Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 112


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБАЙЛАМАЙ ҠАЛЫУ
һалыуы ихтимал. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 10, 2011. Тормошта иһә абайламай яҙа баҫыуҙар ҙа етерлек. Кешемен тигән ысын кеше бындай саҡта ла бит кешеләрҙең киҫәтеуенә ҡолаҡ һала, хатаһын төҙәтә ала. Й. Солтанов. • Абайламай һөйләгән — ауырымай улгән. Әйтем.
АБАЙЛАМАЙ ҠАЛЫУ (абайламай ҡал-) (Р.: не заметить; И.: lose sight of; T.: ihmal etmek) ҡ.
Ваҡытында күрмәү, иғтибар бирмәү. □ Не заметить, упускать, упустить из виду кого-что, не успеть заметить кого-чего. Муйылға әурәп йөрөп, ямғыр сыҡҡанын абайламай ҡалғанбыҙ. ■ Батыр, уң ҡашы булмағас, һыбай елгәндә куҙенә ләпәк инеп, дошманының һөңгөһөн абайламай ҡала. Д. Бүләков. Аҫылғужа атлы ир Ғөлбикә апай йөҙөндәге уҙгәреште абайламай ҙа ҡалды. Т. Ғарипова. Сос Фәхриҙең фермаға һуғылмай, башта тура өйөнә кереп сығыуын хатта һиҙгер Яҡуп курше лә абайламай ҡалды. Б. Бикбай.
АБАЙЛАМАҪТАН (Р: неосторожно; И.: incautiously; T.: istemeden) р.
1. Һис көтмәгәндә; аңғармаҫтан. □ Неосторожно, неосмотрительно, нечаянно, невзначай. ■ Абайламаҫтан ерҙә ятҡан кирбес киҫәгенә баҫтым. Ә. Байрамов. [Кейәу кеше] ҡайтҡас, ғәҙәтенсә, сисенеп тормай, шәм дә тоҡандырмай, кәштәнән сәй алып әсәм тигәндә генә, ҡараңғыла абайламаҫтан, бер һауытты тушенә төшөргән дә ҡуйған. Легенданан. Яу яланын әсенеу ҡатыш ҡыҙыҡһынып куҙәтә-куҙәтә, ашығып атлаған ыңғайҙа, ҡасаҡ абайламаҫтан ниндәйҙер соҡорға йығылып төштө. Ә. Хәким.
2. Һиҙмәҫтән, ирекһеҙҙән. □ Непреднамеренно, невзначай, невольно. ■ [Әсәйем] баланың тауышынан айнып киткәндәй булып, уҙе лә абайламаҫтан: «Булат, балаҡайым, атайың ҡайтманымы, тәҙрәнән ҡарап ал әле», — тип әйтеп һалды. М. Тажи.
АБАЙЛАТЫУ (абайлат-) (Р: дать возможность осознать; И.: let know; T: bildirmek) ҡ.
Кешегә аңғарырға, төшөнөргә мөмкинлек биреү, һиҙҙереү. □ Дать возможность осознать, понять. ■ [Әсәһе] ҡыҙының тыштан тыныс куренгән йөҙөнә абайлатмай ғына ҡарап йәлләй ҙә ҡайтып китә. Һ. Дәүләтшина. Шул уҡ ваҡытта бригадир ашығып артын нығытырға тотондо: абайлатмай елкәнән алмаһындар, иҫәуән ҡорбан балығылай, айғолаҡтан ҡаты матҡып, ҡыҙған табаға һалмаһындар!.. Й. Солтанов.
АБАЙЛАУ (абайла-) (Р: внимательно рассматривать; И.: scrutinize; T: denetlemek) ҡ.
1. Ентекләп ҡарау, иғтибар менән байҡау. □ Внимательно рассматривать, проверять. // Рассматривание, проверка. ■ Эйе, куктең сикһеҙлеген асыҡ яланда йәки диңгеҙ ярында ғына абайларға мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2011. Бына һин минең буй-ҡиәфәтемә абайлап ҡына баҡ та, иңемдәге бөтә ҡорал-ҡорамалдарымды иҫеңә алып ҡуй, ҡасан да булһа бер курерһең әле уларҙы. «Зөһрә менән Алдар».
2. Уйлап, бик һаҡ эш итеү. □ Действовать осторожно, осмотрительно; осторожничать. ■ Ибрай шулай уҡ мәкерле хас дошман. Ул бик абайлап эш итә. Ғ. Хөсәйенов. Ҡара-ҡара, беҙҙең Зөфәр ниндәй ғәйрәтләнеп бара! Абайла, кикрегең өҙөлмәһен, көҙгө әтәс! — тине Исмәғил. Яр. Вәлиев.
3. Берәй эште, хәлде һиҙеп алыу; төшөнөү, аңғарыу, иғтибарлау. □ Понять, догадываться, обратить внимание, заметить. ■ Закирҙың юҡлығын Иштуған иртәнсәк, уҙенең пулемётсылар взводын барлаған саҡта ғына абайланы. 3. Биишева. Ҡараңғылыҡ бөтәһен дә йәшерә, бер ни абайлар-лыҡ тугел. Т. Ғиниәтуллин.
4. Ситтән күреп, һиҙеп ҡалыу. □ Замечать. ■ Ғазраилдың шашка һабына тотонғанын, Ҡәнзәфәрҙең тегенең ҡулына йәбешкәнен курҙе лә бер ук ваҡытта тиерлек һалдаттарҙың яурындарынан мылтыҡтарын ала башлағанын абайланы. Б. Рафиҡов.
112