АБОНЕНТ
АБОНЕНТ II (Р.: абонентный; И.: subscription; T.: abone) с.
Почтаның абонент бүлеге. □ Абонентный, абонентский.
АБОНЕНТ ТҮЛӘҮЕ (Р.: абонентская плата; И.: license fee; T.: ruhsat ücreti) и.
Күп тапҡыр, оҙайлы күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ойошмалар, предприятиелар, айырым граждандар тарафынан индерелгән түләү. □ Абонентская плата. ■ Шулай итеп, урындағы телефон элемтәһенә тарифтар, абонент түләүҙәр менән бер рәттән, йыл эсендә — 6, 2009 йылда — 7,5, 20102011 йылдарҙа иһә 6 процентҡа артасаҡ. «Йәшлек», 8 май 2008.
АБОРТ [рус. < лат. abortus} и. ҡар. бала алдырыу. Аборт яһатыу. Ҡалдыҡлы аборт. Аборт яһау. ■ Үҫмерҙәр араһында енси юл менән таралыусы йоғошло ауырыуҙар, гинекологик сирҙәр, аборттар һәм бәлиғ булмағандар араһында ауырға ҡалыу осраҡтары кәмене. «Башҡортостан», 26 март 2011. Рәсми статистика буйынса, Рәсәйҙә 100 тыуымға 66,7 аборт тура килә. 2009 йылда 1 миллион 161 мең 690 ҡатын-ҡыҙ балаһының ғүмерен аборт эшләтеү юлы менән өҙгән. «Торатау», №97,2010.
АБРАЗИВ [рус. < фр. abrasif < лат. abrasio ‘ҡырып алыу’] (Р: абразивный; И.: abrasive; T.: aşındırıcı) с.
Металл, быяла һ.б. йөҙлөгөн шымартыу, үткерләү өсөн ҡулланылған, үтә ҡаты материал йәки шул материалдан эшләнгән инструмент. □ Абразивный. Абразив материал. Абразив ҡорал.
АБРИКОС [рус. < фр. abricot < гол. abrikoos} (Р: абрикос; И.: apricot; T.: kayısı) и. бот.
1. Гөлйемештәр ғаиләһенә ҡараған һары итләс емеш биргән алһыу сәскәле, муйыл япраҡлы көньяҡ ағасы; өрөк. □ Абрикос (лат. Prunus armeniacd). Абрикос үҫтереү. Абрикос ағасы.
2. Шул ағастың емеше. □ Абрикос. Абрикос ҡайнатмаһы. Абрикос һуты. ■ Ҡыҙғылт һары төҫтәге йәшелсә-емештәрҙең
ҡояшта ҡыҙынғанда тәндең янған төҫөн көсәйтеүгә булышлыҡ итеүен боронғо рим-ляндар электән үк белгән. Шуға күрә ҡояшта ҡыҙынырға яратыусылар кишер йәиһә абрикос һуты эскән. «Йәшлек», 3 июль
2010.
АБРУЙ [фарс. ‘йөҙ һыуы’] (Р: авторитет; И.: authority; T.: itibar) и.
1. Халыҡ алдында ҡаҙанған ихтирам; шөһрәт. □ Авторитет. Абруйҙы күтәреү. Абруйҙы төшөрөү. ■ Ул [һатыбал] ауылда ғына түгел, бөтә был яҡта үҙен беренсе егет итеп иҫәпләргә күнеккән. Уға мөхәббәттә лә шул абруйҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк. 3. Биишева. Ғилман ағаһының район күләмендә абруйы иҫ киткес ҙур. Ҡайҙа ғына бармаһындар, уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Д. Бүләков. Сихырсы исеме сыҡҡаны юҡ: имләй, дауалай, үләндәрҙән дарыу яһап бирә, имгәнгән кешеләргә ярҙам итә — ҡыҫҡаһы, уның [Барсынбикәнең] халыҡ араһында абруйы артҡандан-арта. Т. Гарипова. • Алдашһаң, абруйың китер, әрләшһәң, ҡәҙерең китер. Мәҡәл.
2. Вазифалы урындың дәрәжәһе. □ Авторитет. Түрәлек абруйын һаҡлау. • Абруй — ирҙең ҡеүәте. Мәҡәл.
АБРУЙЛЫ (Р: авторитетный; И.: authoritative; T.: itibarlı) с.
1. Яҡшы яғы менән танылған; авторитетлы, хөрмәтле. □ Авторитетный. ■ Староста Фатиманы келәткә ябып торорға ла уйлағайны, ләкин Әхмәди яҡын тирәлә абруйлы ғына кеше булғас, һәм өҫтәүенә үҙенең ҡатыны Факиһаны яҡшы белгәс, еткән ҡыҙҙы мәсхәрә итеп, атаһын кеше араһында оятлы иткеһе килмәне, Фатиманы өйҙә генә тоторға ҡушты. Ж. Кейекбаев. Ғөмүмән, ул йыл минең өсөн гел ҡыуаныстарҙан туҡылғандай ине: Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашыусы абруйлы делегация составында Ырымбур әлкәһенә барыу, Алматылағы II Халыҡ-ара төрки поэзияһы фестивалендә лауреат исемен яулау. М. Ямалетдинов. .
116