Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 345


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АСТМА
тар йәштәребеҙҙе халыҡ традицияларынан биҙҙерә, әсә теленән һыуындыра, быуаттар һуҙымында формалашҡан традицияларҙан тайпылдыра һәм ахыр сиктә бөгөнгө цивилизация яулаған үрҙәр ассимиляцияны, йәғни милли һыҙаттарҙыц юғалыу процесын тиҙләтә. «Ағиҙел», № 2, 2010.
2. биол. Тереклек эйәһе йәки үҫемлек организмының үҙенә ингән матдәләрҙе үҙләштереү процесы. □ Ассимиляция.
АССИМИЛЯЦИЯЛАНЫУ (ассимиля-циялан-) ҡ. төш. ҡар. ассимиляциялау. страд, от ассимиляциялау.
АССИМИЛЯЦИЯЛАУ (ассимиляцияла-) (Р.: ассимилировать; И.: assimilate; T.: benzetmek) ҡ.
Ассимиляцияға килтереү. □ Ассимилировать. // Ассимиляция.
АССИМИЛЯЦИЯЛАШЫУ (ассими-ляциялаш-) ҡ. урт. ҡар. ассимиляциялау. взаимн. от ассимиляциялау.
АССИСТЕНТ [рус. < лат. assistens (assis-tentis) ‘ярҙам итеүсе’] (Р.: ассистент; И.: assistant; T: asistan) и.
1. Операция эшләгән йәки ғилми эш башҡарған врач профессорҙың ярҙамсыһы. □ Ассистент. ■ [Вәлиәхмәтов] урология буйынса ике йыллыҡ ординатураны тамамлағас, хирургия кафедраһына ассистент итеп ҡалдырылған. М. Халфин.
2. Юғары уҡыу йорттарындағы иң кесе уҡытыусы вазифаһы һәм шул вазифаны башҡарған кеше. □ Ассистент. Ассистент булып эшләү.
АССОРТИ [рус. < фр. assorti ‘яҡшы һайланылған’] (Р: ассорти; И.: assorti; T: çeşitli) и.
Махсус тупланған әйбер (кәнфит, салат һ.б.). □ Ассорти.
АССОРТИМЕНТ [рус. < фр. assorti-ment\ (Р: ассортимент; И.: assortment; T.: çeşit) и.
Бер ойошмала етештерелгән йәки һатылған тауарҙарҙың төрҙәр йыйылмаһы. □ Ассортимент. ■ Шулай итмәй тороп .. тауар ассортиментын арттырыу мөмкин түгел.
Н. Мусин. [Ырыҫҡолов — Заһитовҡа:] Мин әйләнеп килеүгә, һигеҙ айлыҡ һәм өсөнсө кварталдыц ике айы планы ассортименттар буйынса нисек үтәлә, шуны ҡағыҙға төшөрөп ҡуй. Н. Мусин.
АССОЦИАТИВ [рус.] (Р: ассоциативный; И.: association; T.: birlik) с.
Ассоциацияға (3) ҡоролған. □ Ассоциативный. ■ Р. Ниғмәтиҙец «Ҡыҙыма хаттар» шиғыры ла шундай ҡатмарлы, ассоциатив образдарға ҡоролған. Ғ. Хөсәйенов.
АССОЦИАЦИЯ [рус. < лат. associatio ‘ҡушылыу’] (Р: ассоциация; И.: association; T.: birlik) и.
1. Бер төрлө эш менән шөғөлләнгән кеше йәки ойошмаларҙың берләшмәһе.
□ Ассоциация. Ғилми хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы. Хужалыҡтар ассоциацияһы.
2. Ниҙец дә булһа ҡушылмаһы, төркөмө.
□ Ассоциация. Молекулалар ассоциацияһы.
3. Билдәле шарттарҙа психик күренештәрҙең, хис-тойғоларҙың үҙ-ара бәйләнешле булыуы. □ Ассоциация. Йәнәшәлек ассоциацияһы. Оҡшашлыҡ ассоциацияһы. ■ Тәбиғәт һәм йәмғиәт. Кеше тормошондағы ошо ике бөйөк күренеш, улар араһындағы образлы ассоциация боронғо замандарҙан бирле поэзияны шиғриәт менән һуғарып килә. К. Әхмәтйәнов.
АССЫ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: on of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ырыуының аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир-катайцев.
АСТЕРОИД [рус. < гр. aster ‘йондоҙ’ + eidos ‘форма’] (Р: астероид; И.: asteroid; Т.: asteroid) и. астр.
Ҡояш тирәһендә, күберәк Марс менән Юпитер орбиталары араһында әйләнеп йөрөгән ваҡ планеталар. □ Астероид. Астероид орбитаһы.
АСТМА [рус. < гр. asthma ‘быуылыу’] (Р: астма; И.: asthma; T.: ast та) и. мед.
Йөрәк йәки бронхылар сиренән килгән быума өйәнәге; быума йүтәл. □ Астма. Бронхиаль астма. Йөрәк астмаһы.
345