ТӘПЕ
2. Йәштәрҙең тәүге төндән һуң мунсала, мендәр аҫтында аҡса ҡалдырыу йолаһы. □ Обычай оставления монеты в бане, под подушкой после первой брачной ночи молодожёнами в целях умилостивления духов бани, дома, домового. ■ Йыуынғас, ҡыҙ мунса төнлөгөнә, ләукә аҫтына, кәлгә, таш араларына тәңкә һалып сыға. Халыҡ ижадынан.
ТӘҢКӘ ҺИБЕҮ (Р.: обычай бросания мелких монет женихом; И.: sort of Bashkir wedding ritual; T.: düğünde damadın para atma geleneği) и. этн.
Егеттең кәләште күсереп алып киткәндә аҡса һибеү йолаһы. □ Обычай бросания мелких монет женихом (во время проводов невесты). Тәңкә һибеү йолаһы. Капҡа алдында тәңкә һибеү йолаһы үткәрелә.
ТӘҢРЕ (Р: Бог; И.: Lord; T.: Tanrı) и. миф. (баш хәреф менән)
1. Ышаныуҙар буйынса, донъяны бар иткән юғары зат, Алла, Хоҙай. □ Бог, Всевышний, Творец. Тәңрегә табыныу. Тәңрегә ялбарыу. Тәңрегә һығыныу. Тәңре ҡөҙрәте. ■ Зөһрә ҡыҙҙы насип ит тип, доға ҡылдым Тәңремә. Ш. Бабич. Яҡтылығым, бәлки, күберәк төшөр, йәшәт, Тәңрем, йәнем яндырып. X. Назар. Тәңрем, кисерә күр аңһыҙлыҡты, яуҙырмаҫы күктәр ҡоһорон. Ә. Таһирова. • Тик йөрөгәндән Тәңре биҙер. Әйтем.
2. күсм. Кемдер табынған кеше йәки нәмә. □ Идол, кумир. ■ Баҙар королдәре! һеҙ табынған алтын-көмөштәрҙе Тәңре итеп [шағир] үҙенә алалмай. С. Агиш.
3. кит. Күк йөҙө, күк көмбәҙе. □ Небо. • Тәкә мөгөҙө Тәңрегә теймәҫ. Мәҡәл.
ТӘҢРЕ ҠӨҘРӘТЕ (Р: божественная сила; И.: Lord's power; T: Tanrı kayrası) и. миф.
Аллаһы Тәғәләнең көсө. □ Божественная сила. Тәңре ҡөҙрәте киң. Тәңре ҡөҙрәте менән атҡарыу. ■ Тәңребеҙ ҡөҙрәте менән еребеҙ, йортобоҙ һил, имен булып, йола буйынса йыйын айының аҙна көнөндә йәнә оло ҡорға йыйылдыҡ. С. Бәҙретдинов.
ТӘҢРЕ ҠУНАҒЫ (Р: нежданный гость; И.: unexpected guest; T: Tanrı misafiri) и.
Саҡырылмай килеп ингән кеше (йола буйынса, иң ҡәҙерле ҡунаҡ). □ Нежданный гость (в мифологии человек, направленный Тенгри, или он сам, принявший облик человека. доел. Гость Тенгри). В Саҡырылмаған ҡунаҡты башҡорттар артыҡ күрмәгән, киреһенсә, уны «Тәңре ҡунағы» тип атаған. Экспедиция материалдарынан.
ТӘҢРЕЛЕК (тәңрелеге) (Р: тенгриан-ство; И.: Tengrianism, kind of Oriental creed; T: tanrılık) и. миф.
Боронғо төрки һәм монгол халыҡтарының күк йөҙөн кәүҙәләндергән Аллаға ыша-ныуҙары. □ Тенгрианство. Тәңрелек осоро. Тәңрелек дине таралыу.
ТӘҢРЕ ХАҠЫ (Р: доля, право Тенгри; И.: Lord's share; T: Allah aşkı) и. миф.
Бик ҡәҙерле; һүҙ тейҙерергә ярамаған. □ Доля, право Тенгри. • Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы. Әйтем.
ТӘҢӘЛ и. диал. ҡар. тәңгәл. Өй тәңәле. Мәктәп тәңәленә етеү.
ТӘҢӘЛДӘН бәйл. диал. ҡар. тураһында.
ТӘҢӘРЛӘҮ (тәңәрлә ) ҡ. диал. ҡар. тәгәрләү I. Тәгәрмәс күсәрҙән сығып тәңәр-ләп китте.
ТӘҢӘРСӘК (тәңәрсәге) и. диал. ҡар. тәгәрмәс 1. Тәңәрсәк ысҡыныу.
ТӘПЕ (Р: мышеловка; И.: mouse trap; T: fare kapanı) и.
1. Йәнлекте һуғып ҡыҫыу өсөн таҡтаға ултыртҡан дуға рәүешендәге ау ҡоралы.
□ Мышеловка. Тәпе ҡороу. Сысҡан тәпеһе. Тәпегә ҡыҫылыу.
2. Эре йәнлекте ҡыҫып тотор өсөн һағайтып ҡуйған бүрәнә рәүешендәге ау ҡоралы.
□ Ловушка, капкан (для ловли зверей). Айыу тәпеһе. Бүре тәпеһе. ■ Ваһап ҡарт тайҙың башын-тояғын, эсәк-ҡарынын ҡуйып тәпе ҡорған Кыҙылташ һыртында. Ж. Кейекбаев. Аҡмалдың ҡышҡылыҡҡа солоҡтарын тикшереп-барлап, ваҡ йәнлеккә тәпе, тоҙаҡ ҡороп ҡайтырға тип китеп барыуы. Б. Рафиҡов.
3. диал. Ҡапҡан кеүек нәмәләрҙе ҡороп, һуҡҡыһын эләктереп ҡуя торған элгес. □ Зацепка (капкана и т. п.). Тәпе ысҡыныу.
765