Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЙҠАЛЫП-САЙҠАЛЫП
АЙҠАЛЫП-САЙҠАЛЫП (Р.: качаясь; И.: swinging; T.: sallanarak) р.
Бәүелә-бәүелә, аушанлап. □ Качаясь, раскачиваясь, шатаясь. Айҡалып-сайҡалып атлау. ■ [Хисмәтулла] айҡалып-сайҡалып ултырҙы ла, башын өҫтәлгә һалып нисек йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Я. Хамматов.
АЙҠАЛЫУ (айҡал-) (Р.: качаться; И.: rock; T.: sallanmak) ҡ.
1. Көс тәьҫирендә ян-яҡҡа бәүелеү; тирбәлеү. □ Качаться, раскачиваться. // Качание, раскачивание. ■ Айҡалһын әйҙә тулҡындар, сайҡалһын әйҙә кәмә. М. Кәрим. Айҡала диңгеҙ, сайҡала, ни етмәй икән уға? Ә. Вәли.
2. Ҡуҙғалыу, күсеү, буталыу. □ Переместиться, двигаться, толкаться. // Перемещение, движение, толкучка. Болоттар айкала.
3. кусм. Тулҡыныу, ҡуҙғалыу (кумж кешегә карата). □ Волноваться, подниматься. // Волнение, подъём. Я Зал айкала, залды шатлыҡ баҫа, ҡул сабыуҙар яңғырап китәләр. X. Ҡунаҡбай.
4. кусм. Тулҡынланыу (уй-кисерешкә ҡарата). □ Волноваться, путаться (о мыслях). ■ Уйна, гармун! Уйҙар айҡалһын, арыған тәндә ҡандар сайҡалһын. Ғ. Амантай.
АЙҠАЛЫШЫУ (айҡалыш-) ҡ. ҡар. айҡалыу 2.
АЙҠАН I (Р.: причина; И.: cause; T: neden) и.
Берәй эш-хәлде ғәмәлгә килтергән сәбәп. □ Причина, повод, предлог. Асыуыңдың айҡаны нимәлә?
АЙҠАН II бәйл. ҡар. айҡанлы. Юл айҡан инеп сығыу.
АЙҠАНЛЫ (Р: по причине; И.: because of; T: nedeniyle) бәйл.
Төп килештәге исем йәки исем ҡылымдарҙан һуң килеп эш-хәлдең, ваҡиғаның ниндәй сәбәптән булғанын белдерә; бер нәмә уңайы менән. □ По причине, по поводу, по случаю, ввиду, из-за (послелог с осн.п.).
Байрам айҡанлы. ■ 1935 йылда Башҡорт дәуләт театры уҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы ла, коллективтың ҙур ижади хеҙмәте осон дә театрға Башҡорт дәуләт академия театры исеме бирелә. А. Сирбаев.
АЙҠАНЫУ (айҡан-) (Р: размахиваться; И.: threaten; T: keskenmek) ҡ.
Һелтәнеү. □ Размахиваться, замахиваться. ■ Кеше көсөн курҙең һин, хәлһеҙлегең белдең һин, кешегә мөгөҙ сайҡама, еңермен тип айҡанма! «Урал батыр».
АЙҠАТЫУ (айҡат-) (Р: раскачивать; И.: swing; T: sallandırmak) ҡ.
1. йөкм. ҡар. айҡау, понуд. от айҡау.
2. Ян-яҡҡа сайҡалдырыу. □ Раскачивать, качать. ■ Кумегеҙ шау-шыуҙарға бар донъяһын, айҡатығыҙ тормош диңгеҙен! X. Ҡунаҡбай.
АЙҠАУ (айҡа-) (Р: размахивать; И.: swing; T: sallamak) ҡ.
1. Төрлө яҡҡа болғау, ян-яҡҡа һелтәү.
□ Размахивать, махать. ■ [Апсатый:] Ат өҫтөндә һөңгө айҡап, дошмандарға ҡаршы барырмын. Б. Бикбай, һыйыр .. мөгөҙө менән Аҡтырнаҡты айҡап ебәрҙе. М. Ғафури.
2. Арҡыры-буй йөрөү, ҡыҙырыу, гиҙеү.
□ Странствовать, бродить, скитаться. ■ Бик куп ерҙәрҙе айҡап йөрөгән ул. К. Мәргән. Замандашым йыһан киңлектәрен айҡаймы ни бөгөн тикмәгә. Ш. Бикҡолов.
3. Ниҙең дә булһа араһын болартыу, һиллекте, тыныслыҡты боҙоу. □ Будоражить. ■ Хажи байҙың ҡоба һыйыры уҫал да инде, бөтә көтөуҙе айҡап йөрөй. Ғ. Ғүмәр.
4. Иғтибар менән ҡарау, күҙәтеү. □ Внимательно наблюдать, смотреть. ■ Һәр йәмеңә ғашиҡ малайың, урманыңды туймай айҡайым. Ә. Әхмәтҡужин.
5. Ниҙелер табырға тырышып торлө ерҙе ҡарау, эҙләү. □ Искать. ■ [Ләлә] карауат, диван аҫтын пыр туҙҙырып айҡаны, бар өйҙө ҡыҙырып сыҡты, әммә тубын тапманы. А. Игебаев.
176