Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том. 662 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Урыҫса-башҡортса һүҙлек, З. Ғ. Ураҡсин редакцияһында. I том

НЕДОСАЛИВАТЬ
НЕДОСАЛИВАТЬ несов. см. недосолить
недосЕв м; с.-х. сәсеп еткермәү, кәм сәсеү; недосев льна етенде кәм сәсеү
НЕДОСЕВАТЬ и НЕДОСЕИВАТЬ несов. см. недосеять
НЕДОСЕЯТЬ сов. что сәсеп еткермәү, кәм сәсеү; недосеять пять гектаров биш гектарға кәм сәсеү
НЕДОСКАЗАННОСТЬ ж әйтеп еткерелмәгәнлек, әйтеп еткермәү (бөтөрмәү); недосказанность мысли уйҙы әйтеп еткермәү
НЕДОСКАЗАННЫЙ, -ая, -ое 1. прич. от недосказать 2. прил. әйтеп еткерелмәгән (бөтөрөлмәгән); недосказанные слова әйтеп бөтөрөлмәгән һүҙҙәр
НЕДОСКАЗАТЬ сов. әйтеп бөтөрмәү (еткермәү), әйтмәй ҡалдырыу; недосказать самое важное иң мөһим нәмәләрҙе әйтмәй ҡалдырыу
НЕДОСКАЗЫВАТЬ несов. см. недосказать
НЕДОСЛАТЬ сов. что ебәреп еткермәү, кәрәгенән кәм ебәреү; недослать журналы журналдарҙы кәрәгенән кәм ебәреү
НЕДОСЛЫШАТЬ сов. ишетеп еткермәү, ишетмәй ҡалыу; недослышать последние слова һуңғы һүҙҙәрҙе ишетмәй ҡалыу
НЕДОСМОТР м 1. ҡарап (күреп) еткермәү; недосмотр за ребёнком баланы ҡарап еткермәү 2. (иғтибарһыҙ булыу сәбәпле) ебәрелгән хата, яңылыш; недосмотры в новом издании работы эштең яңы баҫмаһында ебәрелгән хаталар
НЕДОСМОТРЕТЬ сов. см. недоглядеть
НЕДОСОЛ м тоҙлап еткермәү, еңел тоҙлау; недосолить суп ашты тоҙлап еткермәү
НЕДОСПАТЬ сов. йоҡо туймау (ҡандырмау), туйғансы йоҡламау
НЕДОСПЕЛЫЙ, -ая, -ое см. недозрелый
НЕДОСТАВАТЬ несов. кого-чего безл. 1. етмәү, етешмәү; у него недоставало терпения уның түҙемлеге етмәй ине 2. булмау, юҡ булыу, етмәү; недоставало трёх экземпляров книги өс дана китап етмәй ине ♦ этого (ещё, только) недоставало (недостаёт); (ещё) недоставало (недостаёт), чтобы (произошло, случилось) что шул ғына етмәгән (етмәй) ине
НЕДОСТАТОК м 1. (нехватка) етмәү, еткеһеҙ булыу, етешмәү; недостаток времени ваҡыт етмәү 2. (изъян) етешһеҙлек, етешһеҙ яҡ, кәмселек; у него есть один недостаток уның бер етешһеҙ яғы бар 3. обычно мн. недостатки; разг. (нужда) етешһеҙлек, ҡытлыҡ, мохтажлыҡ, ҡыҫынҡылыҡ; терпеть недостатки мохтажлыҡ күреү ♦ нет недостатка в ком - чём мохтажлыҡ юҡ, етерлек
НЕДОСТАТОЧНОСТЬ ж 1. етерлек булмау; недостаточность принятых мер күрелгән сараларҙың етерлек булмауы 2. ҡәнәғәтләндерерлек (ризалатырлыҡ) булмау; недостаточность ответа яуаптың ҡәнәғәтләндерерлек булмауы
♦ сердечная недостаточность мед. йөрәктең хәлһеҙлеге
НЕДОСТАТОЧНЫЙ, -ая, -ое 1. еткелекһеҙ, етерлек булмаған (түгел), әҙ; недостаточные средства етерлек булмаған аҡса; недостаточная помощь аҙ ярҙам 2. (неполный, неудовлетворительный ) ҡәнәғәтләнерлек (етерлек, тулы) булмаған (түгел); недостаточные сведения тулы булмаған мәғлүмәттәр; недостаточное знание своего дела үҙ эшеңде ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә белмәү
НЕДОСТАТЬ сов. чего безл. етмәү; недостать смелости батырлыҡ (ҡыйыулыҡ) етмәү
НЕДОСТАЧА ж; разг. етмәү, етешмәү, тулмау, кәм (өҫтөнә) сығыу; недостача сельхозмашин ауыл хужалығы машиналарының етешмәүе; обнаружить недостачу етешмәүен асыҡлау (белеп ҡалыу)
НЕДОСТАЮЩИЙ, -ая, -ее етмәгән, етешмәгән, кәм; недостающие страницы етмәгән биттәр
НЕДОСТИЖИМОСТЬ ж (маҡсатына) ирешә алмаҫлыҡ булыу, тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ булыу; недостижимость цели маҡсаттың ирешә алмаҫлыҡ булыуы
НЕДОСТИЖИМЫЙ, -ая, -ое 1. ирешеп бул-маҫлыҡ, тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ, буй етмәҫлек; недостижимая мечта тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ хыял 2. барып (менеп) етә алмаҫлыҡ; недостижимая высота менеп етә алмаҫлыҡ бейеклек
НЕДОСТОВЕРНОСТЬ ж дөрөҫкә тура килмәү, дөрөҫлөгө икеле булыу, дөрөҫ булмау; недостоверность фактов факттарҙың дөрөҫ булмауы
НЕДОСТОВЕРНЫЙ, -ая, -ое шикле, (дөрөҫлөгө) икеле, дөрөҫ булмаған; недостоверные слухи шикле хәбәрҙәр
НЕДОСТОЙНЫЙ, -ая, -ое 1. лайыҡ булмаған (түгел); недостойный внимания факт иғтибарға лайыҡ булмаған факт 2. (безнравственный ) әҙәпһеҙ, түбән; недостойное поведение әҙәпһеҙ ҡылыҡ
НЕДОСТУПНОСТЬ ж 1. эргәһенә (яҡын) бара (килә, етә) алмаҫлыҡ булыу, яҡын юлай алмаҫлыҡ, барып еткеһеҙ булыу; недоступность горной вершины тау түбәһенең менеп етә алмаҫлыҡ булыуы 2. аңлауға ауыр, ҡатмарлы (ауыр) булыу, ҡырыҫ булыу; эта книга недоступна детям был китап балалар аңлауға ауыр
НЕДОСТУПНЫЙ, -ая, -ое 1. яҡын килә алмаҫлыҡ, барып етә алмаҫлыҡ, яҡын барырлыҡ түгел (булмаған); недоступное место барып етә алмаҫлыҡ урын 2. (превышающий возможности ) үтә ҡиммәт; недоступные цены үтә ҡиммәт хаҡтар 3. (о человеке) ҡырыҫ, торпа(й); недоступный человек ҡырыҫ кеше 4. (трудный для понимания) аңлашылмаҫлыҡ, аңлай алмаҫлыҡ, ҡатмарлы
662