ЗАБЕГАНИЕ
25. с твор. п. (при указании на номер, подпись и т. п. внешние признаки документа) -лы/-ле, булған, менэн; приказ за подписью директора директорҙың ҡултамғаһы булған приказ; дело за номером два икенсе һанлы дело
26. в знач. сказ. ыңғай; все за, он один против бөтэһе ыңғай, ул бер үҙе ҡаршы
ЗА... приставка 1. ҡылым яһаганда ҡулланылып , тцбәндәге мәгәнәләрҙе аңлата: 1) эш-хәлдең башланыуын: заплакать илап ебэреү; засмеяться көлөп ебэреү; 2) эш-хәлдең һөҙөмтәһенә ирешецҙе: завоевать яулап алыу; захватить ҡулға төшөрөү; 3) эш-хәлдең артыҡлыгын, сиктән сы-гып китецен: заглядеться оҙаҡ ҡарап тороу; засидеться оҙаҡ ултырып ташлау; 4) хәрәкәттең ниҙеңдер артына йәки берәй яҡҡа йцнәлгәнле-ген: завернуть за угол мөйөшкә боролоу; зайти за дерево ағас артына йэшенеү; 5) эш-хәрәкәттең юл ыңгайында башҡарылыуын: забежать инеп сығыу; занести индереп сығыу 2. исем йәки сифат яһаганда ҡулланылып, икенсе яҡта йәки артта булыуҙы аңлата: загородный ҡаланан ситтэге; заречный йылға аръяғындағы
ЗААКТИРОВАТЬ сов. что акт төҙөү
заалЕть сов. 1. (выделиться алым цветом ) алланып (алһыуланып, ҡыҙарып) күренеү; заалели гроздья рябины милэш тэлгэштэре ҡыҙарып күренде 2. (начать алеть) аллана (ҡыҙара) башлау; восток заалел көнсығыш ҡыҙара башланы
ЗААПЛОДИРОВАТЬ сов. алҡышлай (ҡул саба) башлау; зал зааплодировал зал алҡышлай башланы
ЗААРЕНДОВАТЬ сов. что ҡуртымға (арендаға) алыу, ҡуртымлау, арендалау; заарендовать землю ерҙе арендаға алыу
ЗААРЕНДОВЫВАТЬ несов. см. заарендовать
ЗААРКАНИВАТЬ несов. см. заарканить
ЗААРКАНИТЬ сов. кого-что 1. арҡанлау, боғал һалыу, боғаллап ҡуйыу; заарканить лошадь атты боғаллап ҡуйыу 2. перен. арҡанлау, иркен сиклэү
ЗААРТАЧИТЬСЯ сов.; разг. киреләнеү, тиҫкәреләнеү, ҡарышыу, сығынсылау
ЗААСФАЛЬТИРОВАТЬ сов. что асфальтлау, асфальт түшәү; заасфальтировать улицу урамға асфальт түшәү
ЗААТЛАНТИЧЕСКИЙ, -ая, -ое Атлантик океан аръяғындағы; заатлантические страны Атлантик океан аръяғындағы илдәр
ЗАБАВА ж 1. (игра, развлечение) уйын, мәрәкә, уйын-көлкө, йыуаныс; детские забавы балалар уйыны 2. (несерьёзное занятие) ирмәк, мәрәкә; пустая забава буш мәрәкә
ЗАБАВЛЯТЬ несов. кого-что 1. (развлекать ) албырғатыу, алдаштырыу, әүрәтеү; забавлять детей балаларҙы алдаштырыу 2. (смешить, веселить) көлдөрөү, күңелде асыу (күтәреү),
мәрәкәләү; вы меня забавляете һеҙ минең күңелде асаһығыҙ
ЗАБАВЛЯТЬСЯ несов. чем и без доп. албырғау, йыуаныу, әүрәү, ҡыҙыҡ күреү, ирмәк табыу; забавляться играми уйындан ирмәк табыу
ЗАБАВНИК м; разг. уйынсаҡ, мәрәкәсел, мәҙәксән, шуҡ, шаян
ЗАБАВНО 1. нареч. ҡыҙыҡ (көлкө) итеп; он забавно рассказывает ул ҡыҙыҡ итеп һөйләй 2. кому в знач. сказ. ҡыҙыҡ, ирмәк, мәрәкә; мне это забавно был миңә ҡыҙыҡ
ЗАБАВНЫЙ, -ая, -ое ҡыҙыҡ, көлкө(лө), ирмәк, мәрәкә; забавный случай ҡыҙыҡ ваҡиға; забавный человек ирмәк кеше
ЗАБАЛЛОТИРОВАТЬ сов. кого-что һайламау, һайламай ҡалдырыу; забаллотировать кандидата кандидатты һайламай ҡалдырыу
ЗАБАЛЛОТИРОВЫВАТЬ несов. см. забаллотировать
ЗАБАЛТЫВАТЬ несов. см. заболтать I
ЗАБАЛТЫВАТЬСЯ несов. см. заболтаться I
ЗАБАРАБАНИТЬ сов. 1. (на барабане) барабан ҡаға башлау 2. (застучать) дыңғырлата, дөбөрләтә (тыпырлата) башлау; дождь забарабанил ямғыр тыпылдап яуа башланы; забарабанить в дверь ишекте дөбөрләтә башлау
ЗАБАРРИКАДИРОВАТЬ сов. что баррика-далау, баррикада ҡороу (яһау); забаррикадировать улицу урамға баррикада ҡороу
ЗАБАРРИКАДИРОВАТЬСЯ сов. баррикада ҡороп ышыҡланыу
ЗАБАСТОВАТЬ сов. эш ташлау, забастовка яһау
ЗАБАСТОВКА ж эш ташлау, забастовка; всеобщая забастовка дөйөм забастовка; политическая забастовка сәйәси забастовка; объявить забастовку забастовка иғлан итеү
ЗАБАСТОВОЧНЫЙ, -ая, -ое забастовка ...ы; забастовочный комитет забастовка комитеты; забастовочное движение забастовка хәрәкәте
ЗАБАСТОВЩИК м эш ташлаусы, забастовкасы
ЗАБВЕНИЕ с 1. книжн. онотоу, иҫтән сығарыу; забвение обязанностей бурысты онотоу; предать забвению что-л. нимәнелер онотоу, бөтөнләй иҫтән сығарыу 2. (забытьё) иҫһеҙ-һушһыҙ булыу; выйти из забвения һушына (иҫенә) килеү
забЕг м; спорт. йүгереү, йүгереш, уҙыш; участвовать в забеге йүгерештә ҡатнашыу; забег на четыреста метров дүрт йөҙ метрға йүгереү
ЗАБЕГАЛОВКА ж; прост. забегаловка, тә-ғәмхана (тиҙ генә ашап-эсеп сыга торган урын); обедать в забегаловке забегаловкала төшкөнө ашау
ЗАБЕГАНИЕ с артыҡ ашығыслыҡ (эштә, ҡылыҡта); забегание вперёд артыҡ ашығыслыҡ
325