Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 343


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АСМУХА
Халыҡ ижадынан. • Асламсыһыҙ баҙар булмай, уйынсыһыҙ туй булмай. Мәҡәл.
АСЛАН [ғәр. Х-l йәки ‘тамыр, нигеҙ’] (Р.: ни в коем случае; И.: never; T.: asla) р.
Бер ҙә, һис тә. □ Ни в коем случае, ни за что, никогда (употребляется с глаголом в отриц. ф.). Әсәйеңде аслан онотма.
■ [Ғарифулла бабай:] Васыят итеп әйтәм, мине, бынау ҡарағайҙарға ғумер биргән ағайыңдарҙы аслан онотма. Н. Мусин. [Ҡартәсәйем:] Аслан улай тимә бутән, рәнйетмә ҡартәсәң шайы оло кешене. Г. Яҡупова.
АСЛЫҠ (аслығы) (Р.: голод; И.: hunger; T.: açlık) и.
1. Бик ныҡ ашарға теләү. □ Голод (острое ощущение потребности в пище, сильное желание есть). Аслыҡтан эс ауыртыу. ■ Куршеһенең ныҡлап ярҙам итеуенә ҡарамаҫтан, аслыҡтан хәле бөткән Хисмә-тулланың куҙ алды ҡараңғыланды, ҡолаҡ төбө шауланы. Я. Хамматов. • Аш ҡәҙерен белмәһәң, аслыҡ бирер яфаңды. Мәҡәл. Аслыҡ бурене урмандан сығара. Мәҡәл.
2. Оҙаҡ ваҡыт ашамай йөрөү. □ Голод (длительное недоедание). Аслыҡтан улеу.
■ Аслыҡтан, ауырыуҙан йонсоған, алдағы көнөнә өмөтө өҙөлгән ғәскәр хәрби көс тугел ине инде. Ә. Хәкимов.
3. Нимәгәлер ҡаршы килеүҙе күрһәтеү маҡсатында аңлы рәүештә ашауҙан баш тартыу. □ Голодовка. Аслыҡ иғлан итеу.
■ Нью-Делиҙа, Һиндостан баш ҡалаһындасы төп майҙандарҙың береһендә, билдәле активист һәм коррупцияға ҡаршы көрәшсе Анна Хазаре аслыҡты унынсы көн дауам итә. «Хәбәрҙәр», 25 август 2011. 1 мартта Өфөлә торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар — алданған граждандар аслыҡ иғлан иткәйне. Г. Балтабаева.
4. Аҙыҡ-түлектең юҡлығы йәки бик ныҡ аҙ булыуы; аҙыҡҡа ҡытлыҡ, йотлоҡ (уңыш булмау, ҡоролоҡ, һуғыш һ.б. арҡаһында). □ Голод, отсутствие или крайний недостаток продуктов питания как массовое бедствие (вследствие неурожая, войны и т.п.).
■ 1921 йылдағы ҡот осҡос аслыҡ халыҡтың шаҡтай кәмеуенә килтерә. Ғ. Рамазанов. Аслыҡ булыуға, улмәҫлек кенә туҡланып йәшәугә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең балалары таҙа булып тыуҙы. Т. Ғиниәтуллин. Яу, яу, ямғырым, беҙгә аслыҡ килмәһен, һыйырҙарҙа һөт булһын, астан халыҡ улмәһен. Халыҡ ижадынан. • Урман уҫтергән — аслыҡ кур-мәҫ. Мәҡәл. Имән сәтләуеге уңған йылды аслыҡ булыр. Һынамыш.
АСЛЫҠ КИСЕРЕҮ (аслыҡ кисер-) ҡ. ҡар. асығыу 2.
АСЛЫ-ТУҠЛЫ (Р: впроголодь; И.: halfstarving; T.: yarı aç yarı tok) р.
Туя ашауһыҙ, туйыр-туймаҫ. □ Впроголодь. ■ Аслы-туҡлы көн итеу. ■ Миңле-ғәлигә сабый саҡтан уҡ ауыр тормошта, аслы-туҡлы йәшәргә тура килде. Ә. Ихсан.
АСИММЕТРИЯ [рус. < гр. asymmetria] (Р.: асимметрия; И.: asymmetry; T: simetrisizlik) и.
Симметрия булмаған йәки боҙолған хәл-торош. □ Асимметрия. Рәсәйҙәге тел асим-метрияһы.
АСМА (Р: створка; И.: leaf; T: kanat) и.
Тәҙрәнең асыла-ябыла торған өлөшө.
□ Створка (рамы). ■ Асмалы ла тәҙрә асмаһын асып, йәмле йәй көндәрен ҡарайым. Халыҡ йырынан.
АСМАЛЫ (Р: створчатый; И.: folding; T: kanatlı) с.
Асылып ябылмалы. □ Створчатый. Асмалы ишек. ■ Ҡапыл ауыҙынан ысҡынған һуҙҙәрҙән һуң, Камалетдинов бөтөнләй ҡаушаны, тороп, асмалы тәҙрә ҡаршыһына баҫты. Т. Гарипова.
АСМАН [фарс. jtU] (Р: небо; И.: welkin; T: gökyüzü) и. кит.
Күк йөҙө; күк. □ Небо, небеса, небосвод. Асманға ашыу. ■ Асмандан илаһи нур бөркөлә. Г. Яҡупова. Ҡоторған эт һауаға ҡарап өргән менән асманда торған айҙың нуры китмәҫ. М. Аҡмулла.
АСМУХА [рус. осьмуха] и. ҡар. әс-мүхә.
343