Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 115


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АБОНЕНТ
зацтан, икенсе төрлө әйткәндә, ҡыҙыл юлдан башлап яҙыу мотлаҡ. X. Ҡадиров.
2. Текстың бер ҡыҙыл юлдан икенсе ҡыҙыл юлға тиклем булған өлөшө. □ Текст между двумя новыми строками. Өсөнсө абзац менән танышыу. Һуңғы абзацты ятларға. ■ Ошо абзацтан «йорәк берҙәмлекте таный» тигәнендә бер тибештәге йөрәктәрҙе, йәғни бер маҡсаттағы ҡәүемде, халыҡты күҙалларға була. «Киске Өфө», 17 июнь 2011.
АБЗЫЙ (Р.: родной брат; И.: elder brother; T.: öz kardeş) и.
1. диал. Ағай. □ Родной брат. ■ Был тиклем дә абзыйыма оҡшар икән [Илмырҙа], -тине Ғилметдин. М. Хисмәтуллина. Бала, тинең... Ул бала юғары белем алған, минең бухгалтериямда баш экономист булып ултыра! Минең туғаным тип, Әхмәтхан абзыйымдың ҡыҙы тип ултырттым уны! Р Камал.
2. диал. Ҡайнаға. □ Старший брат мужа.
3. Уҡымышлы, белемле кеше, күберәк муллаларға ҡарата әйтелә. □ Просвещённый, грамотный человек (чаще относится к муллам). ■ Рәхим генә итегеҙ, мулла абзый, -тип яҡшатланып тәтелдәне мөғәллимә. — Рәхим итегеҙ, үтенәбеҙ... 3. Биишева. [Абдулла Таһиров] 1937 йылдың декабренә тиклем ауыл балаларын ғына түгел, бәлки, «ликбез» ойоштороп, кистәрен ололарға ла белем шишмәһенә юл аса, халыҡ араһында оло абруй, ихтирам яулай. Аҡһаҡалдар ҙа, бала-саға ла уны, хөрмәтләп, «мөғәллим абзый» тип кенә йөрөтә. Р. Хажиев.
4. һөйл. Ағай (үҙеңдән өлкәнерәк ир-атҡа өндәшеү һүҙе). □ Дядя, дяденька. ■ Ярар, бай абзый, хафаланма, ишекте ныҡ һаҡлармын, — тигән ялсыһы. Көләмәстән.
5. мәрәк. Вазифалы кешегә ҡарата ҡулланылған һүҙ. □ «Дядя» (должностное лицо). Юғарылағы «абзыйҙар». ■ «Ҡотоң осҡан икән шул, урыҫ абзый. Әйтәм буш итмәм, тип һөйләнгән булаһың», — тип уйлап, Төлкөсура теҙгенен тартты. Н. Мусин.
Эшһеҙлек тигән нәмә тамам бәкәлгә һуға бит. Алтмыш йәшең тулыр-тулмаҫтан түрә абзыйҙар лайыҡлы ялға китергә көсләп димләй башлай. Ф. Хажиев.
АБЗЫҠАЙ (Р: похожий на брата; И.: like a brother; T: kardeşine benzer) с. диал.
Хас ағаһы, ағаһына оҡшаш. □ Похожий на брата.
АБИТУРИЕНТ [рус. < нем. Abiturient < лат. abituriens ‘сығып китергә торған’] (Р: абитуриент; И.: school-leaver; T.: aday öğrenci) и.
Урта мәктәпте тамамлап, юғары йәки махсус урта уҡыу йортона уҡырға инер өсөн имтихандар биреп йөрөгән кеше. □ Абитуриент. Абитуриенттар ҡабул итеү.
■ Университеттың ун факультетында әллә күпме һәнәргә эйә булыу мөмкинлеге абитуриенттарҙы йәлеп итә лә инде был уҡыу йортона. Р. Мәхийәнова. Мәғфирә Ғәлиева менән Николай Головтарҙың да, Фәүзәнә менән Рифҡәт Аҡмановтарҙың да фатирҙары абитуриенттар төйәгенә әйләнә. М. Бураҡаева.
АБОНЕМЕНТ [рус. < фр. abonnement] (Р: абонемент; И.: subscription; T.: abonman) и.
1. ҡар. абуна 1. Абонемент хаҡы. Абонемент алыу. Театрға абонемент һатып алыу.
■ Теләгән кеше, үҙәк почтаға килеп, үҙенә айырым абонемент йәшник астыра ала. «Даирә», № 98, 2010.
2. Китапхананың китаптарҙы өйгә биреү менән шөғөлләнгән бер бүлеге. □ Абонемент (отдел библиотеки). Абонементтан китап алыу.
АБОНЕНТ I [рус. < фр. abonner ‘яҙылыу’] (Р: абонент; И.: subscriber; T.: abone) и. ҡар. абунасы 1. Телефон селтәре абоненты. Абоненттар бүлеге. Абонент бурысы. ■ «Мегафон» компанияһы абоненттар базаһы һәм база станциялар төҙөлөшө буйынса республикала алдынғылыҡты биләй. «Йәшлек», 25 март 2008.
115