АБСОЛЮТ МОНАРХИЯ
1. Абсолют (I) тип һанау. □ Абсолютизировать.
2. Абсолют (II), иң юғары тип таныу.
□ Абсолютизировать.
АБСОЛЮТ МОНАРХИЯ (Р.: абсо лютная монархия; И.: Absolute monarchy; T.: Mutlak Monarşi) и.
Дәүләттең тулы (закон сығарыу, башҡарыу, суд, айырым осраҡта дини) власы бер кеше ҡулында булған монархик идара итеү формаһы. □ Абсолютная монархия. Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге — 7 абсолют монархиянан торған федератив дәүләт.
АБСОЛЮТ НУЛЬ (Р.: абсолютный нуль; И.: absolute zero; T.: mutlâk sıfır) и. физ.
Мөмкин булған иң түбән температура (-273,16 °C). □ Абсолютный нуль.
АБСОЛЮТ ХӘҠИҠӘТ (Р: абсолютная истина; И.: absolute truth; T.: mutlak gerçeği) и. фәлс.
Объектив булмыш хаҡында тулы мәғлүмәт биргән хәҡиҡәт. □ Абсолютная истина.
АБСОРБЦИЯ [рус. < лат. absorptio, absorbere ‘йотоу’] (Р: абсорбция; И.: absorption; T.: emme) и. физ. хим.
Нәмәнең һурҙырып, һеңдереп алыныу ы, йотолоуы. □ Абсорбция. Газ абсорбцияһы. Яҡтылыҡ абсорбцияһы. Абсорбция күренеше. Абсорбция процесы. Абсорбция яһау.
АБСТРАКТ I [рус. < лат. abstractum] (Р: абстрактный; И.: abstract; T.: soyut) с.
Абстракция юлы менән алынған; сит-ләштерелгән. □ Абстрактный, отвлечённый. Абстракт төшөнсә. Абстракт фекер. Абстракт сәнғәт. Абстракт исем. ■ Мәҡәлдең халыҡ ижадының бер тармағы булып формалашыуы, ихтимал, тәүтормош община ҡоролошоноң һуңғыраҡ баҫҡыстарында, кешеләрҙең абстракт фекерләү һәләте шаҡтай юғары кимәлгә күтәрелгән дәүеренә тура киләлер. Ф. Нәҙершина. Әллә ниндәй абстракт уйҙар маҙалағанда, Мөхәббәттең үҙе менән түгел, ә уның хаҡындағы тәғлимәттәр менән мауыҡҡанда, ысынбарлыҡ
тан нисек тә ҡасып ҡотолорға, алдаҡ офоҡтарға булһа ла әүрәргә, күҙеңде бәйләргә, аңыңды аҙаштырырға маташҡанда, хөрмәтле замандашым, Флүзәнең «Мөғжизәле донъям »ына ин. «Башҡортостан», 30 сентябрь 2010.
АБСТРАКТ II (Р: абстрактно; И.: in the abstract way; T.: soyut bir biçimde) p.
Ситләтеп; реаль факттарға нигеҙләнмәйенсә. □ Абстрактно. Абстракт фекерләү
АБСТРАКТЛАШТЫРЫУ (абстрактлаштыр-) (Р: абстрагировать; И.: abstract; T.: soyutlamak) ҡ.
Берәй нәмәне йәки күренеште айырым сифат һәм бәйләнештәренән ситләштереү.
□ Абстрагировать. // Абстрагирование, абстракция.
АБСТРАКТЛАШЫУ (абстрактлаш-) (Р: абстрагироваться; И.: abstracting; T.: soyutlaşmak) ҡ.
Берәй нәмәнең йәки күренештең айырым сифат һәм бәйләнештәренән ситләшеүе.
□ Абстрагироваться. // Абстрагирование.
АБСТРАКТ ТӨШӨНСӘ (Р. абстракт ное понятие; И.: abstract concepts; T.: soyut kavramlar) и. фәлс.
Абстракцияның иң юғары формаһы.
□ Абстрактное понятие.
АБСТРАКЦИОНИЗМ [рус. < лат. ab-stractio} (Р: абстракционизм; И.: abstrac-tionizm; T.: soyutçuluk) и.
XX быуатта һынлы сәнғәттә барлыҡҡа килеп, ысын донъяны тик абстракт рәүештә һүрәтләгән үтә формалистик ағым. □ Абстракционизм (направление в живописи, скульптуре, графике XX в., последователи которого воспроизводят реальный мир в виде отвлечённых форм, цветовых пятен, линий и т. п.). Абстракционизм ағымы.
АБСТРАКЦИОНИСТ [рус ] (Р: абст ракционист; И.: abstractionist; T.: soyutlamam) и.
Абстракционизм юлынан барыусы. □ Последователь абстракционизма. Абстракционист рәссам.
118