Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 172


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙБАРАҠЛЫ
шау килеп Салауатҡа эйәргәс, халыҡтың айбарын кургәс, Юлай ҡарыулашмаған. «Юлай менән Салауат».
2. Ҡотто алып, ярһып торған асыу; ажар.
□ Гнев, злоба. Айбар менән.
АЙБАРАҠЛЫ с. диал. ҡар. айбарлы.
Айбараҡлы кеше.
АЙБАРЛАНЫУ (айбарлан ) (Р.: про явить удаль; И.: display bravery; T.: cesaret göstermek) ҡ.
1. Ярһып, көс, ғәйрәт сәсеү. □ Проявить удаль, силу, мощь. М Эй, ҡаһарман егет, батыр егет, ҡыуа-ҡыуа дошман яуҙарын, тап арыҫлан һымаҡ айбарланып, йырып сыҡтың Урал тауҙарын. М. Ғафури.
2. Ҡурҡытырға тырышып екереү. □ Устрашать, запугивать криком; угрожать. ■ Офицер ҡабатлата унан һалдат антын һәм айбарлана аяҡ тибеп. М. Тажи.
АЙБАРЛАУ (айбарла-) ҡ. ҡар. айбарланыу 1.
АЙБАРЛЫ (Р: отважный; И.: brave; T: kabadayı) с.
Көсө, дәрте алҡынып торған; ғәйрәтле, ажарлы. □ Отважный, храбрый, отчаянный, бесстрашный. Айбарлы егеттәр. Айбарлы һуғышсы. ■ Айбарлы ла ирҙәр бар сағында, баҙына алмаҫ дошман илемә. Халыҡ йырынан.
АЙБАШ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, күбәләк ырыуҙарының аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-юрматинцев, кубалякцев.
АЙ БАШЫ (Р: новолуние; И.: new moon; T: yeniay) и.
1. Яңы ай тыуған осор. □ Новолуние.
2. миф. Башҡорт мифологияһында ҡотло, ырыҫлы, яҡшы осор. □ В башкирской мифологии благоприятное время. ■ Баланың тәуге сәсен алыу, тырнағын ҡырҡыу, килен алыу, өй һалыу ай башында башҡарылған. Ф. Хисамитдинова.
АЙ БИТЕ (Р: лик луны; И.: face of the moon; T: ayın yüzü) и.
Тулы айҙың түңәрәге. □ Лик луны.
■ Ай битендә көйәнтәле ҡыҙ баҫып төра, ти. М. Солтанова.
АЙ-БУЙ (Р: ох; И.: ооһ; T: vay) ымл.
Берәй эш-хәлгә аптырағанда әйтелә.
□ Выражает удивление: ох, о-о. ■ [Ҡарт:] Ай-буй, бу етәк булып сыҡты ла баһа был нәмә. Б. Бикбай.
АЙБЫНЫУ (айбын -) ҡ. диал. ҡар. шикләнеү. Ҡурҡып, айбынып торалар Зәби-хулланан.
АЙВА (Р: айва; И.: quince; T: ayva) и. бот.
1. Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, емеше алмаға оҡшап торған көньяҡ ағасы.
□ Айва (дерево) (лат. Cydonia). Айва ағасы. Айва сәскәһе.
2. Шул ағастың емеше. □ Айва (плоды). Айва ҡайнатмаһы.
АЙ-ВАЙ (Р: ах; ох; ах и ох; И.: ооһ; T: vay) ымл.
Ҡайғы-хәсрәттән әрнеп йәки нимәнәндер риза булмай өҙгөләнгәндә әйтелә. □ Выражает возмущение, негодование: ах; ox; ах и ох. Ай-вай итеу. Ай-вай килеу.
АЙ-ВАЙҒА ҠУЙМАУ (ай-вайға ҡуйма-) (Р.: принуждать; И.: compel; T: zorlamak) ҡ.
Бер-берәүҙең ризаһыҙлығын иҫәпкә алмау. □ Принуждать, неволить. ■ Халыҡ батшаны ай-вайына ҡуймай атҡа мендереп ултырта. Әкиәттән.
АЙВАЙЛАУ (айвайла-) (Р: терзаться;
И.: torment oneself; T: azap çekmek) ҡ.
Ҡайғы-хәсрәт йәки һыҙланыу белдереп өҙгөләнеү; ай-вай итеү. □ Терзаться, мучиться, убиваться. Айвайлап илау.
АЙГИЛДЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир.
АЙҒАҘАТЫУ (айғаҙат-) (Р: глушить; И.: stun; T: sersemletmek) ҡ.
1. Иҫәнгерәтеү, һеңгәҙәтеү, шаңғытыу.
□ Глушить, оглушить. Айғаҙата һуғыу.
172