Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 121


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБЫСТАЙ
АБЫЗӘБЕКӘЙ и. диал. ҡар. инәй.
АБЫЗӘБКӘЙ и. диал. ҡар. өләсәй. ■ Абызәбкәй, абызәткәй — өләсәй, олатай тигәнде аңлата. Экспедиция материалдарынан.
АБЫЗӘТКӘЙ и. диал. ҡар. олатай.
АБЫЙ [дөйөм төрки] (Р.: дядя; И.: brother; T.: ağabey) и. диал.
1. ҡар. ағай.
2. Атайҙың йәки әсәйҙең ағаһы. □ Дядя (старший брат отца или матери).
3. Ир уҡытыусыларға өндәшеү һүҙе.
□ Обращение к учителям-мужчинам.
АБЫНА-ҺӨРЛӨГӘ р. ҡар. абына-һөрөнә. ■ Ул да булманы, Пётр машинанан һикереп төштө лә, һаҡсы һалдаттарҙы ситкә этеп, шул тауышҡа ташланды, «Клара, мин бында!» — тип ҡысҡырып, абына-һөрлөгә йугергән ҡатынын ҡосаҡлап алды. Ә. Хәкимов.
АБЫНА-ҺӨРӨНӘ (Р.: спотыкаясь; И.: stumbling; T.: tökezleyerek) р.
Йығыла яҙып; эләгә-төртөлә. □ Спотыкаясь. ■ Кәҙеретдинов, бөтә олпатлығын онотоп, абына-һөрөнә ҡустыһы янына йу-герҙе. Ф. Иҫәнғолов. Оло ҡатын, ауыҙын ҙур итеп асып, абына-һөрөнә тышҡа йуге-реп сыҡты, ти. Әкиәттән. Ярайһы уҡ таҡыр ат юлы ла әллә ни тигеҙ ту гел икән, абына-һөрөнә атлата. Д. Шәрәфетдинов. Әсәләренә эйәреп, курткалары тышынан кейеп алған «фирма» футболкаларының итәгенә абына-һөрөнә йугергән сабыйҙарға, тертәцләп кенә юртаҡлап барған инәйҙәргә ҡарап, спорттың, ысынлап та, халыҡсан булыуына инаныу ауыр тугел ине. «Йәшлек», 23 сентябрь 2008.
АБЫНДЫРЫУ (абындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. абыныу, понуд. от абыныу.
АБЫНЫУ-ҺӨРЛӨГӨҮ (абын-һөр-лөк-) (Р: спотыкаться; И.: stumble; T.: tökezlemek) ҡ.
Атлағанда ҡолай яҙып, эләгеп төртөлөү.
□ Спотыкаться, оступаться. ■ Кук толпар абынып-һөрлөгөп китте лә, Маянһылыу
осоп төшөп ҡалды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
АБЫНЫУ-ҺӨРӨНӨҮ (абын-һөрөн-) (Р: постоянно спотыкаться; И.: stumbling constantly; T.: tökezlemek) ҡ.
Атлағанда эләгеп-төртөлөп йығыла яҙыу. □ Постоянно спотыкаться. ■ Абынып-Һөрөнөп, коридор буйлап ҡолап, тиккә генә йөрөмәгәнһең икән. Н. Ҡәрип.
АБЫНЫУ (абын-) (Р: спотыкаться; И.: stumble; T.: tökezlemek) ҡ.
1. Күрмәй килеп, ерҙәге нәмәгә аяҡ менән төртөлөү; эләгеү, һөрлөгөү. □ Спотыкаться. ■ Собханалла, машалла! Хоҙайҙың асы ҡәһәре һуҡҡыры! — тине ул [ҡарсыҡ], буҫағаға абынып. М. Кәрим. Бай егет был хәбәрҙе ишетә лә тағы китә. Эй бара был, эй бара. Килә торғас, ташҡа абынып йығыла. Әкиәттән. Купме генә серәшеп алға ынтылмаһын, быуындары йомшап, тигеҙ ерҙә абына ла китә Ирназар. Ә. Хәкимов. • Берәу бар — абынғанға аяҡ сала, берәу бар — йығылғанда тотоп ҡала. Мәҡәл.
2. кусм. Хата эш эшләү, хаталаныу, яңылышыу. □ Ошибаться, спотыкаться. ■ Имгәк кенә тугел, яман ғибрәт, ике аҙымдың береһен абынды. Бар тормошо уның хата булды, ялған пәйғәмбәргә табынды. М. Кәрим. • Бер абынған соҡорға ике абынмайҙар. Мәҡәл.
АБЫРАЗА [рус. образа] (Р: икона; И.: icon; T.: ikon) и. диал.
Тәре, икона. □ Икона, образ. ■ Нимә абы-раза шикелле ҡаттығыҙ? Исмаһам, ҡапҡаны аса тороғоҙ! Я. Хамматов.
АБЫРАТ [рус.] (Р: обрат; И.: skim milk; T.: yağsız süt) и. диал.
Сепараттан сыҡҡан һөт. □ Обрат. ■ Абы-ратты ҡайнатып ҡатыҡ эштәйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
АБЫСТАЙ [ғәр. ‘Ҡөрьәнде яттан белеүсе’] (Р: религиозно грамотная женщина; И.: literate woman; T: okuma-yazma bilen kadın) и.
1. Дини белемле ҡатын. □ Религиозно грамотная женщина. ■ Камила абыс-
121