Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 117


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБСОЛЮТЛАШТЫРЫУ
2. Ҙур вазифалы, дәрәжәле. □ Авторитетный, должностной. ■ Тирмә хужаһы янына урынлашҡан һеңрән иленең абруйлы һаналған уҙамандары, аҡһаҡалдары, был телдәр мулла ҡасан туҡтай инде тигән һымаҡ, алан-йолан ҡаранып алдылар. К. Мәргән. Бында бит һеҙ төп хужа, һеҙҙең халыҡ менән аңлашып, килешеп йәшәуегеҙ, уны уҙ ҡулығыҙҙа тота алыуығыҙ хаҡында килеп етмәҫ элек ук бик абруйлы ил ағаларынан ишеткәйнек. Н. Мусин. Оло абруйлы дин әһе-ленән уҙ ижадына ҡарата беренсе тапҡыр маҡтау һуҙҙәрен ишетеугә нескә куңелле Аҡ-мулланың куҙҙәре дымланды. Я. Хамматов.
АБРУЙҺЫҘ (Р.: неавторитетный; И.: without authority; T.: itibarsız) с.
Насар яғы менән танылған, кешеләр араһында хөрмәт ҡаҙанмаған, абруйы булмаған. □ Неавторитетный. ■ Абруйһыҙ ҡалғаны юҡ оҙон морон, һис ҡасан хур булмаҫ ҡоро морон. Ат та булыр, тун да булыр -беҙ булмабыҙ, имен булһа, кире ҡайтыр туры айғырың. М. Аҡмулла.
АБРУЙҺЫҘЛЫҠ (абруйһыҙлығы) (Р.: неавторитетность; И.: loss of authority; T.: itibarsızlık) и.
Хөрмәт ителмәү, халыҡ алдында үҙ ихтирамыңды юғалтыу. □ Неавторитетность. ■ Был юлы Вәзиргә лә һары сатин кулдәк-те кейергә тура килде. Әллә ҡайҙа сит ергә барып кулдәкһеҙ йөрөу абруйһыҙлыҡ булыр ине. М. Кәрим.
АБСАЯ БАҪЫУ (абсая баҫ-) (Р: стать вытянувшись; И.: straighten; T.: doğrulmak) ҡ.
Тура тороу. □ Стать вытянувшись, выпрямившись; выпрямиться.
АБСОЛЮТ I [рус. < лат. absolutus ‘сикләнмәгән, тулы’] (Р: абсолют; И.: the absolute; T: mutlak) и. фәлс.
1. Идеалистик фәлсәфәлә: бөтә ғаләмдең мәңге үҙгәрмәй торған төп нигеҙе, рух, идея; диндә — Алла. □ Абсолют.
2. Һис нигә, һис бер шартҡа бәйләнмәгән үҙ аллы нәмә. □ Абсолют. Абсолютҡа әйләндереу.
АБСОЛЮТ II [рус.] (Р: абсолютный; И.: absolute; Т.: salt) с.
1. Бер нисек тә сикләнмәгән, һис нигә бәйләнмәгән. □ Абсолютный. Халыҡ һанының абсолют уҫеше.
2. Иң юғары, иң тулы, иң күп (дәүмәл, күләмгә һ.б. ҡарата). □ Абсолютный. Абсолют ауырлыҡ. Абсолют ишетеу. Абсолют купселек. Абсолют өҫтәмә ҡиммәт. Абсолют хаҡ. Абсолют беренселек. Абсолют хәҡиҡәт.
АБСОЛЮТ ДӘҮМӘЛ (Р: абсолютная величина; И.: absolute value; T.: mutlak değer) и. мат.
Плюс йәки минус тамғаһы ҡуймай алынған һан. □ Абсолютная величина. ■ Төп ҡулланыусыларҙа, билдәләнгән ҡеүәте 50 мВт-тан юғарыраҡ булған эре компанияларҙа .. хаҡтар былтырғы кимәлгә ҡарағанда 132-134,7 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта бөтә ҡулланыусылар өсөн хаҡтарыбыҙҙың абсолют дәүмәле курше төбәктәрҙәге хаҡтар менән сағыштырғанда түбәнерәк. БР Хөкүмәтенең рәсми порталынан, 18 апрель 2011.
АБСОЛЮТИЗМ [рус. < лат. absolutes ‘сикләнмәгән, һис шикһеҙ’] (Р: абсолютизм; И.: absolutism; T.: mutlakiyet) и.
Юғары власть тулыһынса бер кеше ҡулында булған феодализм осоронда дәүләт менән идара итеү формаһы. □ Абсолютизм, неограниченная монархия.
АБСОЛЮТИСТ [рус] (Р: абсолютист; И.: absolutist; T.: mutlâkiyetçi) и.
Абсолютизм яҡлы. □ Абсолютист (сторонник абсолютизма).
АБСОЛЮТ КҮПСЕЛЕК (күпселеге) (Р: абсолютное большинство; И.: absolute majority; T.: salt çoğunluk) и.
Бик ҙур күпселек, төркөмдөң яртыһынан күберәк булған өлөшө. □ Абсолютное большинство.
АБСОЛЮТЛАШТЫРЫУ (абсолютлаштыр-) (Р: абсолютизировать; И.: absolutize; T.: mutlaklaştırmak) ҡ.
117