АЙҒЫРСАҠ
АЙҒЫРСАК (айғырсағы) (Р.: жеребёнок-самец; И.: stallion; T.: tay) с. диал.
Айғыр ҡолон. □ Жеребёнок-самец. Айғырсаҡ ҡолон.
АЙҒЫРТАШ (Р: название игры; И.: game; T.: oyun) и.
1. Уйын исеме. □ Название игры.
2. Таш ырғытып уйнағанда иң ҙур таш.
□ Самый большой камушек при игре в камушки.
АЙҒЫР ҮГЕҘ (Р: некастрированный; И.: stock ох; T.: damızlık boğa) и. зоол.
Тоҡомға ҡалдырылған көйҙөрөлмәгән үгеҙ. □ Некастрированный племенной бык.
АЙҒЫР ҺӨРӨҮЕ (Р.: угон косяка кобылиц жеребцом; И.: driving away mares by stallions; T: kısrakları kaçırma) и.
Айғырҙың бейәләрҙе ҡыуып йөрөтөүе.
□ Угон косяка кобылиц жеребцом.
АЙҒЫР ҺЫЛЫУЛАУ (айғыр һылыула-) ҡ. ҡар. айғыр көйҙөрөү.
АЙҘА (Р: секира; И.: pole axe; T: balta) и. иҫк.
Айбалта. □ Секира, бердыш. ■ Миңлегөл дә ир һымаҡ, һаҙаҡ алып ҡулына, айҙа тағып биленә,.. төштө улар юлына. «Ҡараһаҡал».
АЙҘАҠАЙ (Р: непостоянный; И.: unstable; T.:.kararsız) с. диал.
Аумаҡай. □ Непостоянный, изменчивый, неустойчивый. Айҙаҡай кеше.
АЙҘАР I (Р.: пучок волос; И.: tuft of hair; T.: saç demeti) и.
Түбәлә ҡырҡмай ҡалдырылған бер шәлкем сәс (ғәҙәттә, малайҙарҙа). □ Пучок волос, оставленный на макушке с обережной целью.
АЙҘАР II (Р: знак почётного звания; И.: token of eminence; T: unvan) и.
Маҡтаулы исем, юғары дәрәжә билдәһе.
□ Знак почётного звания, высокой должности.
АЙҘАРЛЫ (Р: почётный; И.: esteemed; T.: saygıdeğer) c.
Хөрмәтле, ихтирамлы. □ Почётный, уважаемый, почтительный. Айҙарлы мырҙа.
■ Ҡуш айҙарлы мырҙалар ялсылай торор малдан һуң. Ҡобайырҙан.
АЙҘАҪ (Р: завинчивающийся; И.: screwed; T.: vidalanmış) с. диал.
Боролмалы. □ Завинчивающийся.
АЙҘАҺАР (Р.: круг полной луны; И.: full phase of the moon; T: dolunay halkası) и.
Тулы айҙың түңәрәге. □ Круг полной луны. Айҙаһар кеүек икмәк.
АЙҘАШ (Р: люди, родившиеся в одном и том же месяце; И.: born in the same month; T.: aynı ayda doğmuş insanlar) и. диал.
Бер айҙа тыуғандар. □ Люди, родившиеся в одном и том же месяце.
АЙҘЫНЛЫ (Р: светлый; И.: light; T.: aydın) с.
Яҡты, матур. □ Светлый, лучезарный. Айҙынлы хыялдар. ■ Башҡорт йортоноң айҙынлы теләктәр менән янған йәш батырҙары яңы тәртип урынлаштырмаҡсылар. Ш. Шәһәр.
АЙҘЫР (Р: сноповозка; И.: vehicle for sheaves; T: demet arabası) u.
1. Кәлтә арбаһы. □ Сноповозка. Айҙыр арба.
2. диал. Оҙон арба. □ Дрога.
АЙЙОЛДОЗ и. диал. ҡар. таң йондоҙо.
АЙ ЙОНДОҘО и. диал. ҡар. таң йондоҙо. ■ Эңерҙә ай менән бергә ҡалҡҡан йондоҙҙо айҙың иптәше, ай йондоҙо тиҙәр ине. Ф. Хисамитдинова.
АЙ ЙЫЛЫ (Р: лунный год; И.: lunar year; T: kamer yılı) и.
Ай календары менән иҫәпләнгән йыл оҙонлоғо, ҡояш йылынан 11 көнгә кәм. □ Лунный год.
АЙ КАЛЕНДАРЫ (Р: лунный календарь; И.: lunar calendar; T: kamerî takvim) и.
Ай һәм йыл оҙонлоғон Ай хәрәкәтенән сығып иҫәпләгән календарь (иҫәп Мөхәмәттең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән көнөнән башланып, ун ике айға бүленеп йөрөтөлә, исемдәре: мөхәррәм, сәфәр, рабиғеләүүәл, рабиғелахыр, йомадиәләүүәл, йомадиәлахыр,
174