Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 120


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБУРКА
«Башҡортостан» газетаһының йыллыҡ абунасыларына бушлай ебәрелеп торҙо. Т. Йәнәби.
АБУРКА [рус. оборка} (Р.: оборка; И.: frill; T.: farbala) и. диал.
1. Бала итәк; ҡатмар. □ Оборка. Кул-дәкте абурка ҡуйып тегеу. ■ Фәрхиә абуркаһын артҡа ҡыҫтырып, кирбес биреп торҙо. X. Ғиләжев.
2. диал. ҡар. ҡатлансыҡ II. һыйыр абуркаһы. һарыҡ абуркаһы.
АБУ ХӘЙАТ [фарс. < ғәр. U] м. ҡар. әбелхәйәт.
АБХАЗ (Р: абхазец; И.: Abkhazian; T.: Abhaz) и.
Абхазияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләт кешеһе (иберий-кавказ телдәренең береһендә һөйләшә).
□ Абхазец. Абхаз халҡы. ■ Статистик бюллетендән куренеуенсә, беҙҙең районда бөтәһе 6 абхаз, 7 авар, 78 әзербайжан йәшәй. «Урал», 28 ғинуар 2010.
АБХАЗСА (Р: по-абхазски; И.: in Abkhazian; T.: Abhazca) р.
1. Абхаз телендә. □ По-абхазски. Абхазса белеу. Абхазса уҡыу. Абхазса һөйләу. Абхазса яҙыу. ■ Көньяҡ Осетия менән Абхазстандағы (абхазса ул ил Апш тип йөрөтөлә) операциянан аҙаҡ армияның абруйы бермә-бер кутәрелеп китте. «Йәшлек», 23 сентябрь 2008.
2. Абхаздарға хас. □ Свойственный абхазам.
АБЫҘБАБАЙ и. диал. ҡар. абыз-ба-бай.
АБЫҘИНӘЙ (Р: тётя; И.: aunt; T.: teyze) и. диал.
1. Атайҙың йәки әсәйҙең оло апаһы.
□ Старшая сестра отца или матери.
2. Атайҙың бер туған ағаһының ҡатыны.
□ Жена старшего брата отца.
АБЫҘӘНЕЙ (Р: повитуха; И.: midwife; T.: ebe) и. диал.
1. Баланы ҡабул итеп, кендеген ҡырҡҡан ҡатын-ҡыҙ. □ Повитуха. ■ Улан артын
абыҙәней ергә кумеп ҡуя. Ф. Хисамитдинова.
2. Атайҙың йәки әсәйҙең оло апаһы.
□ Старшая сестра отца или матери.
3. Атайҙың бер туған ағаһының ҡатыны.
□ Жена старшего брата отца.
АБЫҘӘНКӘЙ (Р: тётушка; И.: aunt; T.: teyze) и. диал.
Атайҙан йәки әсәйҙән оло ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Тётушка (обращение к женщине, которая по возрасту старше родителей).
АБЫҘӘТӘЙ (Р: дядя; И.: word used to address elder brothers; T: amca) и. диал.
1. Атайҙың йәки әсәйҙең оло ағаһы.
□ Старший брат отца или матери.
2. Уҡымышлы оло ир кешегә өндәшеү һүҙе. □ Почтительное обращение к пожилому просвещённому мужчине.
АБЫЗ (Р: просвещённый человек; И.: Moslem scholar; T.: aydın kişi) и. иҫк.
1. Уҡымышлы, белемле кеше. □ Просвещённый и почитаемый человек. Абыз кеше. ■ Килмәк абыз башҡа ваҡыттарҙа ла мәҙрәсәгә бик һирәк керә торған ине. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. ҡар. абызбабай.
3. диал. ҡар. им-томсо.
АБЫЗБАБАЙ (Р: дядя; И.: word used to address elder brothers; T.: amca) и. диал.
Атайҙың йәки әсәйҙең оло ир туғанына өндәшеү һүҙе. □ Обращение к старшему брату отца или матери.
АБЫЗЫЙ и. диал. ҡар. ағай.
АБЫЗӘБЕЙ (Р: обращение к пожилым женщинам; И.: word to address elderly women; T: nine) и. диал.
1. Өлкән ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе.
□ Форма обращения к пожилым женщинам.
2. Атайҙың бер туған ағаһының ҡатыны.
□ Жена старшего брата отца.
3. Уҡымышлы оло ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Почтительное обращение к пожилой просвещённой женщине.
120