АБАЙЛАМАЙ
Ҡоҙа һаман ҡайтманымы? Аба, ҡайһылай оҙаҡланы. М. Хәйҙәров. [Хәлиулла:] Аба, ямғыр бик яман яуа, кук тә көлтөрэп китә. С. Агиш.
АБАҒА [боронғо төрки] (Р.: папоротник; И.: fern; T.: eğrelti otu) и. бот.
Ҡаҙаяҡтар төркөмөнә ингән эре ҡауырһын япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек (ағаслыҡта, дымлы урында уҫә)', ҡаҙаяҡ. □ Папоротник, щитовник (мужской)', кочедыжник (женский)', орляк (лат. Pteridium aquilinum). һыу абағалары. Абаға һабағы. Абаға япрағы. Ағас һымаҡ абаға. ■ Бөгөн байрам. Ҡояш байрамы. Иң оҙон юл утә бөгөн ҡояш, иң бейек юл. Төн уртаһы еткәс, абаға сәскә ата. Уны кургән кеше бик бәхетле була. М. Кәрим. Был уҫемлектең [яҙ йондоҙоноң] куп йыллыҡ һәм бер йыллыҡтары осрай. Япраҡтары абаға япрағына оҡшаған, икегә-өскә бөкләнгән. А. Фёдоров. Абағалар сәскә атҡан саҡта, мин осраттым һине тағы ла. Йырҙан.
АБАҒАЙ I (Р.: неосторожный, суетливый; И.: fussy; T.: telaşlı) с. диал.
Уйламайынса эшләгән, ҡабалан. □ Неосторожный, суетливый. ■ Абышҡаһы аның бер төрлө абағай, ҡыҙыу кеше ине. Экспедиция материалдарынан.
АБАҒАЙ II с. диал. ҡар. сос.
АБАҒА СӘСКӘҺЕ (Р: цветок папоротника; И.: fern flower; T.: eğrelti otu) и. миф.
Башҡорт халҡының ышаныуҙары буйынса, йәйге Ҡояш торошонда (21-22 июндә) төн уртаһында ғына атҡан, уны күргән кешене бәхетле иткән мифик ҡып-ҡыҙыл сәскә. □ Цветок папоротника; мифический огненно-красный цветок, делающий счастливым того, кто его видел. ■ Абаға сәскәһен кургән кеше бәхетле була. Халыҡ ижадынан.
АБАҒАЛАР и. бот. ҡар. абаға һымаҡ-тар.
АБАҒАЛЫ (Р: поросший папоротником; И.: fern grown; T.: eğrelti otlu) с.
1. Абаға үҫкән (ялан, урман юлы, йылға буйы). □ Поросший (заросший, покрытый)
папоротником (поляна, лесная тропа, берег реки).
2. Абаға аралаш (бесән). □ Смешанный с папоротником (сено).
АБАҒА ҺЫМАҠТАР (Р: папоротниковидные; И.: ferns; T.: eğrelti otları) и. бот.
Саң, һеркә ярҙамында үрсей торған үҫемлектәр төрөнөң атамаһы; ҡаҙаяҡ һымаҡтар.
□ Папоротниковидные, папоротникообразные (лат. Polypodiophyta).
АБАД [фарс. ‘төҙөк’] и. ҡар. әбәд.
АБАД ҠЫЛЫУ (абад ҡыл-) (Р: наполниться живностью; И.: filled with wildlife; T.: canlılarla dolmak) ҡ.
Йән эйәһе менән тулыу. □ Наполниться живностью.
АБАЗИН (Р: абазинец; И.: Abazin; T.: Abaz) и.
Кавказда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың кешеһе. □ Абазинец.
АБАЙ I [дөйөм төрки аба] (Р: осторожный; И.: careful; T.: ihtiyatlı) с.
Ҡарап, самалап эш итеүсән; һаҡ. □ Осторожный, осмотрительный. Абай кеше.
АБАЙ II (Р: осторожно; И.: carefully; T.: ihtiyatla) р.
Һаҡ, ҡарап, самалап. □ Осторожно, осмотрительно. Абай йөроу. Абай ҡыланыу. Абай булыу. ■ Әгәр ҙә беҙҙән ризалыҡһыҙ алып ҡасып китә торған булһалар, уҙҙәре абай булһындар, ун дуғалы ҡоҙа менән баҫып барып ҡалым алырбыҙ, тип әйтә тиген. һ. Дәүләтшина. Тор тыныс һаҡта, һойөуеңде лә, абай бул, берук юғалтма! Р. Назаров. Абай булығыҙ... Арағыҙҙа икеләнеуселәр, зарарлы бышылдаусылар була торған булһа, шәфҡәт булмаҫ. М. Буранғолов.
АБАЙЛАМАЙ (Р: неосторожно; И.: incautiously; T.: tesadüfen) р.
Алдын-артын уйламайынса; һаҡһыҙ.
□ Неосторожно, неосмотрительно, нечаянно. Абайламай асыу. ■ һинең абайламай әйткән һуҙеңде башҡалар уткәреп ебәрһә лә, дуҫыңдың куңеленә төйөн булып урынлашыуы, уның сәменә, намыҫына тейеуе, уйға
111