АСМӘЙЕЛ
АСМӘЙЕЛ (Р.: прожорливый; И.: voracious; T.: obur) с.
Ашап туя белмәҫ; мәскәй, аскернә. □ Прожорливый, ненасытный (о человеке).
АСНӘХӘТ с. диал. аскернә.
АСПЕКТ [рус. < лат. aspectus} (Р.: аспект; И.: aspect; T.: yön) и. кит.
Ниндәйҙер күренеш, хәл һ.б. нәмәләрҙе тикшереүҙә булған ҡараш. □ Аспект. Тарихи һәм мәҙәни аспект. ■ Телде өйрәнеү ғилеменең үҙенең генә лә әллә нисә аспекты һәм төрҙәре бар: грамматикаһы, синтаксисы, стилистикаһы, диалектологияһы, һүҙлектәре. Ғ. Хөсәйенов.
АСПИРАНТ [рус. < лат. aspirants ‘нимәгәлер ынтылыусы’] (Р: аспирант; И.: postgraduate; T.: doktora öğrencisi) и.
Ғилми эшкә йәки юғары уҡыу йортонда уҡытыуға әҙерләнгән кеше. □ Аспирант. Аспирант ҡыҙ. Институт аспиранты. Аспирант стипендияһы.
АСПИРАНТУРА [рус. < лат. aspiro ‘ашҡынам, тырышам’] (Р: аспирантура; И.: (post)graduate course; T.: doktora öğrenimi) и.
Ғилми учреждение һәм юғары уҡыу йорттарындағы кадрҙар әҙерләү системаһы. □ Аспирантура. ■ Бер көн институт директоры [Искәндәрҙе] саҡырып алып: «Мәскәүгә аспирантураға бер кеше ебәрергә мөмкинлек бар», — тине. Ә. Хәкимов. Ул саҡта Арыҫлан, институтты бөтөрөп, Мәскәүгә аспирантураға китергә тейеш ине. Д. Бүләков.
АССАМБЛЕЯ [рус. < фр. assemblee ‘йыйылыш’] (Р: ассамблея; И.: assembly; T.: toplantı) и.
1. Ниндәйҙер дипломатик, сәйәси, фәнни ойошманың дөйөм йыйылышы. □ Ассамблея. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. ■ Ассамблея республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең 30-ға яҡын милли-мәҙәни ойошмаһын берләштерә. Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында улар төрлө халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм
үҫтереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, республикала татыулыҡты һәм берҙәмлекте тәьмин итеү буйынса власть органдары менән берлектә ҙур эш алып бара. «Салауат», № 81, 2011. Мәскәүҙә «Халыҡтар Ассамблеяһы»ның конгресында булып ҡайттым. М. Кәрим.
2. Ниндәй ҙә булһа халыҡ-ара ойошманың етәкселек итеүсе органы. □ Ассамблея. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы.
3. Ҡайһы бер илдәрҙең парламенты йә уның палатаһы исеме. □ Ассамблея.
АССЕНИЗАЦИЯ [рус. < фр. assainis-sement ‘һауыҡтырыу’] (Р: ассенизация; И.: sewage disposal; T.: lağım boşaltma) и.
Ауыл, ҡала ерендәге бысраҡты, һарҡынды һыуҙы таҙартыу һәм зарарһыҙлау өсөн хеҙмәт иткән санитар саралар һәм ҡоролмалар системаһы. □ Ассенизация.
АССЕНИЗАТОР [рус.] (Р: ассенизатор; И.: sapper; T.: lağımcı) и.
Бысранған һыу каналдарын асып таҙартыусы эшсе. □ Ассенизатор.
АССЕНИЗАЦИЯЛАУ (ассенизацияла-) (Р: ассенизировать; И.: sewage disposal; T.: lağım boşaltmak) ҡ.
Бысранған һыу каналдарын асып таҙартыу. □ Ассенизировать.
АССИГНАЦИЯ [рус. < лат. assignare ‘тәғәйенләү’I (Р: ассигнация; И.: banknote; T.: kağıt para) и.
Рәсәйҙә 1769-1843 йылдарҙа ғәмәлдә булған ҡағыҙ аҡса. □ Ассигнация.
АССИМИЛЯТИВ [рус.] (Р: ассимилятивный; И.: assimilative; T.: benzeten) с.
Ассимиляцияға бирелгән. □ Ассимилятивный. Ассимилятив процесс.
АССИМИЛЯЦИЯ [рус. < лат. assimilatio ‘оҡшашлыҡ’] (Р: ассимиляция; И.: assimilation; T.: asimilasyon) и.
1. Тәьҫир, йоғонто аша бер нәмәнең икенсе нәмәне үҙенә оҡшатыуы, йотоуы; ярашыу. □ Ассимиляция. Өндәр ассимиляцияһы. Ассимиляцияға бирелеү. Телдәр ассимиляцияһы. ■ Фәнни-техник ҡаҙаныш
344