedavi etme usulü) ҡ. этн.
Баш ауырыуҙарын магик дауалау ысулы. □ Магический способ лечения болезней головы. ■ Баш ауыртһа, башка йылы кол һалып, ҡолһуалла уҡып, тәгәс туңкәрәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТӘҒБИР [ғәр. (Р: слово, фраза; И.: word, phrase; T: tabir) и. иҫк.
1. Ниндәйҙер эске мәғәнәһе булған һүҙ, фраза, әйтем. □ Слово, фраза, выражение. В Көлкө тәғбирҙәр сығарып һөйләй инем. С. Агиш. Доға, сурәләр ятлатыу, ҡоро тәғбирҙәр тылҡыу тугел, һәр зирәк шәкертен уҡымышлы мосолман, исламиәт ғилемендә иркен йөҙөрлөк зат итмәк ине [Баһадир-шаһтың] теләге. Ғ. Хөсәйенов.
2. Төш юрауы, төштө аңлатыу. □ Толкование снов. М [Сабир мулла:] Мәхәллә халҡым ғауғалаша, талаша кеуек. .. Төш тәғбиремә килтереп ҡарағанда, михрабым өсөн талашалармы икән, тип хафаланам. Б. Ишемғол.
728