АЙЛЫҠЛАУ
6. Алыш-һуғышта күмәк халыҡты туҡмау, ҡырыу. □ Крушить, разбить всё живое перед собой. ■ Йәшнәтеп ялман ҡылысты айҡаныҡ дошман яуын. Ғ. Әмири.
АЙҠАШЫУ (айҡаш-) (Р.: схватываться; И.: wrestle; T.: kapışmak) ҡ.
1. Тотоношоп, үҙ-ара тартҡылашыу; айпалашыу, көрмәкләшеү. □ Схватываться, бороться, сцепиться. М Тиктомалға көрмәкләшеп, айҡаша Алтынғужа, көрмәкләшеү, сәкәләшеү йәнәһе ҡыҙыҡ уға. А. Игебаев.
2. Яуҙа көрәшеү, алышыу. □ Сражаться, биться. ■ Төн артынан ҡалҡып көн килерен онотманы халҡым, айҡашты. Үлемесле яуҙар ялҡынынан алһыуланып көткән таң атты. С. Ғәбиҙуллин.
3. диал. Бәйләнеш тотоу, аралашыу. □ Общаться, поддерживать знакомство. Апалары менән ихлас айҡаша.
4. диал. Һырығыу, ҡосаҡлау. □ Прижаться, обниматься. Балалар бер-береһенә айҡашып йоҡлап китте.
АЙ ҠОЛАҠЛАНЫУ (ай ҡолаҡлан ) (Р.: появление ореола с двух сторон луны; И.: halo; T: ay halesi) ҡ.
Айҙың ике яғынан оҙон ҡолаҡ кеүек нур барлыҡҡа килеү. □ Появление ореоЛа с двух сторон луны. • Ай ҡолаҡланһа, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа — ҡолаҡсыныңды нығыт. Әйтем.
АЙ ҠОРО (Р: светлый ореол вокруг луны; И.: halo; T.: hale) и.
Айҙы уратып торған яҡтылыҡ. □ Светлый ореол вокруг луны.
АЙ ҠЫҘЫ (Р: пятно на луне; И.: spot on the moon; T.: ay kızı) и. миф.
Айҙың табы. Ышаныуҙар буйынса, айҙа йәшәгән ҡыҙ. □ Пятно на луне. Ай ҡыҙы айҙа көйәнтә менән баҫып тора. ■ Б еҙ барыбер, ҡараштарыбыҙҙы ниҙер арбағандай, күтәреләбеҙ ҙә күккә бағабыҙ. Ай ҡыҙының да хыял ғына булыуына ышанғы килмәй. М.Ҡотлоғәлләмов.
АЙҠЫЛДАУ (айҡылда-) ҡ. диал. ҡар. аянлау.
АЙҠЫРЫ р. диал. ҡар. арҡыры.
АЙҠЫРЫЛЫҠ (айҡырылығы) и. диал. ҡар. урҙа I.
АЙЛАП (Р: месяцами; И.: for months; T.: aylarca) р.
1. Айы-айы менән. □ Месяцами. Я Айыу-ғолаҡ айлап ҡына түгел, көнләп, сәғәтләп үҫкән, ти. Әкиәттән.
2. Ай буйы. □ Около месяца, месяц. Урман эшендә көнләп түгел, айлап йөрөйбөҙ.
АЙЛЫ (Р: лунный; И.: moonlit; Т.: ауһ) с.
1. Ай яҡтыртып торған. □ Лунный. Айлы кис. Айлы төн. • Айлы төн аҙашмаҫҡа яҡшы. Мәҡәл.
2. Ай билдәһе ҡуйылған. □ С изображением месяца. Айлы манара.
АЙЛЫҠ I (айлығы) (Р: месячник;
И.: month’s campaign; T.: aylık) и.
Берәй эш-ваҡиғаға бағышланған ай.
□ Месячник. Урман айлығы. Юл төҙөү айлығы. ■ Йыл да юл төҙөү айлығы ваҡытында шуны [юлды]рәтләйҙәр. Н. Мусин.
АЙЛЫҠ II (Р: месячный; И.: monthly; T.: aylık) с.
1. Айға етерлек. □ Месячный. М Ә ул иген һеҙгә барлығы бер айлыҡ аҙыҡ ҡына бит, ә артабан? Һ. Дәүләтшина. • Көнлөк аҙыҡ ҡорһаҡта, айлыҡ аҙыҡ арҡала. Әйтем.
2. Ай менән иҫәпләнгән. □ Месячный. Алты айлыҡ курс.
3. Нисәлер айы тулған. □ Месячный. ■ Инәйемдән бары туғыҙ айлыҡ ҡына ҡалған Тәғзимә ҡәрендәшем дә минең менән ине. С. Әлибаев.
4. Бер айға тейешле. □ Месячный. Айлыҡ эш хаҡы.
5. Айға бер була торған. □ Ежемесячный. Айлыҡ журнал.
6. диал. ҡар. күрем.
АЙЛЫҠЛАУ (айлыҡла-) (Р: рассчитать на месяц; И.: give for a month; T.: aylığa hesaplamak) ҡ.
Айына етерлек итеп иҫәпләү йәки биреү.
□ Рассчитать или дать на месяц. Айлыҡлап түләү. Аҙыҡты айлыҡлау.
177