АВАНТЮРИСТ
АВАНТЮРИСТ [рус.] (Р.: авантюрист; И.: adventurer; T.: maceraperest) и.
Авантюра менән шөғөлләнеүсе принципһыҙ кеше. □ Авантюрист.
АВАНТЮРИСТИК (Р.: авантюристический; И.: adventurist; T.: maceracı) с.
Авантюраға ҡоролған. □ Авантюристический, авантюристский. Авантюристик лозунг.
АВАР I (Р: аварец; И.: Avar; Т.: Avar) и.
Дағстанда йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың кешеһе (иберий-кавказ телдәренең береһендә һөйләшә). □ Аварцы, аварец, аварка. Авар халҡы. Авар ҡатыны. Авар теле. ■ Ә бына йылы яҡтарҙа, Кавказда чечен-дар, ингуштар, аварҙар, осетиндар ҡаҡлап киптерелгән итте куптән уҙ иткән. «Тора-тау», № 97, 2010.
АВАР II (Р.: авары; И.: the Avars, Avar; Т.: Avar) и. тар.
VI быуатта Дунай буйҙарына килеп, VIII быуат аҙағына тиклем шунда дәүләт булып йәшәгән төрки ҡәбиләләр вәкиле.
□ Авар, авары. Авар ҡағанаты.
АВАРИЯ [рус. < фр. avarie ‘ватылыу’] (Р.: авария; И.: accident; T.: kaza) и.
Хәрәкәттәге машинаның, механизмдың һ.б. боҙолоуы, һәләкәткә осрауы; һәләкәт.
□ Авария. Аварияға осрау. Авария сертификаты. Сәнәғәт аварияһы. ■ Авария урынына ГАИ хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, Әбубәкерҙе шаһит булараҡ ебәрмәнеләр. Т. Ғарипова. Дәуләт автоинспекцияһы тарафынан курелгән иҫкәртеу саралары юл хәрәкәте хәуефһеҙлеген арттырыуға, аварияларҙың ауыр эҙемтәләрен кәметеугә булышлыҡ итә. «Башҡортостан», 30 ноябрь 2010.
АВАРИЯ БРИГАДАҺЫ (Р: аварий ная бригада; И.: crash team; T.: acil durum ekibi) u.
Авария ваҡытында ярҙамға килгән, аварияны бөтөрөү эшен башҡарған бригада.
□ Аварийная бригада. ■ Юл ремонт-төҙө-лөш участкаһы быйылғы ташҡынға тейе
шенсә әҙерләнгән. Ике авария бригадаһы ойошторолоп, уларға ҡеуәтле техника беркетелгән. «Ейәнсура таңдары», № 100, 2011.
АВАРИЯ МАШИНАҺЫ (Р: аварийная машина; И.: crash vehicule; T.: acil tamir arabası) u.
Аварияның һөҙөмтәһен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән махсус машина. □ Аварийная машина.
АВАРИЯ ХЕҘМӘТЕ и. ҡар. авария бригадаһы.
АВАТАР [рус. < ингл. avatar] (Р: аватар; И.: avatar; Т.: avatar) и. инф.
Интернет селтәрендә виртуаль аралашыуҙа ҡулланыусының график һүрәте йәки фоторәсеме. □ Аватар, аватара.
АВГУСТ [рус. < лат. augustus ‘изге’] (Р: август; И.: August; T.: Ağustos) и.
Календарь йылдың һигеҙенсе айы; ура-ғай. □ Август. Август кәңәшмәләре. ■ Август айы — сәскәле ай, емешкә баймәл. Я. Ҡолмой. Август ҡырҙа ең һыҙғанып, ураҡ башлай торған ай. М. Ишбулатов. Был ваҡиғанан һуң аҙна-ун көн уттеме-юҡмы, ҡараңғы август кистәренең береһендә Мөхәмәтша аҙбар артына сыҡҡайны, кемдеңдер уҙенә бышылдап ҡына өндәшеуен ишетеп ҡалды. М. Хужин. • Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына. һынамыш. Август — көҙ бағыр. Әйтем. Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр. Һынамыш.
АВЕСТА (Р: Авеста; И.: Avesta; T.: Aves-ta) и.
Иран, Афғанстан халыҡтарының изге китаптары. □ Авеста. М «Урал батыр» менән бергә Авеста, Ригведа кеуек киң билдәле ҡомартҡыларҙың да барлыҡҡа килеуенә бер ук сәбәп, бер ук дәуер, бер ук тарихи шәхестәр һәм ваҡиғалар сәбәпсе булған. «Йәшлек», 17 ноябрь 2009.
АВИА... [рус. < фр. aviation < лат. avis ‘ҡош’] (Р: авиа; И.: air...; T.: hava...)
‘Авиацион’, ‘авиацияға бәйле’ мәғәнәһендәге ҡушма һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө. □ Первая часть сложных слов со значением ‘авиаци-
124