АБУНАСЫ
АБСТРАКЦИОНИСТИК (Р.: абстракционистский; И.: abstract; T.: soyut) с.
Абстракционизмға нигеҙләнгән. □ Абстракционистский. Абстракционистик картина.
АБСТРАКЦИЯ I [рус. < лат. abstractio] (Р.: абстракция; И.: abstraction; T.: soyutlama) и. фәлс.
1. Танып белеү эшмәкәрлегендә предмет йәки күренештең мөһим, тәбиғи билдәләрен асыҡлау маҡсатында мөһим булмаған билдәләренән, үҙенсәлектәренән, бәйләнештәренән ситләшеп уйлау; абстрактлаштырыу. □ Абстракция.
2. Предметты уның үҙенсәлектәренән йәки бәйләнештәренән айырып һүрәтләү. □ Абстракция. ■ Рәссам уҙ фантазияларында көндәлек ығы-зығыһынан юғары кутәрелеп ысынбарлыҡты кире ҡаға, реаль формаларҙы биргәндә утә лә ябай һурәт-тәргә йәиһә бөтөнләй абстракцияға бирелә ала. «Салауат», № 76, 2011.
3. Көндәлек тормошта, ғәмәлдә булмаған, хыялда ғына йәшәгән төшөнсә. □ Абстракция. Ғилми абстракция.
АБСТРАКЦИЯ II [рус. < лат. abstractio} (Р: абстракция; И.: abstraction; T: soyutlama) и. һөйл.
Абстракционизмға, абстракт сәнғәткә ҡараған әҫәр. □ Абстракция.
АБСУРД I [рус. < фр. absürde < лат. absurdus ‘аңлашылмай торған, мәғәнәһеҙ’] (Р: абсурд; И.: absurdity; T.: saçma) и.
Аҡылға һыймаҫлыҡ мәғәнәһеҙ нәмә; мәғәнәһеҙлек. □ Абсурд. ■ Әгәр империя минец реформаларымды ҡабул итһә, ул уҙ-уҙен ҡарай, йәғни дурт ярым быуат автоном йәшәй аласаҡ һәм 20 йыл һайын халҡы ике тапҡырға артасаҡ, тигән. Куптәр быны абсурд, ти. «Киске Өфө», 11 май 2011.
АБСУРД II (Р: абсурдный; И.: absurd; T.: saçma) с.
Мәғәнәһеҙ. □ Абсурдный. Абсурд һуҙ һөйләу. Абсурд һығымта яһау. ■ Әлбиттә,
был йәһәттән яйлы хәрәкәтте тура мәғәнәлә ацлап, ҡуҙғалып китеуҙе һәм туҡталыуҙы абсурд хәленә төшөрөу ҙә кәрәкмәй, ҡайһы саҡта яйлылыҡ зарарлы ла, хатта хәуефле лә булыуы ихтимал. «Йәшлек», 30 июль 2009.
АБСУРДЛЫҠ (абсурдлығы) (Р: абсурдность; И.: absurdity; T.: saçmalık) и.
Аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә, мәғәнәһеҙлек.
□ Абсурдность. Фекер абсурдлығы. Абсурд-лыҡ менән тац ҡалдырыу.
АБСУРД ТЕАТРЫ (Р: театр абсурда; И.: Theatre of the Absurd; T.: Uyumsuz Tiyatro) и.
Көнбайыш Европа драматургияһында һәм театрҙа XX быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән, донъяны хаос рәүешендә, ә кешеләрҙең эштәрен мәғәнәһеҙ итеп һүрәтләгән йүнәлеш. □ Театр абсурда.
АБСЦЕСС [рус. < лат. abscessus} (Р: гнойная опухоль; И.: abscess; T: abse) и. мед. ҡар. эренле шеш. Баш мейеһе абсцесы. Һөйәк абсцесы. Үпкә абсцесы.
АБУ [ғәр. jjİ] (Р: отец; И.: abu; T: abu) и.
Атаһы (урта быуаттарҙа теге йәки был шәхестец улы исеме алдында ҡушымта булып килгән). □ Отец (в средние века добавлялся к именам людей, отчество). Абуталип. Абулҡасим Фирҙәуси.
АБУНА [фарс. 4*0 (Р: абонемент; И.: subscription; T: abonman) и. иҫк.
1. Берәй нәмәнән (театрҙан, бассейндан, китапхананан һ.б.) ваҡытлыса файҙаланыу өсөн алдан алынған хоҡуҡ һәм шул хоҡуҡты раҫлаған документ. □ Абонемент.
2. Газета, журнал, китап алдырыу өсөн алдан яһалған килешеү; яҙылыу. □ Подписка.
АБУНАСЫ (Р.: абонент; И.: subscriber; T: abone) и. иҫк.
1. Абонементҡа (1) эйә булған кеше.
□ Абонент.
2. Газета, журнал, китапты алдан яҙылып алдырыусы кеше. □ Подписчик. Абуна ҡабул итеу. ■ «һабан» журналы
119