Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 123


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АВАНТЮРИН
ҡайһы бер рәссамдарҙың сәнғәттәге тотороҡло принциптар һәм традицияларҙы, шулай уҡ реализмды ҡабул итмәй, йөкмәткеһе буйынса яңы формалар эҙләү, яңы саралар ҡулланып, художестволы образдарҙы символизм йүнәлешендә биреү). □ Авангардизм. Авангардизм йүнәлеше.
АВАНГАРДСЫ (Р.: авангардист; И.: avant-gardist; T.: öncü) и.
Авангард йүнәлешендә ижад итеүсе.
□ Авангардист. ■ Бөгөн башҡорт профессиональ музыкаһының йүнәлештәре байтаҡ, шуларҙың бер осонда авангардсылар, икенсеһендә — традиция яҡлылар. «Йәшлек», 9 февраль 2010.
АВАНПОСТ [рус. < фр. avantposte ‘алғы урындар’] (Р.: аванпост; И.: outpost; T.: ileri karakol) и.
Дошмандың һиҙҙермәҫтән һөжүм итеүен булдырмаҫ өсөн алға ҡуйылған һаҡ. □ Аванпост. Аванпост ҡуйыу.
АВАНС [рус. < фр. avance, avancer ‘алдан аҡса бирен ҡуйыу’] (Р: аванс; И.: advance payment; T.: avans) и.
1. Эш хаҡының алдан түләнгән өлөшө.
□ Аванс. Аванс түләү. Аванс биреү. Аванс рәүешендә. Маҡсатлы аванс. ■ Ризыҡ барҙа килеп шәп иттегеҙ. Ҡартым кисә генә утыҙ тин аванс алып ҡайтты. Я. Хамматов. Ғүмер буйы шулай, эш-эш, тиеп, теше төштө беҙҙең быуындың. Аванстан авансҡа тиклем билдәребеҙ биштән быуылған. Р. Шәкүр.
2. Киләсәктә аҡланылырға тейешле кемгәлер күрһәтелгән ышаныс. □ Аванс (доверие, оказанное кому-л. заранее, которое необходимо оправдать в будущем).
АВ АНСЛАУ (а ване л а-) (Р: авансировать; И.: advance money; T.: avans vermek) ҡ.
Эш хаҡының бер өлөшөн алдан түләү.
□ Авансировать. // Авансирование. Эште аванслау.
АВАНС ТҮЛӘҮЕ (Р: авансовый платёж; И.: down payment; T.: peşinat) и.
Тауарҙы, хеҙмәтте алғанға йәки башҡарғанға тиклем алдан түләү. □ Авансовый пла
тёж. ■ Фиксацияланған аванс түләүен сит ил гражданы йәшәгән (килгән) урыны буйынса түләй. «Йүрүҙән», 5 апрель 2011.
АВАНСЦЕНА [рус. < фр. avant scene] и. ҡар. сәхнә алды. Авансценаға сығыу.
АВАНТИТУЛ [рус. < фр. avant ‘алда’ + лат. titulus ‘яҙыу, башлыҡ’] (Р: авантитул; И.: foretitle; T: kitabın başındaki sayfa) и. no-лигр.
Титул бите алдынан нәшриәт, китап исеме яҙылған бит. Китаптың тәүге бите.
□ Авантитул. Авантитулда яҙыу.
АВАНТЮРА [рус. < фр. aventure < польск. awantura < лат. advenire, adventura ‘килеп сығыу’] (Р: авантюра; И.: adventure; T: macera) и.
Барып сығыуы шикле булған, тәүәккәллеккә генә ҡоролған, еңел уңышҡа иҫәп тотоп башланған ышанысһыҙ эш. □ Авантюра. Хәрби авантюра. Сәйәси авантюра. ■ Атаһы ла авантюраға әүәҫ ине, бер мәлде, 102 йәшлек олатаһының инерле-сығырлы аҡылына ышанып, шул тирәләге ҡалҡыулыҡтарҙы ҡаҙып-аҡтарып ботто шул Зәхмәт, ҡушаматы мас ҡына үҙенә. Г. Яҡупова.
АВАНТЮРАЛЫ (Р: авантюрный; И.: adventurous; T: maceracı) с.
Ҡотҡоға ҡоролған, еңел уңышҡа иҫәп тотоп башланған эш. □ Авантюрный. Авантюралы план.
АВАНТЮРАСЫ (Р: авантюрист; И.: adventurer; T.: maceracı) и.
Авантюра менән шөғөлләнгән кеше.
□ Авантюрист.
АВАНТЮРИЗМ [рус. < фр. aventure] (Р: авантюризм; И.: adventurism; T.: maceraperestlik) и.
Авантюраға әүәҫлек. □ Авантюризм.
АВАНТЮРИН [рус. < фр. aventurine] (Р: авантюрин; И.: aventurine; T.: yıldız taşı) и. мин.
Эсендә яҡтылыҡ аҫтында ялтыраған һары слюда бөртөктәре булған ҡыҙыл төҫтәге кварц төрө. □ Авантюрин.
123