АБЫСТАЙ АШЫ
тай, сынаяғын туңкәреп амин тотто ла, ойоған аяҡтарын көскә һөйрәп, ғәҙәттәгенән нығыраҡ аҡһаҡлап, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнде. Т. Ғарипова.
2. Дин әһеленең ҡатыны. □ Супруга служителя культа, обычно муллы. ■ Таиба әбей башка йылдарҙа ҡорбан ашына иң тәуҙә Ғаббас мулланы, абыстайҙары менән мәзинде саҡырып ала торғайны. 3. Биишева.
3. диал. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Форма обращения к пожилой женщине.
4. диал. Атайҙың йәки әсәйҙең оло апаһы. □ Старшая сестра родителей.
5. диал. ҡар. апай 1.
АБЫСТАЙ АШЫ (Р.: изысканное блюдо; И.: regale; T.: mükellef ziyafet) и. диал.
Тәмле, нәзәкәтле ашамлыҡ. □ Изысканное блюдо.
АБЫСТАЙ БУРАНЫ (Р.: буран; И.: snowstorm; T.: kar fırtınası) и. диал.
Иҫкесә апрель башындағы буран. □ Буран в начале апреля (по старому стилю). Абыстай бураны көслө була.
АБЫШҠА [боронғо төрки абучҡа] (Р.: вдовец; И.: widower; T.: dul erkek) и.
1. Тол ир. □ Вдовец. ■ Аҡ ҡуяндың балаһы кереп китте ҡамышҡа. Атайымдың биргән ире — кейәу тиһәм, абышҡа. Сеңләүҙән.
2. Оло йәштәге ир (уҙ ҡатынына ҡарата). □ Старый муж (муж, который намного старше жены). ■ [Бисәләр:] Үҙенең абышҡаһының башына етте бит. Кешене -кен һалдырып алырға уйлайҙыр инде. Я. Хамматов. [Йәнбикә:] Үҙең ғәйепле. Абышҡаңды ҡатыраҡ тотмайһың. С. Кулибай. • Аптыраған ҡатын абышҡаһын атай тигән. Әйтем.
3. кәмһ. Ирекәй. □ Мужичок, мужчинка. ■ Килмәй хатта Сурағоло, хатта теге абышҡа, сөнки улар ҡул һелтәгән демографик торошҡа. М. Ямалетдинов.
4. диал. Ҡатын айырған ир. □ Разведённый мужчина.
АВАНГАРД I [рус. < фр. avant — garde} (Р.: авангард; И.: advance guard; T.: öncü) и.
1. хәрб. ҡар. алғасҡы. ■ Кыҙыл ракетаның һауаға кутәрелеуе булды, дивизияның авангарды — 275-се полктың һалдаттары һәм командирҙары ауыл янына барып та сыҡтылар. Ә. Ихсан.
2. кусм. Йәмғиәттең алдынғы, етәксе өлөшө. □ Авангард. ■ Уны куреу менән ниңәлер уҙенең шиғыр юлдары ҡылт итеп иҫкә төштө: «Рядовой Кәримов, өс аҙым алға сыҡ, авангардта барасаҡһың юл асып!» Ысынлап та, биш тиҫтә йыл буйына шағир Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтендә авангардта юл асып барҙы. «Йәшлек», 23 октябрь 2008. Авангардта барһаң әгәр юл асып, артҡа ҡара — ҡалғандарың бөтмәгәндәрме ҡасып? «Ағиҙел», № 9, 2010.
АВАНГАРД II [рус. < фр. avant — garde] с. ҡар. алдынғы II, 1, 2. Авангард отряд. Авангард роль.
АВАНГАРД III (Р: авангард; И.: avant-gard; T.: öncü akımı) и.
XIX, XX быуаттарҙа Европа сәнғәтендә барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙең дөйөмләштерелгән атамаһы. □ Авангард (обобщающее название течений в европейском искусстве, возникших на рубеже XIX и XX веков).
АВАНГАРДИЗМ [рус. < фр. avant gardisme] (Р: авангардизм; И.: avant-gardism; T.: öncü akımı) и.
1. Ниндәйҙер ижтимағи төркөмдөң өҫтөнлөк алырға ынтылышы. □ Авангардизм.
2. XX быуат сәнғәтендә ысынбарлыҡтан ситләшеп, яңы һүрәтләү сараларын һәм формаларын эҙләү хас булған ҡайһы бер йүнәлештәрҙең дөйөм атамаһы. □ Авангардизм.
АВАНГАРДИСТ [рус.] и. ҡар. авангардсы.
АВАНГАРДЛЫҠ (авангардлығы) (Р: авангардизм; И.: avant-gardism; T.: öncü akımı) и.
Алдынғы отряд, яңыртылған сәнғәт йүнәлешенең шартлы атамаһы (XIX, XX бб.
122