хисап


ғәр. 1. Берәмләп иҫәпләгән һан, күләм; иҫәп. Йыл хисабы. Нәмәнең хисабын белеү. 2. Һандарҙың иң ябай үҙенсәлектәрен һәм дүрт ғәмәлен өйрәнә торған фән; арифметика. Хисап китабы. Хисап дәресе. Хисапҡа өйрәтеү. 3. Керем-сығымды иҫәпләү эше. Хисап йөрөтөү. Хисап эше. 4. Эш һәм эш барышы хаҡындағы рәсми яуап. Хисап биреү. Мөдирҙең хисабын тыңлау. 5. Уйлаған уй; ниәт. Хисап тотоу. Хисап итеү - үҙеңә бер төрлө уйлау; иҫәпләү.