Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 113


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБАУ
АБАЙ-ТОБАЙ (Р.: суть; И.: essence; T.: öz) и. диал.
Айыш. □ Суть, сущность. Абай-тобайын белмәй тотоноу.
АБАЙҺЫҘ (Р.: невнимательный; И.: inattentive; T.: dikkatsiz) с.
1. Иғтибарһыҙ, сос булмаған; аңыш.
□ Невнимательный. Абайһыҙ булыу. ■ Бикмырҙа, һоғаланып ашаған ыңғайҙа, әлдән-әле уға һирпелеп ҡуя, берәй абайһыҙ хәрәкәт яһаманыммы тигән һымаҡ, тартынып ҡына рәхмәт әйтә лә шым баҫып сығып китә торғайны. Ә. Хәкимов.
2. Алдын-артын уйламай торған; һаҡһыҙ.
□ Неосторожный, неосмотрительный; беспечный, беззаботный. Абайһыҙ тотоноу.
АБАЙҺЫҘҘАН (Р.: неожиданно; И.: suddenly; T.: ansızın)/).
1. Бер ҙә көтмәгәндә, уйламағанда; ҡапыл. □ Неожиданно, вдруг. Абайһыҙҙан килеп баҫыу. Абайһыҙҙан килеп сығыу.
2. Һиҙмәҫтән, абайламаҫтан, аңғармаҫтан. □ Нечаянно, невзначай. Абайһыҙҙан һуҙ ыскындырыу. ■ Килендең дә ата-әсәһе ҡайҙалыр кусеп киткәнме, ҡазаға тарығанмы, — тип абайһыҙҙан иң кәрәкле ептең осон сығара бирҙе. Ә. Хәкимов.
АБАЙҺЫҘ Л ЫҠ (абайһыҙлығы) (Р: неосторожность; И.: carelessness; T.: ihtiyatsızlık) и.
Абай, һаҡ булмаған хәл. □ Неосторожность. М Абайһыҙлыҡ эшләргә минең ха-ҡым юҡ: полкта һәр бер машина иҫәптә. М. Гәрәев.
АБАЛАНЫУ (абалан-) ҡ. төш. ҡар. абалау, страд, от абалау.
АБАЛАТЫУ (абалат-) ҡ. йөкм. ҡар. абалау, понуд. от абалау.
АБАЛАП АЛЫУ (абалап ал-) (Р: наброситься; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
Ташланыу (эттәр тураһында). □ Наброситься с лаем. Кешене абалап алыу. Эттәр утеп барыусыға абалап алдылар.
АБАЛАУ (абала-) (Р: бросаться, набрасываться с лаем; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
1. Ташланып, ярһып өрөү (эттәр тураһында). □ Бросаться, набрасываться с лаем на кого-л., облаивать кого-л. ■ Ҡарамаҫ ғилем ҡәҙерен ҡара наҙан — ҡара эт тә пәйғәмбәргә абалаған. М. Аҡмулла. Тон. Ҡараңғы. Йыраҡта абалап бер эт өрә. Ш. Бикҡол. Уларҙы йыуан ҡарағай бурәнә-ләре ҡояшҡа яныуҙан ҡараһыу ҡыҙғылт төҫкә инеп сөгөндәй ҡатҡан алты мөйөшлө өйҙән яланға табан сығарып эшләнгән ҡапҡа алдында ялбыр йөнлө ҡара эт абалап ҡаршыланы. Н. Мусин. Олатайым уның төндә бик ныҡ абалап өрөуен, сама буйынса Сусаҡ яғына ыңғайлауын аңғара. М. Ямалетдинов. • Ҡурҡҡанды эт абалай. Мәҡәл.
2. кусм. Ярһып әрләү. □ Накинуться с бранью; облаять. ■ Ҡуп ине дошман мине абалаған, төрлө ошаҡ, яла һәм яман сығарған. М. Аҡмулла.
3. диал. Күп булыу. □ Много, довольно много. ■ Элек кулдә балыҡ абалап ята ине. Экспедиция материалдарынан.
АБАН (Р: родовое подразделение башкир-кыпчаков; И.: Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun adı) u.
Ҡыпсаҡ ырыуының аймағы. □ Родовое подразделение башкир-кыпчаков.
АБАТА с. диал. ҡар. ығыш. Абата кеше.
АБАУ I (Р: ой, ох, ой-ой; И.: ouch; Т: ау) ымл.
1. Ҡурҡып, һиҫкәнеп киткәндә әйтелә.
□ Выражает испуг, страх: ой, ох, ой-ой. Абау, аяҡ аҫтына һыу сыҡҡан. Абау, ҡайһылай ҡурҡыттың! ■ Абау, нисек ҡайтырмын инде, — тине Дилара. Ғ. Ибраһимов. Абау! Был атты беләм бит мин! Ҡоралдары ла тап уҙенеке. Ошо атҡа атланып, ул сихырсы минең көтөуҙәремә килеп, бик йыш ҡурҡытып китә торғайны. «Зөһрә менән Алдар».
2. Мыҫҡыл итеүҙе белдергәндә әйтелә.
□ Выражает иронию: ой. Абау, берәу кеше булған икән. Я Абау, эшем кешеһе Йәнтимер, йыуан менән ҡыҫҡа араһында әллә кем булып ултыра. С. Агиш. Абау! Берәуҙең әнкәйе терелеп ҡайтҡан тиерһең! Т. Гарипова.
113