АСКЕТТАРСА
бер яҡлы тенденцияһынан тыуған, Афзал-дың характерына бик ук ярашмаған кәмселек тип һанарға тура килә. bash-portal.ru сайтынан.
АСКЕТТАРСА р.ҡар. дәрүиштәрсә.
АСКОРБИН КИСЛОТАҺЫ [рус. < лат. acidum ascorbinicum < scorbutus ‘зәңге’] (Р.: аскорбиновая кислота; И.: ascorbic acid; T.: askorbik asit) и. мед.
Организмда матдәләр алмашыныуын тәьмин итеүсе органик матдә; С витамины. □ Аскорбиновая кислота. ■ 1945 йылда Өфө витамин заводы ни бары 19 килограмм аскорбин кислотаһы (С витамины) эшләп сығара ине. М. Мостафин.
АС КҮҘ (Р.: прожорливый; И.: avaricious person; T.: obur) и.
Туйына алмаған ҡомһоҙ, ҡәнәғәтһеҙ кеше. □ Прожорливый, жадный, недовольный человек. • Ас куҙгә кеше ҡулындағы ҙур куренер. Әйтем.
АСКҮҘЛӘНЕҮ (аскүҙлән-) (Р: проявлять прожорливость; И.: display greed; T: hırs) ҡ.
Туйына алмау, ҡомһоҙланыу. □ Проявлять прожорливость, жадность. ■ Кәрим аскуҙләнеп аҙыҡҡа ташланманы, олпат ҡыланырға тырышып, яй ғына ашай башланы. Ә. Хәкимов.
АСҠАҠ (Р: прожорливый; И.: voracious; T.: hırslı) с.
1. Гел ашағыһы килеп торған, ашап туя алмаған. □ Прожорливый, ненасытный. Асҡаҡ мал. ■ Аҙбарҙа һыйыр мөңрәуе, һарыҡтарҙың сөскөрөуе, хатта асҡаҡ сусҡаларҙың сыйнау ы [Шамиловтың] уйын булдерә алманы. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Йоҡа итле; ҡаҡса, сандыр. □ Худощавый, тощий. Завод менән һәр ваҡыт Петербургтан килгән оҙон кәуҙәле, асҡаҡ, таҫыр куҙле, ҡылыс танаулы Вилис фамилиялы бер кеше идара итте. Ж. Кейекбаев. [Баязиттың / муйыны оҙон, асҡаҡ ҡына бер һонтор ине, ҡайһылай мыктыланып, өрлөктәй булып киткән. Г. Яҡупова.
АСҠАҠЛАНЫУ (асҡаҡлан-) (Р.: становиться прожорливым; И.: become voracious; T.: hırs olamaya başlamak) ҡ.
Асҡаҡҡа (1) әйләнеү, асҡаҡ булыу. □ Становиться прожорливым, ненасытным.
АСҠАҠЛАУ (асҡаҡла-) (Р: проголодаться; И.: grow hungry; T.: acıkmak) ҡ.
Туйына алмау, гел ас һымаҡ һиҙеү.
□ Хотеть есть, проголодаться. ■ Асҡаҡлаған һыйыр һемтәнләп килеп, .. баҙға төшкән дә киткән. И. Ғиззәтуллин.
АСҠАҠҺЫУ (асҡаҡһы-) ҡ. диал. ҡар. асҡаҡлау.
АСҠАЛАҠ и. ҡар. асҡаҡ 1.
АСҠЫС (Р: ключ; И.: key; T.: anahtar) и.
1. Йоҙаҡты бикләй һәм аса торған ҡорал.
□ Ключ. ■ Шкаф-һандыҡ, мөгәрәп, аласыҡ асҡыстары уның [Шәрғиәнең] ҡулында. Ә. Хәкимов.
2. Машинаның, механизмдың гайка һ.б. бора, нығыта торған ҡорал. □ Ключ. ■ [Зөфәр] Бер көндө шулай, тәгәрмәс алмаштырғанда, асҡыс ысҡынып китеп баш бармағын апаруҡ һыҙырып ебәрҙе. Д. Бүләков.
3. кусм. Ниҙелер сисеү, асыу, көйләү сараһы. □ Ключ. Тел асҡысы. ■ Эске донъяһын аңлағанда ғына, йөрәгенә асҡыс тапҡанда ғына кеше һине аңлай. Ш. Насыров. [Далъ:] Ғәжәп ихлас халыҡ — ул башҡорттар. Куңелендәген йәшермәйҙәр. Асҡыс таба ғына бел. 3. Ураҡсин. • Мәҡәл — һуҙ асҡысы. Әйтем.
АСЛА р. ҡар. аслан.
АСЛАЙ (Р.: натощак; И.: on an empty stomach; Т: аҫ) р.
Ас көйө, ас ҡарынға. □ Натощак. Аслай йоҡлап китеу. Аслай дарыу эсеу.
АСЛАМСЫ (Р: коробейник; И.: pedlar; T.: eskici) и. иҫк.
Ҡыҙыл мал һәм аҫыл мал менән йөрөп һатыу иткән ваҡ сауҙагәр, ҡырҡтартмасы.
□ Коробейник. Асламсынан тауар алыу. ■ Аршын ғына, аршын, ай, аҡ уҡа, аслам-сылар һата алғанға. Ғумерҙәрең булһа, уке-нерһең, ғишыҡ тотоп, алмай ҡалғанға.
342