ҺЫРЫНЫУ
өйөлгән һырынтыларҙың өҫтәренә тағы саф ҡарҙан ап-аҡ ҡатлам өҫтәлә. Ә. Вәли. Ишек алдарын, өй тубәһе менән тигеҙләп, оҙон-оҙон һырынтылар кумеп китте. Ғ. Лоҡманов.
ҺЫРЫНЫУ (һырын ) (Р.: жаться; И.: shrink; T.: sıkışmak) ҡ.
Ныҡ яҡын килеп терәлеү; һырығыу, һыйыныу. □ Жаться, прижиматься. Ҡоймаға һырыныу, һырынып ултырыу. Әсәйгә һырыныу. Я Йәнеш менән Емеш, буренән өрккән кәзә бәрәстәре шикелле тыпырлашып, бәләкәс яҡҡа ҡасып сыҡтылар ҙа, урындыҡҡа менеп, ҡараңғы мөйөшкә һырынып торҙолар. 3. Биишева. Ишбулды, уҙен Юлияның иң ҡәҙерле ҡустыһы итеп тойоп, шул хоҡуҡ менән уның янына һырынып ултырған да унан куҙен дә алмай ине. һ. Дәүләтшина.
ҺЫРЫТЫУ I (һырыт ) ҡ. йөкм. ҡар. һырыу I, 1. понуд. от һырыу I, 1. Юрған һырытыу. Я Шәрифә еңгәһенән бала юрғаны һырытты. И. Ғиззәтуллин.
ҺЫРЫТЫУ II (һырыт-) (Р: облеплять;
И.: stick all over; T.: yapıştırmak) ҡ.
Һырырға юл ҡуйыу, йәбештереү. □ Облеплять чем. Дегәнәк һырытыу. Я Ҡуйы урман араһына урмәләп уҫкән кәрешкә уләндәр ҙә, уҙҙәренә ысыҡ һырытып ағас араһынан утә һуҡҡан аҙ ғына елгә лә сайҡалып, ысыҡ бөртөктәрен ергә һибәләр. Т. Хәйбуллин.
ҺЫРЫУ I (һыры-) (Р: стегать; И.: quilt; T.: pamuk doldurup dikmek) ҡ.
1. Эсенә йөн, мамыҡ һымаҡ нәмә һалып, үтә сәнсеп тегеү. □ Стегать, подстёгивать. Салбар һырыу. Ҡөпө һырыу. Юрған һырыу. Я Береһе юрған һырый, береһе сигә - эш өҫтөндә былар барыһы ла. Т. Йәнәби. Ул арала больницалағы сестралар, нянялар ап-аҡ йәймәләрҙән Әминәнең бәпесен тороу өсөн мамыҡлап йылы юрған һырынылар, йургәктәр әҙерләнеләр. М. Садиҡова.
2. Кирегә аша сәнсеп тегеү. □ Метать (вид шитья). Я Ҡул менән ике-өс ҡат һырып, ҡыҙыл кулдәкте тектеләр. Һ. Дәүләтшина.
3. диал. Биҙәк төшөрөп тегеү; сигеү. □ Вышивать. Ҡулъяулыҡ һырыу. Таҫтамал һырыу. Өҫтәл ябыуы һырыу.
ҺЫРЫУ II (һыры-) (Р: прилипать; И.: adhere to; T.: yapışmak) ҡ.
1. Күп булып йәбешеү. □ Прилипать, приставать, цепляться. Йөн һырый. Ҡейемгә
дегәнәк һырыған. Н Байрастың ҡуйы сәстәрен улән тип белеп, ахыры, ысыҡ ынйылары һырып алды. 3. Биишева. Ағас ботаҡтарын бәҫ һырып алды. Ғ. Лоҡманов.
2. Күмәк булып уратыу. □ Окружать, обступать. Ҡешене һырып алыу. Балалар уҡытыусыны һырып алды. Я Иптәштәр мине һырып алды. Бөтә хәлде һөйләп бирҙем. Д. Юлтый. Халыҡ йәш егетте һырып ала, уның мәргәнлеген данлай. И. Абдуллин. Бер көндө һуңғы тәнәфестә Дәминде ҡыҙҙар һырып алды. Р. Байбулатов. Бал ҡорттары айыуҙы һырып ала ла сағырға маташа. Әкиәттән.
♦ Себен кеүек һырыу бик күмәк булып уратып алыу. □ Облепить, окружать, как мухи. Я Тракторҙы кешеләр себен кеуек һырып алған. һ. Дәүләтшина.
ҺЫРЫШҠАҠ (Р.: цепкий; И.: clinging; T.: yapışık) с. һөйл.
1. Йәбешкәк, һырыусан. □ Цепкий, цепляющийся. Һырышҡаҡ уҫемлектәр. Я Ҡуҙ асҡыһыҙ һырышҡаҡ буранда байтаҡ аҙашып йөрөнө ике юлсы. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Кешегә һырышып барыусан. □ Навязчивый, назойливый, һырышҡаҡ кеше. Я Егет сиселеп бармай ине, бындай осраҡта иң дөрөҫө һырышҡаҡ булмау. И. Абдуллин.
ҺЫРЫШЫУ (һырыш-) (Р: жаться; И.: shrink; T.: sıkışmak) ҡ.
1. Ныҡ яҡын килеп терәлеү, ныҡ яҡынлау; һырыныу, һырығыу. □ Жаться, прижиматься. Ергә һырышыу. Аяҡҡа һырышты. Ҡугәрсендәр кәрнизгә һырышты. Мөйөшкә һырышыу. Я Арыған, йонсоған юлаусылар, яҙмыштарын тәбиғәттең мәрхәмәтенә ҡалдырып, бер-береһенә һырышып ҡына йоҡоға талды. Р. Солтангәрәев. Ҡул ятыуҙарында ҡушбаш, опто, ҡыҙылғанат, алабуға, томбойоҡло яр буйҙарына һырышып ҡына суртан-сурағайҙар, шаршыларында кук ҡанатлы бәрҙеләр йөҙә. Ш. Янбаев.
2. Таяныс, ярҙам, күңел йылыһы эҙләп яҡынлау; һыйыныу, һырығыу. □ Льнуть. Ололарға һырышыу. Я [Мулла:] Үҙе ҡасҡы был кеше, ситтән килеп һырышҡан. «Ҡараһаҡал». • Ямандан ҡас, яҡшыға һырыш. Әйтем.
3. ҡар. һырыу II, 2. Я Өҫтәл артында ҡулына китап тотоп ултырған Хәсән янына һырышҡан йәштәр аҡрын ғына стена
692