Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 110


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АI (Р.: первая буква башкирского алфавита; И.: the first letter of the alphabet of the Bashkir language; T.: Başkurt alfabesinin ilk harfi)
Башҡорт алфавитының беренсе хәрефе, түбәнге күтәрелеш, артҡы рәт һуҙынҡы [а] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — А, бәләкәй — а формаһында яҙыла. Хәрефтең исеме «а» исем һүҙ төркөмөнә ҡарай: а-ны дөрөҫ итеп яҙыу. Нумерацияла ҡулланыла. □ Первая буква башкирского алфавита. А өлөшө, а) пункты. ■ Башланып китте уҡыуҙар «А» тигән хәреф менән. Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең башлаған ана шунан. Р. Ниғмәти.
♦ А-нан Я-ға тиклем тулыһынса, тотош-лайы менән. □ Полностью, целиком, от А до Я. ■ [Ҡыҙҙар] Өфө ҡалаһында төрлө уҡыу йорттары студенттары араһында «Урал еңел сәнәғәте» ойошторған «А-нан Я-ға саҡлы мода» тип аталған мода күргәҙмәһендә «Себер һулышы» коллекцияһы менән өсөнсө урынға лайыҡ булалар. «Шоңҡар», № 1,2011.
А II а-а-а (Р: а; И.: oh; ouch; Т.: һа!; һаһ!; еһ!) ымл.
1. Ҡыуанысты, ҙур шатлыҡты белдергәндә әйтелә. □ Выражает чувство радости, восторга при виде кого-чего-л. ■ «А-а-а», — тип ҡысҡырып ебәрҙе Хәмит, — һеҙ ул «а-а-а» тигәндең мәғәнәһен беләһегеҙме? Ул бит: «Иҫәнме, һаумы, Вәғиз? Был бит һин. Мин һине күреүгә ниндәй шат! Ниндәй ҡыуанам!» — тигән һүҙ. С. Агиш.
2. Ауыртҡанды, ҡурҡҡанды белдергәндә әйтелә. □ Выражает чувство боли, испуга.
■ Ир тағы ла нығыраҡ ыңғыраша: «А-а-а...» X. Назаров. Кемдәндер ярҙам, ҡыҙғаныу һорап ялбарған һүҙе урынына ҡанға туҙған ауыҙынан «а-а-а!» тигән имәнес үкереү килеп сыҡты ла, тауышын ҡот осҡос шартлау күмеп китте... Ә. Хәкимов.
3. диал. Аптырауҙы, ғәжәпләнеүҙе, һоҡланыуҙы белдереүсе ымлыҡ. □ Выражает удивление, изумление, восхищение.
АШ а-а-а (Р: а; И.: onomatopoeic word; T.: ha!; hah!; eh!) оҡш.
Шаулашҡанды белдергән һүҙ. □ Выражает шум. ■ Осоп һаҙға ҡунғанда, әйтерһең дә, абына: «А-а-а», — тип ғауғалана ап-аҡ ҡына ағуна. С. Кулибай.
А IV (Р: аффикс, который указывает на отсутствие какого-л. признака; И.: negative prefix; T.: olumsuz önek) алъялғау
Инҡар итеүҙе йәки берәй билдәнең, сифаттың юҡлығын белдереүсе алъялғау. □ Аффикс, который указывает на отсутствие какого-л. признака. Авитаминоз. Амо-ралъ. ■ Хәҙер, яҙ етеү менән, йәшел тәмләткестәрҙе күп урында һаталар. Алыусылар ҙа күп — ни тиһәң дә, яҙғы авитаминоз үҙенекен итә, күңел тәмле лә, витаминлы ла аҙыҡ һорай. «Йәшлек», 18 апрель 2009.
АБА I и. диал. ҡар. ағай.
АБА II [боронғо төрки аба\ (Р.: вот так да; ну и ну; надо же; И.: oh; T.: ha(y)di!) ымл.
Аптырауҙы, ғәжәпләнеүҙе белдергәндә әйтелә. □ Выражает удивление, восхищение: вот так да; ну и ну; надо же. ■ [Ихсан:]
110