Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 175


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙҠАЛДЫРЫУ
ражап, шәғбан, рамаҙан, шәүүәл, зөлҡағиҙә, зөлхизә). □ Лунный календарь.
АЙКИДО [рус. < япон. aikido} (Р.: айкидо; И.: aikido; T.: aykido) и.
Көнсығыш көрәш төрө. □ Айкидо. Айкидо алымдары.
АЙ-КЬЮ [рус. < ингл. intelligence quotient] (Р.: коэффициент интеллекта; И.: intelligence quotient; T.: Zeka Katsayısı) и.
Тестар ярҙамында билдәләнгән кешенең фекер йөрөтөү кимәле коэффициенты, интеллект коэффициенты. □ Коэффициент интеллекта (IQ количественная оценка уровня интеллекта человека: уровень интеллекта относительно уровня интеллекта среднестатистического человека такого же возраста).
АЙКӘ (Р: ой; И.: oh; Т.: ау) ымл. диал.
Аптырау, һоҡланыуҙы белдерә. □ Выражает удивление, чувство восхищения: ой. ■ Айкә генә! Ҡара әле, ҡалай мәрәкә. Т. Морат.
АЙ КӘРТӘЛӘНЕҮ (ай кәртәлән-) (Р: появление ореола вокруг луны; И.: halo; T.: halelenmek) ҡ.
Ай тирәһендә нурлы ҡулса барлыҡҡа килеү. □ Появление ореола вокруг луны. • Ай кәртәләнһә, көн йонсоу була. Һынамыш.
АЙ КӘРТӘҺЕ и. ҡар. ай ҡоро.
АЙҠАЙ-САЙҠАЙ (Р: размахивая; И.: swaying; T.: sallayarak) р.
һелтәнеп, һелтәй-һелтәй; бәүелә-бәүелә. □ Размахивая; покачивая. Киркәне айҡай-сайҡай таш ватыу.
АЙ ҠАЙТАРЫУ (Р: свадебные гостинцы; И.: Wedding gifts; T.: düğün hediyeleri) и. диал.
1. Ҡыҙ яғы егет яғына туйға алып барған күстәнәс, йыуаса. □ Свадебные гостинцы со стороны невесты.
2. Туй күстәнәстәренә саҡырылған ауылдаштарҙың кейәү-кәләшкә теләктәре. □ Бла-гопожелания новобрачным односельчан, приглашённых на свадебное угощение.
АЙҠАЛАНЫУ и. диал. ҡар. буталыу.
АЙҠАЛА-САЙҠАЛА (Р.: поднимая волны; И.: raising waves; T.: dalgalanarak) p.
1. Тулҡынланып. □ Поднимая волны. Айҡала-сайҡала сылтырап ағып ятҡан йылға.
2. Бәүелә-бәүелә. □ Ходить качаясь, шатаясь. Айҡала-сайҡала атлау.
АЙҠАЛАУ I (айҡала-) (Р: теребить; И.: pull (at); T: çekip durmak) ҡ.
Тартҡылау, йолҡҡолау, төрткөләү. □ Теребить, тормошить, дёргать. Баланы айҡа-лау.
АЙҠАЛАУ II (айҡала-) (Р: озираться; И.: gaze round; T: etrafına bakınmak) ҡ.
Ҡарап сығыу, байҡау. □ Озираться, обозревать, просматривать. Тирә-яҡты айҡа-лау.
АЙҠАЛАУ III (айҡала-) ҡ. диал. ҡар. бутау, болғау.
АЙҠАЛАШЫУ (айҡалаш-) (Р: схватываться с кем-л.; И.: grapple (with); T: kapışmak) ҡ.
1. Бирешмәҫкә тырышып, тартҡылашыу; көрмәкләшеү. □ Схватываться с кем-л.; бороться с кем-л. ■ Ҡыҙҙар менән килгән бер егет һалам эшләпәле ҡыҙҙы ҡапыл күтәреп алды. Теге ҡыҙ айҡалаша, ҡысҡыра башланы. С. Кулибай.
2. Ҡорал менән һуғышыу; алышыу. □ Схватываться, сражаться. ■ Фашист был заводты йәнен-тәнен аямай һаҡларға булған, күрәһең. Төш ауғансы, шул завод тирәһендә айҡалаштыҡ. Р. Ҡотошов.
3. диал. Ҡосаҡлашыу. □ Обниматься. Айҡалашып ултырыу.
АЙҠАЛДЫРЫУ (айҡалдыр-) (Р: качать; И.: swing; T: sallandırmak) ҡ.
1. Көс менән ян-яҡҡа бәүелдереү; тирбәлтеү. □ Качать, раскачивать. Тулҡын кәмәне айҡалдыра. Ел өйәңкене айҡалдыра.
2. Яңғырау. □ Громко звучать, распространяться (о звуках). ■ Йыр йырлана көслө, көр тауыштан айҡалдырып бөтә донъяны. X. Ҡунаҡбай.
175